Башҡортостан Республикаһының гидрогеология өлкәһендә беренсе һәм берҙән-бер геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), Рәсәй гидрогеологтар союзының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Халыҡ-ара экология, кеше һәм тәбиғәт хәүефһеҙлеге фәндәре академияһы рәйесе, Рус география йәмғиәте ветераны, Оло Аҡа ауылының почетлы гражданы Рәфил Абдрахмановты “Тере һыу” академигы тип йөрөтәләр. Ул – Уралдың Башҡортостанда академия кимәлендә гидрогеологик тикшеренеүҙе аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән иң ҙур гидрогеологтарҙың береһе. Рәфил Фазыл улы – Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Һуғыш балалары” статусына эйә, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалы менән наградланған.
Рәфил Фазыл улы төбәк гидрогеологияһы, генетик гидрогеохимия һәм гидроминераль ресурстар, Урал һәм Урал алдының тәбиғи-техноген геология системаларын өйрәнеү өлкәһендә Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә танылған белгес булып тора.
Уның ғилми эшмәкәрлек өлкәһе күп яҡлы һәм теоретик, ғәмәли гидрогеология мәсьәләләрен үҙ эсенә ала. Ул Башҡортостандың производство, проект, контролдә тотоу һәм башҡа органдарына индереү өсөн бер нисә тиҫтә эре ғилми эш башҡарған. Арҙаҡлы Мәсетле улының фәнни эштәре төбәктә тәбиғәт мөхитен һаҡлау, яҡшыртыу өлкәһендәге практик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Профессор Абдрахманов республикала төҙөлгән бер нисә ҙур объекттың дәүләт экология комиссияһы рәйесе булды. Уның тарафынан Баш-ҡортостандың нефть ятҡылыҡтары райондарының техноген боҙолған шарттарында ҡаты һәм шыйыҡ фазалар араһында катион-ара алмашыу процесының гидрогеохимик үҙенсәлеге билдәләнә. Техногенездың Шкапов һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтары районындағы тәбиғи һыуҙарҙың геохимик торошона тәьҫире тураһындағы фәнни асыштар ошо ятҡылыҡтарҙы үҙләштереп бөтөү проекттарына комплекслы экологик экспертиза үткәреүҙә файҙаланыла.
Шулай уҡ ул эре малсылыҡ комплекстары һыуҙарын утилләштереү райондарында ер аҫты һыуҙарының химик составы формалашыу һәм шул уҡ ваҡытта иреткестәр составы үҙгәреү үҙенсәлектәрен билдәләне. Был тикшеренеү һөҙөмтәләре Башҡортостан Министрҙар Советы (1989 йылдың 15 майындағы) һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ комплекстары ағынты һыуҙарын утилләштереүҙең рациональ алымдарын эшләү буйынса ҡарар нигеҙенә ятты.
1994 йылда Ғәмәли экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу проблемалары институтында супертоксиканттарҙың ер аҫты һыуҙарына тәьҫирен баһалау буйынса гидрогеологтар төркөмө “Диоксин” программаһы буйынса яуаплы башҡарыусы сифатында етәкселек итә. Донъя практикаһында тәүге тапҡыр диоксиндарҙың геологик мөхиткә 10-15 метрҙан ашыу үтеп инеүе асыҡланды. Быға тиклем сит ил тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, диоксиндың ҙур булмаған тәрәнлек – 0,2-0,3 метрҙан артыҡ үтеп инмәүе билдәләнгән ине.
Рәфил Фазыл улы көньяҡ-көнсығыш райондарындағы торама пункт-тар (Баймаҡ, Хәйбулла) һәм төбәктең көнбайыштағы ҡалаларын (Октябрьский, Туймазы) эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның етәкселегендә “Оло Ыҡтамаҡ”, “Бүздәк”, “Дүртөйлө”, “Хазина” минераль дауалау һыуҙары ятҡылыҡтары фәнни яҡтан асылды һәм нигеҙләнде. Ул Красноусол, Янғантау, Ассы һәм башҡа шифахана-курорт комплекстарының дауалау факторҙарын киңәйтеүҙә тикшеренеүҙәр алып бара һәм даими ғилми-консультация ярҙамы күрһәтә.
Башҡортостан Республикаһының беренсе Һыу кодексын әҙерләүҙә ҡатнаша. Абдрахмановтың башланғысы менән һәм уның етәкселегендә комплекслы геоэкологик, климат, гидрологик, тупраҡ тикшеренеүҙәре өсөн Көньяҡ Уралдағы тәүге “Һыу-баланс станцияһы” полигон-стационары төҙөлә. Ул төбәк гидрогеологияһы өлкәһендә мөһим ғилми-ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тәүге “Башҡортостандағы сөсө ер аҫты һәм минераль дауалау һыуҙары”, “Башҡортостанда карст”, “Башҡортостан гидрогеоэкологияһы” һәм башҡа фундаменталь монография эштәре әҙерләй.
Рәфил Фазыл улының ғилми эшмәкәрлеге 1977 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институтында башлана. 1983 йылдан алып ул ғилми һәм педагогик эшмәкәрлекте уңышлы алып бара, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты кафедралары профессоры, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Ун йыл дауамында Башҡорт дәүләт аграр университетында кафедра мөдире була.
Бөгөн ул Фәндәр академияһы системаһы Геология институтында үҙе ойошторған тәүге гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең айырым структур бүлексәһен етәкләй. Ул әҙерләгән һыу хужалығы йүнәлешендәге меңдән ашыу белгес республика райондарында һәм унан ситтә эшләй, улар араһында – фән кандидаттары һәм докторҙар. Ул – 500 самаһы ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 19 монография, туғыҙ ғилми брошюра, үҙәк журналдарҙа 70-тән ашыу мәҡәлә авторы.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.