Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
5 Апрель 2021, 13:05

Тормош китабы

Ошо көндәрҙә оло ихтирамға лайыҡ һоҡланғыс яҡшы кеше Әшрәфйән Нурулла улы Хәбибуллин үҙенең 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ беҙҙең! Ошо матур, күркәм байрам көнөңдә беҙҙең ихлас теләктәрҙе ҡабул итеп ал.
Баш һүҙ урынына
Кеше тормош һуҡмағы буйлап атлай торғас, әйләнеп ҡарап ала: уйлана, һығымталар яһай. Үткәнгә уны хәтирәләр, һарғайған фотоальбом биттәре һәм әлбиттә, яҡташтары – йәштәштәре менән осрашыуҙар алып ҡайта. Уларҙың юлдары бер дәүерҙә киҫешкән, бер һуҡмаҡтан үтелгән, бергә эшләгәндәр, йәшәгәндәр.
Кеше ғүмере үҙе йәшәгән ваҡыт менән тығыҙ бәйле. Яҙмышы киндергә майлы буяу йәиһә күмер менән төшөрөлгән һүрәткә оҡшаш.
Киләсәккә күҙ һалып, ирекһеҙҙән тормош тарихы биттәре, уҙған быуын тормошо китабын байҡайбыҙ.
Атай, рөхсәт ит һинең тормош китабыңа, һин йәшәгән осорға күҙ һалып, хәтирәләр яңыртырға.

I бүлек: Бала саҡ
Әләгәҙ ауылында 1931 йылдың февраль һуңында Мәғрифә Әхмәтша ҡыҙы һәм Нурулла Хәбибулла улы ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Улдарына Әшрәфйән тип исем ҡушалар. Исеменең ваҡыт үтеү менән, уның дәрәжәһен, аҡылын, иркен, һәләтен, тормошта маҡсатҡа ирешеүгә һәләтен, шулай уҡ хөрмәт һәм абруйын билдәләп, яҙмышына ҙур йоғонто яһарын кем уйлаған. Баланы тик ике ай үткәс кенә рәсми теркәгәндәр, шуға ла уның тыуған көнө 1931 йылдың 5 апреленә яҙылған.
Әгәр кеше исеме уның яҙмышын билдәләй икән, уның тормошо баштан уҡ бәхетле булырға тейеш тә һымаҡ. Әммә яҙмыш, сабыйҙы аслыҡтан интеккән әсәһенең һөтөнән мәхрүм итеп, үҙенсә хәл итә, һуңынан 1933, 1935 йылдарҙағы ҡурҡыныс аслыҡ уны аяҡтан йыға. Ололар көн оҙоно колхоз эшендә, күрше Хәтимә әбей инеп, баланың кипкән ирендәрен һыу менән сылата, ә үҙе: “Аяҡҡа баҫмаҫ, ахыры”, – тип күҙ йәштәрен һөртөп ала.
Әммә ул, аслыҡҡа үс итеп, һауығып китә. Зирәк һәм отҡор малай белемгә тартыла. Өлкән ағаһы һәм апаһының китаптарын ҡарап, биш йәшендә латин алфавиты буйынса уҡырға өйрәнә. Мәктәпкә төшкәс, тиҙ арала кириллицаны үҙләштерә. Башланғыс мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамлай. Һәләтле малайҙы 5-се класҡа Оло Ҡыҙылбай мәктәбенә имтиханһыҙ уҡырға алалар. Тик ҡыш башланғас, йылы кейемдәре булмау сәбәпле, уҡыуҙы туҡтатырға тура килә.

II бүлек: Үҫмер йылдары
Әшрәфйәндең үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар менән колхоз эшендә ярҙам итә. Яҙ көнө ялан аяҡ килеш, арыҡ ат һәм үгеҙҙәрҙе егеп, ер һөрә, тырмата. Йәй сүп үләндәрен утай, ат аҙбарында эшләй. Көҙ етһә, ат егеп, иген һуға. Ҡыштарын 15 йәштән Дыуан районы Юғыҙ урман әҙерләү хужалығында ағас йыға.
Сатлама һыуыҡ, аттар ҡалын ҡарҙа бата. Ә һинең өҫтөңдә шахтерҙар кейә торған брезент ыштан. Ике аҙнаға етәрлек бер биҙрә картуф. Эш хаҡы урынына – иген ҡалдығынан тартылған көлсә бешерерлек ике килограмм он.
Һуғыш атайымдың ике туғанын – Ҡәүей менән Фәхрәзейҙе – алып китә. Туғандары Маннаф һәм Хәмит һуғыштан иҫән ҡайта. Ауыр һуғыш йылдары олатайымды ла аямай. Һуҡыр килеш бер семтем он хаҡына, ҡулы менән һәрмәп, бойҙай таҙарта торған елгәргесте әйләндерә. 1944 йылдың авгусында олатайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсә.
Ауыр һынауҙар үҫмерҙең холҡон сыныҡтыра, һәләттәрен аса. Шул уҡ йылда ул “Игенсе” колхозы ағзаһы була. Ошо ваҡытта уҡ Әләгәҙ мәктәбенең киске уҡыуҙарына йөрөй һәм ете класс тамамлай. Колхоз клубы китапханаһының уҡыу залы менән идара итә, ауыл йәштәрен үҙе янына йыя. Концерт номерҙары, постановкалар менән күрше ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһай.
Ойоштороу һәләтен күреп, уны Оло Ҡыҙылбай ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар, "Игенсе" (Әләгәҙ ауылы), “Һабансы” (Кесе Ҡыҙылбай ауылы), Карл Маркс исемендәге (Оло Ҡыҙылбай ауылы) берләшкән колхоздар ойошмаһының комсомол сәркәтибе була.
1953 йылдың көҙөндә атайымды Совет Армияһы сафына хеҙмәткә алалар. Ауыл советы депутаты? Шул йәштә? Көньяҡ-Сахалин ҡалаһындағы 26198 һанлы ғәскәри часта хеҙмәткә алынғандар араһында әлегә тиклем депутаттар булмай. Шуға ла уны хәрби часта писарь итеп тәғәйенләйҙәр.
1956 йылда хеҙмәттән тыуған колхозына әйләнеп ҡайта, тик унда бер айҙан ашыу ғына эшләп өлгөрә.

III бүлек: Өлгөрөү йылдары
Район хәрби комиссариаты тәҡдиме буйынса, шул уҡ йылдың ҡышында Әшрәфйән Нурулла улын Мәсетле район Советы башҡарма комитетына саҡыралар һәм дөйөм бүлек мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Ул ваҡытта башҡарма комитет рәйесе М. Ф. Фәтҡиев була, уның урынбаҫары – Х. М. Мусин, сәркәтибе – Н. М. Мәғәфүрова.
Элекке штаб хеҙмәткәре Мәсетле район Советы башҡарма комитетының бөтә башҡарыу эшен тәртипкә килтерә.
Башҡарма комитетта эшләү барышында ул Оло Ыҡтамаҡта киске мәктәптә 10 класс тамамлай һәм Силәбе юридик техникумына уҡырға инә. Юрист һөнәрен алып сыға.
Ул йылдарҙа партия район комитеты район Советы бүлек етәкселәренә кабинеттарҙа ултырырға форсат бирмәй. Йыл һайын уларҙы февраль айында ауыл Советтарына ауыл халҡынан һөт йыйыуҙы ойоштороу өсөн ебәрәләр. Яҙғы сәсеү эштәре, йәмәғәт малдарына мал аҙығы әҙерләү һәм уңыш йыйыу ваҡытында бүлек етәкселәре колхоздарға вәкил сифатында баралар. Дәүләткә йөн, йомортҡа тапшырыу планын үтәү өсөн, ауылдар буйлап йәйәү йөрөп, ауыл халҡына аңлатыу эше алып баралар.
1958 йылдың көҙөндә, 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан, был эште ойоштороу өсөн Әшрәфйән Нурулла улын дәүләт статистикаһы органдарына күсерәләр, тәүҙә иҫәп алып барыу буйынса инспектор вазифаһына, артабан – район дәүләт статистикаһы инспекторы итеп. Мәсетле һәм Балаҡатай райондары берләштерелгәс, территориаль инспектор вазифаһын башҡара.

IV бүлек: Ғүмер буйы башҡарған эш
1965 йылдың июль айында Әшрәфйән Нурулла улы Мәсетле район Советы башҡарма комитеты социаль тәьминәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1993 йылдың февраль айына тиклем, йәғни 27 йыл ярым, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Был уның ғүмерлек башҡарған төп эше булып ҡала.
Етәксенең эш сәғәте тәүлегенә 12 сәғәт тәшкил итә, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе көндө лә эштә була ул.
Тынғыһыҙ етәксе Әшрәфйән Нурулла улы һәр саҡ халыҡ араһында, үҙенең пенсионерҙары янында. Ул даими рәүештә граждандарҙы күсмә ҡабул итеү эшен, һуғыш инвалидтары, яуҙа ятып ҡалған яугирҙәрҙең ғаиләләре, яңғыҙ ҡарттар-ҙың өйөнә барыуҙы йыл һайын ойоштора. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен район Советының башҡарма комитеты ҡарарына сығара.
Етәксенең ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында пенсионерҙарҙы район колхоздары, совхоздары һәм предприятиелары аша аҙыҡ-түлек, уларҙың шәхси ихаталарын утын һәм фураж менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Партия һәм хөкүмәттең “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә льготалар” ҡарарын үтәү өсөн Әшрәфйән Нурулла улының инициативаһы менән яңғыҙ пенсионерҙарға даими йәшәү өсөн участка дауаханаларында айырым палата бүлеү мәсьәләһе хәл ителә. Сәнәғәт тауарҙары магазиндарында Бөйөк Ватан һығышында ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн мөйөштәр барлыҡҡа килә.
Райондың участка дауаханаларында табип-хеҙмәт эксперт комиссияһының (ВТЭК) эше, күсмә ултырыштар ҙа Әшрәфйән Нурулла улының контроле аҫтында була. Төрлө йылдарҙа ВТЭК рәйесе вазифаһын Р. М. Ғарипов, Г. И. Дилмөхәмәтова, А. В. Дерягин, Р. Т. Әхмәҙиева башҡара.
Яңғыҙ пенсионерҙарҙы даими ҡарау өсөн ҡарттар йорто төҙөү ихтыяжы тыуа. Әшрәфйән Нурулла улы инициативаһы буйынса бындай йорттар “Серп и Молот” (рәйесе И. П. Крючков) колхозында һәм “Мәсәғүт” совхозында (директоры Б. И. Ярушин) төҙөлә. “Әй” совхозында һәм Ленин исемендәге колхозда төҙөү планлаштырыла. Әммә колхоз һәм совхоздар бөтөрөлөп, был эш атҡарылмай ҡала, ә хәҙерге ваҡытта төҙөлгәндәре лә маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай.
Әшрәфйән Нурулла улы социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләгән осорҙа бүлек социаль тәьмин итеү буйынса төньяҡ-көнсығыш район бүлектәре өсөн терәк булды һәм республикала иң яҡшылар иҫәбендә килде. Етәксенең хеҙмәттәре “РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы” түш билдәһе менән билдәләнде, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған социаль тәьминәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
1970 йылдарҙа, Ленинград ҡалаһында белемде камиллаштырыу курсында уҡып йөрөгән ваҡытта, атайыма төньяҡ баш ҡалала социаль тәьминәт органдарында эш һәм фатир тәҡдим итәләр. Әгәр ул шул ваҡытта был тәҡдимде ҡабул итһә, был мәҡәлә бөгөн баҫылмаҫ та ине, моғайын.
Район хакимиәте һәм башҡарма комитет аппаратында эшләү ваҡытында Әшрәфйән Нурулла улы күп йәмәғәт эштәрен башҡарҙы. Ул дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты, партияның район комитеты ревизия комиссияһын етәкләй, медицина хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт советы рәйесе була, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең дөйөм ата-әсәләр комитеты рәйесе, алты саҡырылыш Мәсетле район Советы башҡарма комитеты пария ойошмаһының секретары, башҡарма комитет ҡарамағындағы ирекле халыҡ дружинаһы командиры, тиҫтәләгән йәмәғәт ойошмалары һәм комиссиялар ағзаһы булды.
1959, 1970 һәм 1979 йылдарҙа Әшрәфйән Нурулла улына Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу эше йөкмәтелде. Районда иҫәп алыу эшен яҡшы ойошторғаны өсөн БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, ә СССР Министрҙар Советы уға рәхмәт белдерҙе.

V бүлек: Пенсия йәшендәге йәш кеше
Хәлдәрең нисек һинең бөгөн атайым? Нисек йәшәйһең? Нимә өсөн ҡыуанаһың? Тыныс аяҙ күк, яңы көн, яҙҙың тәүге тамсылары, алмағастың хуш еҫле сәскәләре. Тыуған илдәренә – бәләкәй генә ерҙә торған атай йортона балаларың һәм ейәндәреңдең ҡайтыуы. Һәм, Аллаға шөкөр, иҫән Атайым һәм Әсәйем, Олатай һәм Өләсәй.
Нимә һине борсой? Бөйөк державаның, колхоз һәм совхоздарҙың тарҡалыуы. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, бөтөн илде туйҙырыусы ауылдарҙың бөтә барыуы. Халыҡ мәшғүллеге кимәле кәмеү. Сит яҡтарға эш эҙләп сығып киткән атайҙарын көткән балалар яҙмышы. Аҡыл миграцияһы. Кеше вайымһыҙлығы, рухи ҡиммәттәрҙең бөтөүе.
Атайымдың оҙаҡ йәшәү сере нимәлә? Уның тормошҡа мөнәсәбәтендә. Һәр иртәһе, хәл-торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, күнекмәләрҙән башлана.
Һәр ваҡыт хәрәкәттә. Атайымдың эшһеҙ ултырғанын күрмәҫһең: саф һауала физик хеҙмәт, урманға сығып дарыу үләндәре һәм бәшмәк йыйыу, скандинав йөрөшө.
Ә, бәлки, оҙаҡ йәшәү сере уның кешеләргә, кешеләрҙең уға ҡарата булған мөнәсәбәтендәлер? 30 йыл дауамында һәр төрлө яҡлап ярҙам иткән әбей-бабайҙарҙың рәхмәтендәлер. Шуға ла ирҙәр, уны осратҡан саҡта, баш кейемдәрен һала, ә олораҡтар, хөрмәт күрһәтеп, баш эйә. Ул үҙенең хеҙмәте, күрһәткән хәстәре менән яҡташтарының мөнәсәбәтен, хөрмәтен яуланы!
Шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ һәм эскер-һеҙ булып ҡалды: юғары ултырған етәкселәр ишеген ҡаҡманы, бар донъя ҡытлыҡ кисергән саҡта сауҙа нөктәләрен яуламаны, үҙе өсөн һарайҙар һалманы.
Атайымдың хәтеренә һоҡланырлыҡ. Ул үҙе бер оло энциклопедияға торошло. Район тарихын көнөнә тиклем, бөтә ваҡиғаларын яҡшы хәтерләй. Яратҡан шағиры Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын яттан һөйләй.
Атайым күңеле менән йәш, күҙҙәре һәр саҡ осҡон сәсеп тора. Тормош ауырлыҡтары уны һындырманы. 90 йыл матур ғүмер һуҡмағына үрләй. 64 йыл тормош иптәше Венера Фәйзулла ҡыҙы менән өлгөлө тормош көтә. Өс ҡыҙы, алты ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Алда Хоҙай биргән яҙмыш ҡушыуы көтә. Ошо юл менән атла, атайым, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ, оптимист булып ҡал! Күңел тыныслығы һиңә, шул уҡ ваҡытта әүҙем дә бул. Оло йәштә булһағыҙ ҙа, әсәйем менән бергә беҙҙең өсөн ышаныслы тыл һеҙ.
Рәхмәт һиңә, Атай, беҙҙең бәхетле бала саҡ, уҡыу менән тулы йәшлек һәм бөгөнгө тыныс тормош өсөн!
Атай булараҡ, һин һәр ваҡыт үҙ балаларыңдың кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеп, беҙҙе һүҙ менән түгел, ә шәхси миҫалың менән йәшәргә өйрәттең һәм өйрәтәһең. Һин һәр саҡ бар эштә лә беҙгә өлгө! Беҙ һиңә оҡшарға тырышып йәшәйбеҙ. Һин – ысын атайҙар өлгөһө!
Хоҙай һине үҙе һаҡлаһын!