Ул Теләш ауылында тыуған. Шул уҡ ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. 14 йәшендә ҡыҙ фермаға һауынсы булып барырға ҡарар итә. Хәйер, быға бер кем дә ғәжәпләнмәй, сөнки ул, ғаиләләге өлкән бала булараҡ, бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫә.
Фермалағы ауыр эш ҡыҙҙы ҡурҡытмай, ә бит ул ваҡыттарҙа һыйыр һауыу, малдарҙы эсереү, уларға аҙыҡ таратыу һәм тиреҫ таҙартыу кеүек бар эш ҡулдан башҡарылған.
18 йәшендә Тәнзилә апай Борис Мөхәмәтйәровҡа кейәүгә сыға. Ул йылдарҙа Ишәле ауылындағы ферма ҙур һауым һәм үрсем менән дан тота. Йәш һауынсы Тәғзимә Закирова һәм Таһира Мөхәмәтова кеүек тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итә. Улар өлгөһөндә ул һыйырҙарҙың продуктлылығын арттырыу өҫтөндә эшләй, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Хатта бала ҡарау буйынса ялда ла ике айҙан күберәк ултырмай. Районда беренселәрҙән булып юғары күрһәткестәргә өлгәшә – һәр һыйырҙан йылына 3000 литрҙан ашыу һөт һауып ала.
Етәкселек Тәнзилә Сәми ҡыҙының тырышлығын юғары баһалай. 1976 йылда ул тәүге юғары наградаға – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Аҙаҡ КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, ВЛКСМ-дың, партияның район комитеты, район Советы һәм колхоз идараһының бик күп почет грамоталары менән бүләкләнә.
1977 йылда СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы тапшырыла. Өс йылдан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Ленин ордены кавалеры була. 1980 йылда Тәнзилә Мөхәмәтйәрованы “Коммунист” колхозының һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙ эшендә ул намыҫлылыҡты һәм эш һөйөүсәнлекте баһалай. Коллектив хеҙмәткәрҙәренә тиң күреп ҡарай, мәсьәләләрҙе хәл иткәндә улар менән кәңәшләшә, тикшерә һәм шунан һуң ғына ҡарар ҡабул итә. Коллективта үҙен хөрмәт итәләр.
Был вазифала ул 2002 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Тәнзилә Сәми ҡыҙы – хеҙмәт ветераны, уның исеме райондың “Хеҙмәт Даны китабы”на индерелгән.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.