Зәки Әхмәт улы Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән. Уның бала һәм үҫмер саҡтары Әй йылғаһы буйында, ауылдың Баҫыу урамында (әлеге Пионер урамы), Еләкле яланда үтә. Ул Әләгәҙ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, колхозда эшләй.
1944 йылда 17 йәшлек Зәкиҙе хеҙмәткә алалар. Башта ул Алыҫ Көнсығышта Рус утрауына эләгә, Ҡорал мәктәбендә уҡый. Ете йыл буйы Тымыҡ океан флотында “Ретивый” эсминецында хеҙмәт итә. Япония менән һуғышта, 1945 йылда Корсаков (Көньяҡ Сахалин) портын алыуҙа ҡатнаша. Өлгөлө хеҙмәте һәм күр-һәткән ҡаһарманлығы өсөн “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған.
Демобилизацияланғандан һуң, Зәки Әхмәт улы 1951 йылда киске мәктәпте тамамлай һәм Хабаровскиҙа юридик мәктәпкә уҡырға инә.
Зәки Саҙретдинов Хабаровскиҙағы Орджоникидзе исемендәге нефть эшкәртеү заводында иҡтисадсы булып эшләгән Полина Агафоновна менән яҙмышын бәйләй.
Йәштәр Башҡортостанға күсеп ҡайта, бында ғаилә башлығы бер нисә йыл башта Күгәрсен районының Йомағужа ауылында тәфтишсе булып эшләй, бер йылдан Өфөгә күсә. Зәки Әхмәт улы хаҡлы ялға сыҡҡансы Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе була.
– Ул ваҡытта яҙыу машиналары юҡ ине, – тип иҫенә төшөрә ул. – Бөтә документтарҙы ла ҡулдан яҙабыҙ. Енәйәт урынына ат менән сығабыҙ. Иҫемдә, бер ваҡыт, Йомағужала эшләгәндә, иртән иртүк участковый менән сығып киттек. Минең атым тартылып китте һәм эйәрҙән ҡолап төштөм. Ян-яғыма ҡараһам, йыраҡ түгел ҙур айыу торғанын күрҙем. Шул саҡ пистолетымды тартып сығар-ҙым, ләкин ул ярҙам итмәҫтер, ә киреһенсә, йыртҡысты асыуландырыр ғына тип уйлап алдым. Мин ҡатып ҡалдым. Айыу бер минут самаһы ҡарап торҙо ла, боролоп үҙ юлы менән китеп барҙы.
Полина Агафоновна Өфө нефть эшкәртеү заводында иҡтисадсы булып эшләй. Был өлкәлә уның эш стажы – 60 йыл самаһы. Үкенескә күрә, ҡатыны 2011 йылда донъя ҡуя.
Хәҙер Зәки Әхмәт улы хаҡлы ялда. 2015 йылдан Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһында оло ҡыҙы Ирина янында йәшәй. Ул белеме буйынса филолог. Кесе ҡыҙы Светлана – мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Быйыл Зәки Саҙретдинов-ҡа 93 йәш тула. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош позицияһын биләй. Ул Ватанын яратыусы кеше, үҙ иленең патриоты. Бөйөк Ватан һуғышы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветеранын үҫеп килеүсе быуынға өлгө итеп ҡуялар. Уны мәктәп уҡыу-сылары һәм йәштәр менән осрашыуҙарға саҡыралар, унда ул хәтирәләре менән уртаҡлаша, йәштәрҙе үҙ ерҙәренә лайыҡлы булырға өндәй:
– Аяуһыҙ һуғыш йылдары беҙҙең быуын өлөшөнә төштө. Беҙ Ватаныбыҙ алдындағы бурысыбыҙҙы үтәнек – илде һаҡлап ҡалдыҡ. Һеҙҙең быуын иңенә башҡа ауырлыҡтар һәм проблемалар тура килде. Бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – Ватаныбыҙға һөйөү. Үҙемдән һәм хәҙер инде иҫән булмаған иптәштәрем исеменән үҙ илегеҙҙе яратырға, олатайҙарығыҙ-ҡарт олатайҙарығыҙ ҡаһарманлығын иҫтә тоторға саҡырам. Һеҙгә, йәштәргә, күп уҡырға, күп нәмәгә өйрәнергә, әүҙем тормош позицияһында булырға, рәсәйлеләрҙең киләһе быуындарына Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү эстафетаһын тапшырыр өсөн үҙегеҙ һәм үҙ илегеҙ алдында намыҫлы булырға кәрәк.