Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле баһадиры

Ғафаров Рафаил Рафиҡ улы (01.10.1931 й. – 1990 й.) БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылында (Мәсетле районы) тыуған. Спортсы-штангист. Башҡорт АССР-ынан ауыр атлетика буйынса тәүге СССР спорт мастеры (1959 й.). XX быуаттың 60-70-се йылдарҙа Нефтселәр спорт комплексы тренеры. Рәсәйҙең беренсе чемпионы. Һабантуйҙарҙа гер күтәреү буйынса ярыштарҙа ҡатнашыусы. Өфөлә ауыр атлетика менән шөғөлләнә, «Спартак», Нефтселәр спорт йәмғиәттәрендә тренер булып эшләй. 1959 йылда Башҡортостан штангасылары командаһы зона ярыштарында өсөнсө урынды биләй.

Мәсетле баһадиры
Мәсетле баһадиры

Беренсе мастер
Мәсетле районының төньяҡ-көнсығышында, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар үҫкән бейек уба тирәләй Мәтәле ауылы урынлашҡан. Ауыл ауыл кеүек, ул да ҙур иғтибарға лайыҡ түгел тейер инең, түбәһенә ҡуйылған ҙур баҡыр ҡыңғырау ғына булмаһа... Кем һәм ҡасан уны унда ҡуйған, ҡарттарҙың бер кеме лә быны белмәй. Ул бында иҫке генә бурала иҫтә ҡалырлыҡ дәүерҙән алып баҫып тора, тик һирәк-һаяҡ ҡына тирә-яҡты моңло шылтыратыуға күмә. Ҡайһы бер ваҡыт былай ҙа мауыҡтырғыс шөғөлдәре булмаған малайҙар уны шылтырата. Улар кем уҙарҙан ҡалҡыулыҡҡа менеп, ваҡыты-ваҡыты менән ҡарайып барған ҡыңғырауға һуға. Ғәҙәттә, был ватаганы 12 йәшлек тәпәш кенә Рафаил Ғафаров етәкләй ине, уның ата-әсәһе Мәтәлегә яңыраҡ күрше Оло Ҡыҙылбай ауылынан күсеп килде.
Егет буй-һынға бәләкәй булһа ла, йүгереүҙә, бигерәк тә аяуһыҙ көрәштә уға тиңдәр булманы. Ваҡыт үтеү менән, ауыл халҡын ҡапыл ҡыңғырау тауыштары ялҡытып бөткәс, өлкән янғын һүндереүсе Григорий Балдин етәкселегендә хәбәр еткереү һәм ваҡыт хеҙмәте булдырылды. Уға ярҙамға ошо шылтыратыусы Рафаилдың ватагаһын беркеттеләр, һәм хәҙер ҡыңғырау билдәле бер сәғәттәрҙә генә яңғырай башланы.
Бер кем дә, хатта Рафаилдың яҡын дуҫтары ла, башҡаларҙан айырылып торған көстөң ҡайҙан уға килеүен белмәне. Ә ул күптән йорт төпкөлөндә ике бот ауырлыҡтағы герҙе һаҡлай һәм көн дә күнекмәләр яһай ине. Күнекмәләр тип әйтеүе лә ҡыйын уларҙы. Башта ошо ауырлыҡты күтәрергә тырышлыҡ ҡына ине. Әммә ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ көтөлгән маҡсатҡа, ниһайәт, килтерҙе. Башта герҙе ике ҡуллап, ә һуңыраҡ бер ҡул менән генә күтәрә башланы. Бер генә лә түгел, ә тиҫтәләгән һәм күп тапҡыр. Шунда ул эштең көстә генә түгел, ә башҡарыу техникаһында ла икәненә төшөндө. Хәҙер Рафаил тиҫтерҙәренән үҙенең шөғөлөн йәшермәй башланы, улар йыш ҡына үҙенсәлекле тамашаға әйләнә ине.
Уның күптән түгел тағын бер яратҡан шөғөлө барлыҡҡа килде. Ул герҙән дә етдиерәк ине, ләкин Рафаил уны бер кемгә лә әйтмәне. Көлөрҙәр, тип ҡурҡты.
Атай йортонда бер йәшлек үгеҙ бар ине. Уны шаян ҡылығы өсөн «Егет» тип йөрөтә инеләр. Рафаилды күрһә, йорт буйлап шуҡ саба торған ине. Малайҙың уның өҫтөнә ултырып йөрөгөһө килә башланы. Ләкин бер ҙә килеп сыҡманы. Рафаил арҡаһына ултырыу менән, хайуан ауырлыҡты тойоп, башта алғы аяҡтарын күтәрә, һуңынан артҡы аяҡтарын һағайтып, һыбайлыны ергә быраҡтыра ине. Етмәһә, «Шулай һиңә!» – тиеберәк, маңлайында яңы сыға башлаған мөгөҙҙәре менән төртөп ҡуя.
Рафаил был үгеҙ менән ролдәрҙе алышынырға булды. Уяулығын йоҡлатыр өсөн иркәләне лә, тиҙ генә уның аҫтына кереп китте. Үгеҙ быны аңлағансы, ерҙән күтәрҙе. «Егет» исемле үгеҙ быны яҡшы ҡаршы алды, тип әйтеп булмай, ләкин бер нисек тә ҡаршы ла тора алманы. Уның аяҡтары һауала эленеп тора ине. Үгеҙгә сабырлыҡ менән Рафаилдың уны йорт буйлап түңәрәк яһағанын көтөргә генә ҡалды.
Ваҡыт уҙа торҙо. Рафаил бер көнгә лә тере ауырлыҡ менән үткән күнекмәләрен ташламаны. Тәүҙә ҡаршылыҡ күрһәткән үгеҙ быға өйрәнә, хатта оҡшата башланы ахыры. Ләкин ауырлыҡтар ҙа барлыҡҡа килде. Үгеҙ көнләп түгел, сәғәтләп үҫте. Уның менән бергә йәш атлеттың аяҡ һәм арҡа мускулдары ла нығынды.
Беренсе айҙарҙа үҫкән үгеҙҙең ауырлығы бик һиҙелмәһә, ваҡыт үтеү менән егеттең аяҡтары ҡалтырана башланы. Ә бер көн тере ауырлығын еңә алмайынса Рафаил ергә йығылды.
Спорт практикаһында һирәк осрай торған был күнекмәләрҙе туҡтатырға тура килде. Алдан әйтергә кәрәк: уларҙан Рафаил күп файҙа алды.
Ҡайһы берҙә классик өсбәйгелә үҙенә алған ауырлыҡты күтәрә алмаһа ла, тәрән приседаниенан алмағанын хәтерләмәй ул. Һуңғы тап-ҡыр был үгеҙен ул үҙ өҫтөндә Оло Ыҡтамаҡ һабантуйында йөрөттө һәм шуның менән легендар батыр исемен яуланы. Шунда уҡ герҙәр менән оҫта эш итеүен күрһәтте.
Төп приздар – тәкә менән ҙур самауырҙы алғас, ул йола буйынса түңәрәкте урап сыҡты, бүләктәрен, иһә, шешлек һәм сәй эсер өсөн тапшыр- ҙы. Һабантуйҙа Дыуан районы мәҙәниәт йорто етәксеһе Петр Федорович Бурилов та булған. Ул батырҙың сығышына һоҡланып ҡарап торҙо һәм художество үҙешмәкәрлегенә саҡыр-ҙы. Бурилов үҙе алдында ҙур маҡсаттар ҡуя ине. Оҙаҡламай район һәм республика художество үҙешмәкәрлегенең смотры үтергә тейеш. Мәтәле ауылының тракторсыһы Ғафаров күрһәткән оригиналь жанр уңыш килтерә алыр, тип уйлай ине ул. Шулай итеп Рафаил Дыуан районының мәҙәниәт художество үҙешмәкәрлегенең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһына әйләнде. Уның герҙәр менән сығышы һәр ваҡыт, айырыуса район һәм күрше Свердловск өлкәһендәге программаларҙа, концерт биҙәге булды.
Әммә ҡайһы саҡта Буриловҡа йәш бәһлеүәндең артистизмын баҫырға ла тура килде. Үҙ программаһын төрләндерергә һәм уға цирк колориты бирергә тырышып, Рафаил ҡайнап торған самауыр менән үҙенсәлекле номер әҙерләне. Ул уны маңлайына ҡуйып бейей ине. Номер ассистенттарының береһе самауырҙы бәреп төшөрөп, ә Рафаил уны осҡан ваҡытында тотоп алып, иҙәнгә ҡуйыу менән тамамланыр булды. Был номер бик уңышлы булһа ла, оҙаҡ барманы, сөнки үҙешмәкәр өсөн ярамай, ә башҡарыусы өсөн хәүефле тип табылды. Күп тә үтмәй үҙешмәкәр артистар һәм уларҙың алыштырғыһыҙ етәксеһе Петр Федорович Буриловтың ҙур үкенесенә, Рафаил Ғафаров менән хушлашырға тура килде.
Шәмбе кис Мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр кисәһе бара. Сәхнәлә хор, бейеүселәр һәм йырсылар сығыш яһанылар, тамашасылар алҡыштарҙы йәлләмәне. Күбеһе уларҙың билдәле герсе-баһадир Рафаил Ғафаровҡа яуҙы. Тамашасылар араһында командировкала булған обком ВЛКСМ инструкторы ла бар. Ул был баһадир тура-һында ишетеп, үҙ күҙҙәре менән күреү бәхетенә эйә булған икән. Сәхнәнән күргәндәре уны шаҡ ҡатырған, ә бит ул спортта күпте күргән кеше. 150 сантиметрлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, егеттә мускулатура яҡшы үҫешкән. Ул гер менән хайран итерлек номерҙар күрһәтә. Ауыр герҙәр уның ҡулында еңел генә һымаҡтар. Жонглированиены көс менән башҡара тор-ған «тирмән» номерҙары алыштыра барҙы. Барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылды һәм тамашасыға ысын артистизм менән күрһәтелде.
Өфөгә ҡайтҡас, инструктор Офицерҙар йортоноң спорт залында булды. Күнекмәләрҙе штангист Борис Михайлович Мосиевич алып бара ине.
– Тыңла әле, Борис, – тип уға өндәште ул. – Мин Дыуанда булып ҡайттым. Унда баһадир күрҙем. Һин ундайҙарҙы күргәнең юҡ. Талант. Самородок. Әйҙә һөйләш тә, уны Өфөгә саҡыр.
Борис Михайлович Дыуан бәһлеүәне менән ҡыҙыҡһынды. Тиҙҙән саҡырыу ебәрелде.
Рафаилға коллектив менән бәйләнеште өҙөү еңел булмай. Икенсе тап-ҡыр ҙа яуап бирмәне. Дыуанға республиканың спорт комитеты вәкиле, һуңыраҡ республиканың атҡаҙанған тренеры Марат Шәмиғолов килгәс кенә, Рафаил мөлкәтен йыйып, Өфөгә, үҙенең спорт киләсәгенә юлланды.
Ғафаровтың Өфөгә килеүе республика йыйылма командаһының Урал һәм Себер ауыр атлеттарының зона ярыштарына әҙерлек осоро менән тап килде.
Өфөләге Офицерҙар йортоноң ҙур булмаған залында Башҡортостандың ауыр атлетика спорты донъя рекордсыһы Виктор Чикишев, Рәсәй беренселегенең зона ярыштары һәм финалдарының бер нисә тапҡыр призеры Иван Крылатов, республика чемпиондары Михаил Герауф, Рәйес Вәлиев һәм башҡа билдәле атлеттар йыйылды. Әлеге ваҡытта кемдең нимәгә һәләтле булыуы, кемдең йыйылма командаға инеүгә лайыҡ булыуы хаҡында һүҙҙәр йөрөй ине.
Шул рәүешле Ғафаровҡа ауыр атлетикала кемдең-кем икәнлеген күреү мөмкинлеге тыуҙы. Яңы спортсмен һәләтле булып сыҡты. Етмәһә, Мосиевичҡа килгәндәрҙән айырмалы рәүештә, физик яҡтан да әҙер икән.
Өс ай эсендә Ғафаров классик өс- бәйгене үҙләштерә һәм ярыштарҙа сығыш яһарға әҙер була. Беренсе сығышы 1950 йылдың яҙында Өфөнөң рус драма театрында була, ул йәш атлеттың уңышы менән тамамлана. Шунда Рафаил Башҡортостандың еңел ауырлығындағы чемпионы исеменә лайыҡ була.
Ә бер йылдан Рафаил Ҡазан помостында имтихан тота. Бында Рәсәй чемпионаты уҙа. Уның сығышы был юлы ла айырылып торҙо, ул норматив үтәне. Ләкин СССР-ҙың спорт мастеры булыу өсөн өсбәйгелә норматив үтәр кәрәк ине.
Ғафаров үҙенә генә хас тырышлыҡ менән маҡсатҡа ынтылды. Ул ҡала һәм республика ярыштарында ҙур уңыш менән сығыш яһаны, еңел ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө исеменә лайыҡ булды.
Билдәләнгән кимәлгә, спорт мастеры исеменә, ул өс йыл буйына барҙы, һәм ауыр атлетика буйынса Башҡортостанда беренсе спорт мастеры тип табылды. Сығыш яһағанда ул бихисап рекордтарға тағы ла берәүҙе өҫтәне – ун ике тапҡыр республика чемпионы исемен яуланы.
Ғафаровтың шәхси архивында уның өсөн айырыуса иҫтәлекле һәм ҡиммәтле фотоһүрәт һаҡлана: 1958 йыл, Өфө ҡалаһы, Рус драма театры. Сәхнәлә – Рәсәй беренселеге еңеүселәренең почет пьедесталы. Юғары баҫҡыста бәләкәй генә батыр Рафаил Ғафаров тора. Түбәндә күптән түгел чемпион титулы өсөн көрәшкән ярышташтар – буласаҡ Европа чемпионы Виктор Марзағолов һәм Токио олимпиадаһы чемпионы Алексей Вахонин. Рафаил, оялсан ғына йылмайып, көсөргәнешле көрәштән айнымаған төҫлө баҫып тора, тир тамсылары арыған йөҙөнә ағыла. Диктор һүҙҙәренән һуң зал алҡыштарға күмелде:
– Башҡортостандан спорт мастеры Рафаил Ғафаров еңел ауырлыҡта Рәсәй Федерацияһы чемпионының алтын миҙалын яуланы.
Һуңынан ул тренерға ошо шатлыҡлы мәлдә бала сағы, Мәтәле ауылы, Дыуан мәҙәниәт йорто, Оло Ыҡтамаҡ һабантуйы иҫкә төшөүен һөйләйәсәк...
Боронғо грек мифологиялары менән илһамландырылған «Егет» исемле үгеҙ менән үткән күнекмәләр ҙә иҫкә төшә. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле күнекмәләрҙең Ғафаровҡа булышыуы тураһында бер хәл һөйләй. Бер ваҡыт Рафаилға күнекмә сборҙары ваҡытында, илдең көньяғында бер үҙе тураһында юғары ҡарашҡа эйә булған кеше менән бәхәскә керергә тура килә. Бәхәс кем дә кем ерҙән ҙурыраҡ ауырлыҡты күтәреүҙә була.
110 килограмлыҡтағы теге ауыр атлет ерҙән 247 кг ауырлыҡты күтәргән. Ғафаров, үҙе 58,5 кг ғына булһа ла, ерҙән 250 кг күтәрә. Шуны ла иҫкә төшөрөргә була: Дыуан районы мәҙәниәт йортоноң агитбригада составында сығыш яһағанда, Рафаил тамашасыларҙы үҙенең исеме менән атал-ған «Карусель» номеры менән сығыш яһап хайран иткәйне. Үҙҙәре теләп тамашасылар араһынан алты егет Ғафаровтың яурынына һалынған тимер торба остарына һәр яҡтан өсәрләп йәбешә лә, каруселдә өйөрөлә.
Былар спорт менән танышыуға тиклем булһа ла, Рафаилға ошо трюктар күп файҙа килтерҙе.
Ауыр атлетика спортынан Ғафаров еңелеү белмәгән СССР-ҙың почетлы спорт мастеры исемендә китте. Артабанғы тормошон ул көслө кешеләр тәрбиәләүгә бағышланы.
Башҡортостандың ауыр атлетика спортындағы ҡаҙаныштары өсөн Рафаил Ғафаров күп миҙалдар менән билдәләнде. Почет грамоталары, дипломдар, чемпион таҫмалары һәм жетондар менән бүләкләнде. Республиканың физик культураһын һәм спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы ла бар.
Ғафаров үҙе тәрбиәләгән спорт мастерҙары, мастерлыҡҡа кандидаттар, беренсе разрядлылар исемдәрен ғорурлыҡ менән атай – хәҙер уларҙың ҡайһы берҙәре тренерҙар булып киткән. Зинфир Хабериялов – ил беренселеге призеры, Рафиҡ Сираев, Борис Новоселов, Владимир Пузыренко, Николай Лизогуб һәм башҡа бик күп һоҡланғыс спорт мастерҙарын Рафаил Ғафаров тәрбиәләгән.
Башҡортостан еренең беренсе батыры
Бына ул почет пьедесталында тора, маңлайынан тирен һөртә-һөртә, тартыныбыраҡ йылмая. Тиҫтәләгән фото- һәм кинокамера яңы чемпионды пленкаға төшөрөргә ашыға. Кескәй батыр-ҙы тренерҙар һәм билдәле һәм башлаусы ғына спортсылар, яҡташтары, дөйөм әйткәндә, «тимер уйынын» яратыусылар сәләмләне.
– Башҡортостандың спорт мастеры Рафаил Ғафаров еңел ауырлыҡта Рәсәй Федерацияһы чемпионатының алтын миҙалын яуланы, – тип иғлан иттеләр.
Өфө рус драма театры стенаһы йәнә көслө алҡыштарға күмелде.
Рафаилдың уң яғында, почет пьедесталының икенсе баҫҡысында, Куйбышевтан йәш штангасы, буласаҡ Европа чемпионы Виктор Марҙағолов, һулда – Рудольф Плюкфельдерҙың уҡыусыһы, буласаҡ Токио Олимпиадаһы чемпионы Алексей Вахонин тора. Сисенеү бүлмәһендә хәбәрселәрҙең береһе Ғафаровтан спорт менән ҡасан дуҫ булыуын һораны.
– Һигеҙ йәштән.
Күптәр был яуапҡа йылмайып ҡуй-ҙы. Ғафаров аңлатып китте:
– Спорт биографияһының башы тип тәүге тапҡыр спорт залына килгән түгел, ә әсәйемә ҡоҙоҡтан һыу алып ҡайтҡан көндө иҫәпләйем...
Рафаил өлөшөнә ауыр бала саҡ төштө. Һуғыш башланғанда, уға туғыҙ ғына йәш булған. Шул саҡта уҡ ул хеҙмәттең нимә икәнен аңлай. Ун биш йәшендә яланда тағыусы булып эшләй. Бер стандан икенсе станға ауыр герҙәр ташый. Бер ваҡыт Дыуан районы һабантуйында ҡатнашҡанда ул ике ботлы гер күтәреүҙә еңеп сыға.
Тренер Борис Михайлович Мосиевич:
– Көсөң һинең күп. Бындай көскә – яҡшы техника кәрәк.
Республика чемпионының алһыу таҫмаһын алыу өсөн бихисап күнекмәләр үтте ул. Һуңынан зона ярыштарында еңеүҙәр һәм призлы урындар яулау булды. Байтаҡ йөрөлдө, штангасыларҙың сығыштары ҡаралды, һорашыу, кәңәшләшеү булды.
Һәр спортсы оҫталыҡ сиген яуларға хыяллана. Рафаил да был хаҡта хыялланды. Башҡортостанда был ваҡытта ауыр атлетика буйынса бер спорт мастеры ла юҡ ине. Бейеклекте яулау-ға өс йыл китте. Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә, шатлыҡтар ҙа – барыһы ла булды. Күтәрелгән йөҙәр тонна металл һәм йәрәхәттәр спортты ташларға мәжбүр итте. Ләкин Рафаил дауахананан һуң йәнә спорт залына килә, йыйылма команда менән ярыштарға бара һәм еңә ине. Рәсәй Федерацияһы чемпионы, СССР беренселеге призеры булды, Башҡортостан рекордтарын ҡуйҙы. Ғафаровтың еңеүҙәрен дауам итеп, уның хәстәрлекле ғаилә башлығы һәм тренер булыуын әйтергә кәрәк. Ул ике тапҡыр республика чемпионы исемен яуланы. Башҡорт батырҙарынан тәүгеләрҙән булып СССР-ҙың спорт мастеры булды. Хәҙер ауыр атлетика ярҙамында сығыш яһаусылар уның эҙенән бара. Уны башлап эҙ ярыусы, тиһәк тә хата булмаҫ.
Сығанаҡтар: И. Дизенко «Батыры земли башкирской» (Өфө, 1983 й.), В. Русев «Батыры земли башкирской» (Өфө, 1971 й.).

Башҡортостанда республиканың спорт ҡаҙаныштары йылъяҙмаһы барлыҡҡа килде
Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллығына педагогия фәндәре кандидаты Екатерина Плахутина етәкселегендәге Башҡортостан физик культура институты командаһы «Башҡортостандың спорт ғорурлығы» уникаль интернет-проектын башланы (https://vk.com/ sportsinrb).
Энциклопедия беренсегә сығарыла, уның йөкмәткеһе даими тулыландырыласаҡ. Шуға күрә проектҡа республикала йәшәүсе һәр кешенең ярҙамы мөһим!

Проектты үҫтереү өсөн нимә эшләргә була?
1. «Башҡортостандың спорт ғорурлығы» битенә яҙылырға (https:// vk.com/sportsinrb).
2. Энциклопедияла урынлаштырыу өсөн спортсы, тренер темаһын йәки кандидатураһын тәҡдим итеп, контентты формалаштырыуҙа ҡатнашырға. Бының өсөн ниндәй ҙә булһа тема (мәҫәлән, спорт төрө) йәки кеше (мәҫәлән, спортсының фамилияһы) күрһәтелгән заявканы [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк. Хаттың темаһы – «Башҡортостандың спорт ғорурлығы».
3. Проекттың конкурстарында һәм викториналарында ҡатнашырға.

Мәсетле баһадиры
Мәсетле баһадиры
Мәсетле баһадиры
Автор:Лариса Михалькова