Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Геройҙы эҙләп

Һуғыштан һуң “Бейек Татр” партизандар отрядының элекке командиры Вафа Әхмәҙуллинды хәрби дуҫтары бик оҙаҡ эҙләй, сөнки отрядта уға лейтенант Василий тип мөрәжәғәт итәләр, ә документ буйынса ысын исеме Вафа икәнен бер кем дә белмәй. Уның наградалары – орден һәм миҙалдары – шулай уҡ үҙ эйәһен тиҙ генә тапмай.

Геройҙы эҙләп
Геройҙы эҙләп

Вафа Мостафа улы – батырлығы менән маһаймаған аҙ һүҙле башҡорт егете. Һуғыштың тәүге көндәренән яу яланына китә, Еңеүҙән һуң да хеҙмәтен дауам итеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, тыныс тормошҡа сума, ғаилә ҡора, һөнәренә кире ҡайтҡаны өсөн яҙмышына рәхмәтле була.
1966 йылда ғына майор Дауыт Сәғитов геройға уның хәрби наградаларын тапшыра. Шунда уҡ, үҙе һуғышҡан, иптәштәрен ерләгән, фашистарҙан азат иткән урындарға – Чехословакияға саҡырып, хаттар килә башлай. Тыуған ерендә Вафа Мостафа улын уҡытыусы булараҡ белһәләр, бейек тауҙар илендә – Чехословакияла – ул герой, ҡыйыу партизан булған, был хаҡта хәрби дан урындарында уның исеме менән иҫтәлекле билдәләр хәтерләтә.
Минең 1981 йылда уҙған элекке партизандарҙың осрашыуы хаҡында һөйләгем килә.
Билдәле булыуынса, словак армияһының элекке подпоручигы Ладислав Беньо партизандар отрядына “Бейек Татр”ҙың хәрби юлы башында 15 словак менән килеп ҡушыла. Һуңынан ул штаб начальнигы булып китә һәм тыныс ваҡытта, нәҡ ул – философ, яҙыусы – “Бейек Татр” китабында азатлыҡ өсөн һуғышта партизандар батырлығы тураһында тулы бүлек яҙа. Ул хәләл ефете менән бергә хәрби иптәшенә ҡунаҡҡа юллана.
Был сараға оҙаҡ әҙерләнәләр. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе пионерҙары ҡунаҡтарҙы икмәк, тоҙ менән ҡаршы ала, ҡымыҙ менән һыйлай. Осрашыу Дыуан һәм Мәсетле райондары сигендә,Ҡаранай һәм Әбдрәшит ауылдары араһында, уҙа.
Делегацияла шағир Муса Ғәли ҙә була. Ул 1995 йылда “Китап” нәшриәтендә башҡорт телендә үҙенең герой-партизаны хаҡында “Тауҙар төш күрә” тигән китабын сығара.
Сарала КПСС-тың өлкә комитеты инструкторы булған Ҡәҙим Аралбай, башҡорт телендә сыҡҡан “Бейек Татр бөркөтө” китабы авторы, журналист Ризван Хажиев ҡатнаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был китап шул уҡ йылда донъя күрә.
Ҡунаҡтарҙы КПСС-тың Мәсетле районы комитетының яуаплы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы ала, осрашыуға йыйылыусылар алдында мәктәп уҡыусылары сығыш яһай. Тантана Ләмәҙтамаҡ ауылында уҙа. Төп ҡунаҡ Ладислав Беньо хәрби иптәше тураһында бындай һүҙҙәр әйтә: “Минең командирым бик аҡыллы, белемле, аҙ һүҙле, талапсан һәм бик йәш кеше булды”.
Беҙгә, герой яҡташтарына, ғорурланырлыҡ нәмәләр байтаҡ: Тыуған ил яҙмышы хәл ителгәндә, Вафа-Василий, йәш булыуына ҡарамаҫтан, отряд ойоштороп, уның менән командалыҡ итә алған, партизандарға бик ауыр шарттарҙа һуғыш алып барырға тура килгән.
Вафа Мостафа улының элекке уҡыусылары менән әңгәмәләшкәндә, уларҙың уны “Партизан” тип йөрөткәндәре асыҡланды. Бында сәйер бер ни ҙә юҡ – уҡыусылар ҡайһы берҙә үҙенең уҡытыусыларына яратып исем бирә. Ә был исем уға тап килә, сөнки ул бит ғүмере буйы алғы сафта тора, талапсан көрәшсе булып ҡала. Ниндәйҙер кимәлдә уҡытыусы ла, командир ҙа, остаз да.
Ветерандарҙың батырлығы – уларҙың иҫән сағында баһаланмауы үкенесле. Улар – Европала ғына герой, ә бында, Тыуған илебеҙҙә, ябай эшсәндәр булып ҡала.
Һәм бөгөн, Әй буйында тыуып үҫкән ҡыйыу егеттең тыуыуына 100 йыл тулғанда, беҙгә уның исемендәге сквер булдырып, геройыбыҙ, талапсан кеше, үҙ эшенең ысын оҫтаһына һәйкәл ҡуйырға ине. Ул киләсәк быуынға Мәсетле еренең данлы улы хаҡында һөйләп торор.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Һүрәттә: Вафа Әхмәҙуллин (һулда) һәм Ладислав Беньо, 1981 йыл, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе. 

Автор:Лариса Михалькова