Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлсирә Шафиҡованың йондоҙло хыялы

Күп йылдар дауамында кескәйҙәрҙе матур-матур әҫәрҙәре менән һөйөндөргән билдәле яҡташыбыҙ, республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, шағирә Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова иртәгә юбилейын билдәләй.

Гөлсирә Шафиҡова 1955 йылдың 16 майында Яңы Мишәр ауылында крәҫтиәндәр ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һуңынан Өфө китапхана техникумында белем ала һәм 1976 йылда дипломлы белгес булып сыға. Ҙур ҡалала уҡыу уға күп нәмәләр бирә. Бында ул тәү тапҡыр ысын театрҙы күрә, элек китаптары буйынса ғына белгән билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар менән осраша.
Гөлсирә Мазһар ҡыҙының хеҙмәт эшмәкәрлеге тыуған районы менән бәйле: мәҙәниәт бүлеге инспекторы, китапханасы булып эшләй. 1976 йылдан – Йонос ауыл китапханаһы мөдире. Хәҙер билдәле шағирә хаҡлы ялда.
Райондаштарыбыҙҙың күптәре шағирәнең әҫәрҙәре менән таныш. 1997 йылдан Гөлсирә Шафиҡова республиканың Яҙыусылар берлеге ағзаһы булып тора. Үҙенең тәүге шиғырҙары менән үк ул китап һөйөүсе бәләкәстәр күңелендә урын биләй, улар өсөн шағирәнең һәр әҫәре – мөғжизә һәм тылсым, ҙур һәм серле тирә-яҡ мөхит тураһында яңы нәмәләрҙе өйрәнеү мөмкинлеге.
Күп йылдар Гөлсирә Мазһар ҡыҙы шиғырҙарын район гәзитендә баҫтыра, артабан поэтик әҫәрҙәре республика баҫмаларында донъя күрә башлай. “Тере мендәр” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1992 йылда баҫылып сыға. Гөлсирә Шафиҡованың ябай һәм аңлайышлы шиғырҙары балалар күңеленә хуш килә, улар аша кескәйҙәр уҡырға һәм һанарға ла өйрәнә, тормоштоң төрлө мәлдәрен аңлай башлайҙар һәм етди аҙымдарға әҙер булып үҫәләр. Гөлсирә Мазһар ҡыҙының әйтеүенсә, ул балалар өсөн яҙа. Үҙенең бала сағынан хәтерендә ҡалған һәр көндөң матурлығын, ҡыуанысын, һөйөүен еткерергә тырыша ул.
Әҙибәнең ижады өсөн нескә юмор, сағыу образлылыҡ, көтөлмәгәнлек һәм сағыштырыу хас. Үҙенең шиғырҙарын ул күңелһеҙ өйрәтеүҙәр һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре формаһында бирмәй, ә балаларға элек билдәле булмаған яңы нәмәләрҙе үҙҙәренә өйрәнергә мөмкинлек биргән серле йомғаҡ итеп ҡалдыра. Гөлсирә Шафиҡованың шиғырҙары мәҡәл һәм әйтемдәр менән байытылған. Ул башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен белеп файҙалана.
Уҡыусылар авторҙың “Һөт ҡасты/ Йәләй, өләсәй һәм бейәләй” (1994), “Йәйҙә ҡунаҡта” (1997), “Аҙашҡан көн” (1998), “Алһыуланған аҡ болот” (2005), “Йондоҙло хыял” (2018) исемле китаптарын ҡулдарына алып һөйөндө. Күп әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Гөлсирә Мазһар ҡыҙының ижады Рәшит Әхтәри район премияһы һәм Рәмзилә Хисаметдинова премияһы менән билдәләнгән.
Гөлсирә Шафиҡова әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Бик йыш мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа үҙенең уҡыусылары менән осраша, әҙәби конкурстар ойоштороуҙа ҡатнаша. Тормош юлдашы Фәтих Шафиҡов менән 40 йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисерәләр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шағирә үҙе артабан да ижад итәсәген белдерҙе, көс һәм сәләмәтлек кенә булһын. Хәҙер Гөлсирә Мазһар ҡыҙы тик ололар өсөн яҙа. “Олон” , “Яралы тирәк” тигән китаптары нәҡ ололар өсөн бағышлап яҙылған. Әле “Гөлләмә” исемле йыйынтығы нәшриәттә әҙерләнә. Унда ололар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар тупланған.
– Мин, үҙем етди күренһәм дә, юмор яратам. Яҡташтарымдың, дуҫтарымдың, туғандарымдың теленән ишеткәндәрҙе эләктереп алам, уларҙы күп әҫәрҙәремдә нигеҙ итеп ҡулланам. Бер нисә һөйләмдең әҫәргә әйләнеүе ҙур ҡыуаныс. Бындай шиғырҙарҙы яратып уҡыйҙар. Матур әҫәр тыуҙырыр өсөн ишеткән фекерҙе тик байытырға, өҫтәргә генә кәрәк. Мин ҡәләм тотоп шиғыр яҙып өҫтәл артында ултырмайым, юлдарҙы гел күңелемдә йөрөтәм, әҙер булғас ҡына баҫам.Ҡысҡырып үҙ-үҙемә уҡыйым, матур образлы яңғырағансы төҙәтәм. Бик йыш уларҙы һүрәт итеп күҙ алдынан үткәрәм. Уҡып, бошоноп, көлөп алған саҡтарым да була. Әҫәрҙәремде уҡып, башҡалар ҙа тәьҫирләнергә, уйланырға, рухи көс алырға тейештәр тип уйлайым. Барлыҡ табыштарым – үҙ телемдән, халыҡ теленән бит! – ти билдәле яҡташыбыҙ.
Хөрмәтле Гөлсирә Мазһар ҡыҙы! Матур һәм бай ижад юлығыҙ артабан да дауам итһен, илһам шишмәгеҙ һайыҡмаһын, ә ғаиләгеҙ һеҙҙе ҡанатландырып торһон. Уңыштар һәм сәләмәтлек Һеҙгә!