Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
18 Октябрь 2021, 14:00

Тупраҡ белгесе ер ҡәҙерен белә

Мәсетле районынан ҡаҙаныштары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән районды бөтә республикаға, хатта илгә данлаған бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Арҙаҡлылар араһында уңдырышлы тупраҡ ҡатламын өйрәнгән ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Радик Миңлебаев та бар.

Тупраҡ белгесе ер ҡәҙерен белә
Тупраҡ белгесе ер ҡәҙерен белә

Радик Абдулхай улы Мәсетле районының Аҡҡын ауылында (был ауыл хәҙер юҡ инде) тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. IV класты тамамлағас, малай Тайыш ауылына йөрөп уҡый. Алты саҡрым ара уның өсөн күп түгел, буран-ямғырға ҡарамайынса, көн дә мәктәпкә юллана. Үҫмер Дыуан-Мәсетле мәктәбенең X класын уңышлы тамамлай һәм, күп тә үтмәй, уңған егетте колхоз рәйесе хисапсы итеп эшкә саҡыра. Ошо көндән алып Радик Миңлебаев башкөллө эшкә сума.
– Шул йылдарҙы һағынып иҫкә алам, ул осор минең өсөн ҙур тормош мәктәбе булды, – тип хәтирәләргә бирелә Радик Абдулхай улы. – Йәштәштәрем клубта йөрөй, ә мин күпме бесән йыйып алынғанын һанап ултырам.
Шулай ике йыл ярым эшләп алғандан һуң, Радик Миңлебаев Совет Армияһына хеҙмәткә юллана.
Райондан бөтәһе 180 кеше әрмегә оҙатыла, бөтәһе лә бер урынға эләгә. Хеҙмәт ваҡытында һалдаттарға юғары уҡыу йортона инеү өсөн бер ай отпуск бирәләр. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғандар хеҙмәттән бушатыла. Шулай итеп, Радик Абдулхай улы К. А. Ти-мирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы студенты булып китә. Стипендияның да күплеге, фәндәрҙең ҡыҙыҡлы, күңелгә ятышлы булыуы ла ҡыҙыҡһындыра уны. Тырыш егет академияны 1968 йылда тамамлай. Юғары белемле белгес Волгогипрозем институтының филиалында (аҙаҡ ул Волгогипрозем институтының Башҡорт филиалына үҙгәртелгән) тупраҡ ҡатламын өйрәнгән белгес булараҡ эшкә ебәрелә.
Радик ағай тупраҡ тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Һәр ваҡыт белемгә ынтылған егет бер урында ғына ултырырға яратмай: 1986 йылда – Харьков ҡалаһында кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 2005 йылда – Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетында докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Фән әһеле 1976 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының тупраҡты өйрәнеү кафедраһына эшкә күсә. Белемле белгес башта – ассистент, унан уҡытыусы, өлкән уҡытыусы һәм профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ул студенттарҙы уҡытыу һәм фәнни эҙләнеү эштәренә әйҙәй, ғилми хеҙмәт, монография һәм дәреслектәр авторы ла.
Радик Миңлебаев – бик күп уҡыусылары өсөн өлгө булған, уларға тәрән белем, бай тормош тәжрибәһе биргән ысын педагог. Уның игелекле булыуына, ойоштороу һәләтенә, ихласлығына, кешелеклелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Оҙаҡламай ер биләмәләренең теүәл хаҡын дөрөҫ иҫәпләп буласаҡ, сөнки Башҡортостан тупрағының электрон картаһын төҙөйҙәр. Был проект республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тәү ҡарауға төҫлө ҡорамаға оҡшаған һүрәттә, ысынында, бик мөһим мәғлүмәттәр туплана. Башҡортостан дәүләт аграр университетында республиканың тупраҡ картаһын һанлы форматҡа әйләндерәләр. Яңы картала тупраҡтың төрө, уларҙың билдәләре, химик составы һәм утыҙ йыл арауығындағы үҙгәрештәр күрһәтелә, сөнки ошондай карта һуңғы тапҡыр үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлә. Шуға ла университет белгестәренә, мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙҙан компьютерға күсереүҙән тыш, яңыларын да тупларға тура килә. Топографик мәғлүмәттән тыш, ерҙең уңдырышлылығын белеү мөһим, шуға ла тупраҡтың өлгөләрен лабораторияға ебәреп, анализ эшләйҙәр.
Радик Миңлебаев әйтеүенсә, тупраҡ – ул тере йән. Уны һаҡсыл ҡулланмаһаң, уңдырышлылығы кәмей, хаҡы ла төшә. Тикшеренеүҙәр Ҡырмыҫҡалы районында эталон тупраҡ булыуын күрһәткән. Тимәк, был мәғлүмәттәр ярҙамында ерҙең кадастр хаҡын да белергә мөмкин.
Электрон картаға Өфө, Иглин, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондары индерелгән. Киләсәктә бөтә Баш-ҡортостан буйынса мәғлүмәт туплап, райондар һанын 54-кә тултырыу маҡсаты тора. Башҡортостан дәүләт аграр университетында республиканың барлыҡ төбәктәренән дә йыйылған тупраҡтан күргәҙмә ойошторорға уйлайҙар. Әле бында 13 райондың яңы өлгөләре килтерелгән. Был тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе – ер ресурстарын дөрөҫ ҡулланырға һәм уңдырышлы тупраҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Фәнни мәҡәләләр, тиҫтәләгән китап-монографиялар авторы Радик Миңлебаев һөйләүенсә, ер – халыҡ өсөн үтә ҡиммәтле төшөнсә, тик беҙ уны һабантуйҙан ҡайтҡанда, уңыш алғанда йәки һалым түләгәндә генә түгел, көндәлек тормошта иҫкә төшөрөргә, ҡәҙер итергә тейешбеҙ.
Р. А. Миңлебаев – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Хашиә Мәхмүт ҡыҙы менән бер улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр, уларға юғары белем алыуҙа, үҙ аллы тормош ҡороуҙа ышаныслы терәк булдылар. Әйткәндәй, йәшлектә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныс- тарҙы бергә уртаҡлашып, 50 йыл ғүмер кисерә бәхетле пар.
Хашиә ханым менән аралашҡан кешеләр уны һәр ваҡыт сабыр холоҡло, тәрән аҡыл менән эш иткән төплө хеҙмәткәр, ипле ҡатын-ҡыҙ тип белә. Баҡсаһындағы сәскәһенә лә, ихаталағы малдарына ла һөйөү менән ҡарай.
Өлкән ҡыҙҙары Эльмира – хужабикә, өс бала тәрбиәләй, улдары Руслан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында эшләне, бөгөн – нефть эшкәртеү заводында. Кесе ҡыҙҙары Гөлназ – ике бала әсәһе. Һәр береһенең ғаиләһе бар, терәк ныҡ булғанлыҡтан, балаларҙың тормошо ла яйға һалынған. Ейән-ейәнсәрҙәре тик “бишле” билдәләренә уҡый. Бәләкәстәр олатай-өләсәйҙәренә йыш ҡунаҡҡа килә.
Радик Абдулхай улының матур өйө, төҙөк ҡаралтыһы әле лә уның бөтмөр, йәштәрҙән ҡалышмаҫ булыуын күрһәтә. Хәләл ефете – уңған хужабикә, хәстәрлекле инәй. Өфө районының Миловка ауылында сәскәгә күмелгән йәмле йорттары күҙҙең яуын алып тора.
Бала саҡтан алдына оло маҡсаттар ҡуйып, ныҡышып алға ынтылған Радик Миңлебаевтың тупраҡ белгесе булараҡ әйтер һүҙҙәре лә бар. Күңелен ҡырғаны – күп ерҙәрҙең эшкәртелмәй ятыуы. Һәр ерҙең хужаһы булһын. Бер ике-өс йылға һуңлаһаҡ, сабынлыҡтар-ҙы, һөрөнтө ерҙәрҙе юғалтасаҡбыҙ. Урман үҫәсәк, ерҙең уңдырышлылығы бөтәсәк.
Эльмир БӘХТИЗИН.
(“Башҡортостан” гәзитенән,
2021 йылдың 27 авгусында сыҡҡан һанда.)

Автор:Наркес Халиуллина