Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бындай режиссерҙар илдә һанаулы ғына!

Мәсетле районының почетлы гражданы, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рифҡәт Исрафиловҡа уҙған йыл Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Ошо уңайҙан Фәрит Фәтҡуллиндың “Ҡыҙыл таң” гәзитенең 2020 йылғы ғинуар һанындағы ҙур мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рифҡәт Исрафиловҡа Салауат Юлаев ордены тапшырғанда заманында уның Башҡорт академия драма театры коллективын яңы ижади үрҙәргә күтәргәнен иҫкә төшөрҙө, был өлкәләге хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Рифҡәт Вәкил улы инде күптән Ырымбурҙа эшләһә лә, үҙен Өфөнән, Башҡортостандан ситтә итеп тоймай. Күрше өлкәнең дан ҡаҙан-ған театры етәксеһе булараҡ та, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре берлегенең республикалар советы рәйесе булараҡ та беҙҙәге дәрәжәле сәнғәт сараларында, һәр төрлө юбилейҙарҙа даими ҡатнаша.
Сәнғәткә бына ярты быуат инде фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе актер, режиссер, театр педагогының маҡтаулы исемдәрен һәм вазифаларын иҫкә төшөрәйек. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989 йыл), Рәсәй Федерацияһының Дәүләт (1996) һәм БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) премиялары лауреаты; БАССР-ҙың (1977), Татарстандың (1993), Төньяҡ Осетия-Аланияның (2002) һәм РСФСР-ҙың (1987) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре; Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почет (2002) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары, БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1991) менән бүләкләнгән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры (1981-1996); Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы (1979), доценты (1987), профессоры (1993-1998); Санкт-Петербургтағы Петровка фән һәм сәнғәт академияһы академигы итеп һайлана (1995); Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре берлеге секретары һәм Рәсәйҙең милли театр-ҙар советы рәйесе; М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрының сәнғәт етәксеһе (1997 йылдан); Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры (1998 йылдан).
Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында 1941 йылдың 8 сентябрендә тыуған Рифҡәт Исрафилов исемле малай бындай бейеклектәргә нисек күтәрелгән һуң? Һуғыш сыҡҡандың иртәгәһенә үк Вәкил Исрафилов улдары Ғәбделәүәл, Фәрих, Рәүил, Рафас һәм бишенсегә ауырлы хәләл ефете Хәтмиямал менән һаубуллашып, ҡулына ҡорал ала. Аяғы ҡаты яраланып ҡайтҡан яугирҙе, һауыға төшкәнен дә көтмәй, Өфөгә моторҙар заводы төҙөлөшөнә ебәрәләр. Шунда йәрәхәте аҙып, гангрена башлана, донъя ҡуя. “Мин атайымдың йөҙөн түгел, ҡан һарҡып торған ҙур яраһын ғына хәтерләйем, – ти режиссер. – Һуғыш ун ете генә йәше тулған Ғәбделәүәл ағайымды ла йотто”.
Ниндәй генә ауырлыҡтар-ға ҡарамаҫтан, тол әсә дүрт улын уҡыта, эшкә өйрәтә, кеше итә. Үҫмерҙәр аталарынан ҡалған гармунды сиратлашып тарталар, әсәләренең һағышлы моңон күңелдәренә һалалар. Үҙ ауылдарында ете класс тамамлаған Рифҡәт белем алыуҙы Оло Аҡа урта мәктәбендә дауам итә. Был ауыл олоһо ла, кесеһе лә актив ҡатнашҡан драма түңәрәге менән дан тота. Гармунға әүәҫ һәм шиғырҙар ҙа яҙа башлаған Рифҡәтте сәхнә үҙенә нығыраҡ тарта. “Аҫылйәр”ҙәге Шәрәф уның сәхнәләге тәүге роле була.
Бәләкәйҙән болонда аттар көтөп, утын, бесән әҙерләп үҫкән, киномеханик ағаһына ярҙамлашып йөрөгән егет урта мәктәптән һуң колхозда эшкә ҡала. Тиҙҙән уны клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр һәм колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Активлығын күреп, район етәкселәре уны комсомол райкомы инструкторы итеп күсерә. Бер аҙҙан ул Стәрлетамаҡ сәнғәт училищеһына күсә...
Һүрәттә: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рифҡәт Исрафилов менән.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2021 йылдың 12 мартта 21-се һанында уҡығыҙ.