Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы матур һәм бай тәбиғәтле Мәсетле районында тыуып үҫкән. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Һуғыштан һуң да, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, Октябр-ҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.
Йәш белгес йүнәлтмә буйынса хеҙмәт юлын Архангел районы мәғариф бүлегендә башлай, аҙаҡтан мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
Оҙаҡламай, тормош иптәшен икенсе эшкә күсереү сәбәпле, уның ғаиләһе Ҡырмыҫҡалы районына күсеп китә. Бында ла Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы ошо уҡ өлкәлә эшләүен дауам итә – район мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
1966 йылда әүҙем етәксене КПСС район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп тәғәйенләй-ҙәр, артабан – КПСС-тың район комитеты секретары. Бер нисә тапҡыр район Советына депутат итеп һайлана.
1974 йылдан алып 18 йыл дауамында Фәниә Әсәҙуллина мәғариф хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары, фән профсоюзының өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары була. Хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау һәм сәләмәтләндереү өсөн бар көсөн һалып эшләй. Республика делегацияһы башында күп тапҡыр сит илгә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бара.
1986 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы янындағы урта педагогик уҡыу йорттарында ойоштороу-методика бүлеген етәкләй.
Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы директорҙар, уҡытыусылар, профессиональ уҡыу йорттары методистары араһында ҙур абруй ҡаҙана. Һуңғы йылдар-ҙа йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәғариф ветерандарының республика советы рәйесе итеп һайланды.
Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Фәниә Әсәҙуллинаға “Башҡортостан Республикаһы мәғарифының атҡа-ҙанған хеҙмәткәре”, СССР, РСФСР һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы почетлы исеме бирелде. Бөгөн ул “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен, Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы тыуған районы менән тығыҙ бәйләнештә тора: уҡыу йорттарының материаль базаһы һәм кадрҙар потенциалын нығытыуҙа ярҙам итә, Өфө ҡалаһында Мәсетле яҡташтары берекмәһен ойоштора һәм оҙаҡ йылдар уның етәксеһе була.
Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы – яҡшы әсәй һәм өләсәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған тормош иптәше менән бергә 50 йыл матур ғүмер итәләр. Ҡыҙҙары тарих фәндәре кандидаты, колледжда уҡыта.
Мәсетле районына һоҡ- ланғыс кеше һәм фиҙаҡәр хеҙмәткәр тәрбиәләгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Ул тыуған еренең лайыҡлы ҡыҙы!
Социалистик Хеҙмәт Геройы,
В. И. Ленин ордены кавалеры Л. Ш. Камалова,
Салауат Юлаев ордены кавалеры С. Б. Баязитов,
педагогия фәндәре кандидаты Ф. Б. Санйәров,
академик, профессор, БР Дәүләт Йыйылышы –
Ҡоролтай депутаты Ә. С. Ғаязов, БР Йәмәғәт
палатаһы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры
Г. М. Мөхәмәтйәрова.
Ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы! 85 йәш тулыу уңайынан иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Бер нисә тиҫтә йылдар дауамында башҡарған эшегеҙ тәрән хөрмәт һәм рәхмәткә лайыҡ. Күп йылдар вазифалы урындар биләп, Һеҙ барлыҡ көс, белем, энергияғыҙ һәм тормош тәжрибәһен Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһын үҫтереүгә бағышланығыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә тыуған яҡты үҫтереүгә өлөш индереп, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәһегеҙ. Һеҙ Өфө ҡалаһында мәсетлеләрҙе берләштереп Мәсетле яҡташтар берекмәһен булдырҙығыҙ. Ысын күңелдән Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, рух ныҡлығы, именлек һәм изгелек теләйбеҙ.
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.