Алексей Игнатьевич Самосюк (12.02.1905 – үлгән датаһы билдәһеҙ). Партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ғаиләһе менән бергә Белоруссиянан Башҡортостан-ға килгән. 1917 йылда Ивано-Казанка мәхәллә мәктәбен тамамлаған. 1916 – 29 йылдарҙа – Иглин районы Ивано-Казанка ауылындағы үҙ хужалығында иген игеүсе, 1929 – 31 йылдарҙа – Иглин районының Ивано-Казанка ауыл советы рәйесе, 1931–1933 – Ивано-Казанка сельпоһы рәйесе, 1933–1934 – ВКП(б)-ның Өфө райкомы пропагандасыһы, 1934–1935 – Иглин районының “Ҡанаш” колхозы идараһы рәйесе, 1935-36 – Өфө районы “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозы идараһы рәйесе, 1936-37 – Өфө өлкә партия мәктәбе ҡарамағындағы 9 айлыҡ курс тыңлаусыһы, 1937 – ВКП(б)-ның Өфө райкомы инструкторы, 1937–1941– хеҙмәтсәндәрҙең Өфө район советы башҡарма комитеты рәйесе, ВКП(б)-ның Өфө райкомы икенсе секретары, 1941–1952 – ВКП(б)-ның Балаҡатай райкомы беренсе секретары, 1952–1953 – хеҙмәтсәндәр депутаттарының Өфө өлкә советы башҡарма комитетының сауҙа бүлеге мөдире, 1953-54 – Өфө ҡалаһында Лутовинов исемендәге ял йорто директоры, 1954 – 61– КПСС-тың Мәсетле райкомы икенсе секретары. “Почет билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) ордендары, “1941– 1945 йылдарҙағы батыр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған. Гродненск губернаһы Пружанск өйәҙе Котренск улусы Бакуны ауылынан (хәҙерге Беларусь Республикаһының Гродненск өлкәһе). Оло Ыҡтамаҡ ауылында донъя ҡуйған.
Йәғәфәр Зәйнәғәтдин улы Бәҙретдинов (12.02.1912 – 2007). Финанслаусы-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974). Ҡазан совет төҙөлөшө һәм хоҡуҡ институтын (1933), СССР Финанс министрлығының Ленинград финанс академияһын (1956) тамамлаған. 10 йәшендә атай-әсәйҙән ҡала. Үкһеҙ етем булараҡ, 1927 йылда II баҫҡыс Дыуан-Мәсетле мәктәбе ҡарамағындағы балалар йортона ҡабул ителә. 1933–1937 – Башҡорт АССР-ының үҙәк башҡарма комитеты Президиумы инструкторы. 1937–1941 –консультант, оператив бүлек начальнигы, Башҡорт АССР-ы Финанс министрлығының Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы һәм Дәүләт кредиты идаралығы начальнигы урынбаҫары. 1941–1946 – Ҡыҙыл Армия дивизияһы штабы ҡарамағындағы ялан кассаһы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1946–1954 – Башҡорт АССР-ы Финанс министрлығының Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы һәм Дәүләт кредиты идаралығы начальнигы урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәре депутаттарының Стәрлетамаҡ өлкә Советы баш-ҡарма комитеты секретары. 1956–1980 –пенсияға киткәнсе – Өфө ҡала Советы баш-ҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почет билдәһе” (1971) ордендары һәм 12 миҙал менән наградланған. Өфө Почет кенәгәһенә индерелгән(1972). Ләмәҙтамаҡ ауылынан. Өфөлә донъя ҡуйған.
Галина Михайловна Киселева (12.02.1952). Партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Өфө китапхана техникумын (1973), Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1981), марксизм-ленинизм университетын (1986) тамамлаған. 1969–1974 – В. И. Ленин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, 1974–1984, 1990–1991 – китапханасы, үҙәк китапхананың методика-библиография бүлеге мөдире, үҙәк балалар китапханаһының уҡыу залы мөдире, 1984–1990 –КПСС-тың Мәсетле район комитеты инструкторы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1992–2007 – Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы рәйесе урынбаҫары, рәйесе, башлығы. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
Павел Иванович Окунцев (13.02.1955), механизатор, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Әләгәҙ урта мәктәбен (1972), Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған (1977). В 1977–1989 – “Мәсәғүт” совхозының 3-сө бүлексәһе бригадиры, 1989 йылдан – механизатор. Буртаковка ауылынан.
Мәрйәм Сафа ҡыҙы Сөнәғәтуллина (14.02.1947), табиб. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Баш-ҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған (1973). 1973–1974 – Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһы хирургы. 1974 − 1978 – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, 1978 –1979 – Учалы ҡала дауаханаһы табип-хирургы, 1979–1988 – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы, 1988–1991 – “Сосновый бор” шифаханаһы табип-неврологы, 1991– 2003 – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы, 2004 – “Ҡарағай” шифаханаһы табип-хирургы. Республикала беренсе булып үҙәк район дауаханаһында иглорефлексотерапия ысулын индерә. Һабанаҡ ауылынан.
Мансур Ишмөхәмәт улы Ғүмәров (15.02.1951), механик-протез яһаусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1996). Яңы Мишәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1968), 1-се Силәбе һөнәри-техник училище-интернатын (1970) тамамлаған. 1970 йылдан Өфө протез-ортопедия предприятиеһында механик-протез яһаусы булып эшләй. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены менән бүләкләнгән (1986). Ясин ауылынан.
Тәнзилә Сәми ҡыҙы Мөхәмәтйәрова (16.02.1947), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Мәсетле районының Почетлы гражданы (2008). Теләш урта мәктәбен тамамлаған (1964). 1964–1984 –һауынсы, 1985—2002 – “Коммунист” колхозының (“Восток-1” ЯСЙ-һы) һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләй. Районда беренселәрҙән булып юғары күрһәткестәргә ирешә – һәр һыйырҙан йылына 3000 литр-ҙан ашыу һөт һауып ала. Хеҙмәт ветераны (1991). Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1975) менән наградланған. “Хеҙмәт Даны” кенәгәһенә индерелгән. Теләш ауылынан.
Файза Хакимйән ҡыҙы Сабирйәнова (17.02.1930 − 26.02.2010), китапханасы. Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған (1952). Хеҙмәт юлын Карл Маркс исемендәге колхозда башлаған. 1953 − 1979 − Оло Ҡыҙылбай китапханаһы мөдире, 1979 − 1985 − үҙәк район китапханаһының комплектлау һәм эшкәртеү бүлеге мөдире. Оло Ҡыҙылбай ауылынан, шунда донъя ҡуйған.
Евдокия Александровна Балдина (17.02.1931), малсы. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1955). Буртаковка башланғыс мәктәбен тамамлаған (1945). 1945 − 1988 − “Мәсәғүт” совхозында баҫыусылыҡта һәм малсылыҡта эшләй. Хеҙмәт ветераны (1988). Балаҡатай районының Ямаш ауылынан.
Зөфәр Вәкил улы Әсмәндиәров (18.02.1949), педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1971), Бөрө дәүләт педагогия институтын (1982) тамамлаған. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәнгә тиклем (1968 − 1970) “Мәсәғүт” совхозында ревизор булып эшләй. 1970 – Әләгәҙ ҡулланыусылар йәмғиәте ревизоры, бухгалтер, Ростов ауыл Советы секретары, Мәсетле район Советы башҡарма комитетының дөйөм бүлек мөдире, 1976 йылдан –Теләш урта мәктәбе уҡытыусыһы, Ростов ауыл Советы секретары, 1989 йылдан Теләш урта мәктәбе директоры, 2005 – 2009 – уҡытыусы. Ишәле ауылынан.
Рәсимә Йыһангир ҡыҙы Әхмәтйәнова (18.02.1954), хореограф. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (1976). 1976 йылдан район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Әй” бейеү коллективына етәкселек итә, уға 1978 йылда халыҡ исеме бирелә. 1988 йылдан – балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, “Йәй-ғор” бейеү ансамбле етәксеһе. 1988 – “Ҡабырсаҡ”фольклор коллективы төҙөй. “Урал” телестудияһы мөхәррире. Халыҡ коллективтарының иң яҡшы етәксеһе (2005). Яңы Мишәр ауылынан.
Фәхерйән Сәләх улы Сәләхов (20.02.1916 – 22.12.1959), совет һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1950). 1933–1936 – Оло Аҡа уҡыу өйө мөдире, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты курсанты. 1936 – Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Яраланып, демобилизацияланғандан һуң, 1943–1945 йылдарҙа Мәсетле райсоветы секретары, рәйесе (1945—1957) булып эшләй. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған (1949). Әжекәй ауылынан, Оло Ыҡтамаҡ ауылында вафат булған.
Нина Федоровна Перевышина (20.02.1951), социаль хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000). РСФСР МСО-һы Силәбе юридик техникумын тамамлаған(1989). 1969–1973 – Мәсетле район балалар китапханаһы китапханасыһы булып эшләй. 1974–1993 – Мәсетле районы хакимиәтенең социаль тәьминәт бүлеге инспекторы, өлкән инспекторы, 1993–2004 –мөдире. “ Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән (1991). Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһынан.
Семен Ефимович Максимов (22.02.1925 – 15.08.2017), педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сы. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен (1940), Свердловск педагогия институтын (1965) тамамлаған. 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. 1943 йылдың июленән – Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Барашевка, Түбәнге Бобин башланғыс мәктәптәре уҡытыусыһы. 1951–1986 – Кесе Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған (1943). Үрге Бобин ауылынан, Кесе Ыҡтамаҡ ауылында вафат булған.
Алмаз Таһир улы Әхмәтов (25.02.1940), инженер-механик. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы (1985). Оло Аҡа урта мәктәбен (1957), Ҡазан ауыл хужалығы академияһын (1964) тамамлаған. 1957–1959 – “Алметьевнефть” нефть-газ сығарыу идаралығының 3-сө нефть промыслаһында нефть сығарыу операторы, 1964 йылдан Саба районы “Абдинский” совхозының баш инженеры, 1967 йылдан яңы техника индереү буйынса өлкән инженер, Саба район “Сельхозтехника” ойошмаһы оҫтаханалары мөдире, 1970 йылдан – Балтасы райсельхозтехникаһы баш инженеры, 1973 йылдан – Татар АССР-ы Министрҙар Советының “Сельхозтехника” республика берекмәһе автомобилдәре һәм МТП-һын техник хеҙмәтләндереү идаралығы начальнигы, 1978 йылдан – Татар АССР-ының ауыл хужалығын производство-техник тәьмин итеү буйынса дәүләт комитеты автомобилдәре һәм МТП-һын техник хеҙмәтләндереү идаралығы начальнигы, 1986–1988 – Татар АССР-ы Дәүләт агросәнәғәтенең машиналарҙы һәм ҡорамалдарҙы механизациялау һәм электрлаштырыу бүлексәһе начальнигы, 1991– 2001 – бүлексә начальнигы урынбаҫары, 2001– 2003 – Татарстан Республикаһы Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлек министрлығының механизация һәм электрификация бүлеге начальнигы урынбаҫары. Хеҙмәт ветераны (1989). Оло Аҡа ауылынан.
Фларид Заһиҙулла улы Зәбихуллин (26.02.1967), педагог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003). М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған (1991). 1991–1997 – Иглин районы Урман урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1997– 2004 – математика анализы кафедраһы уҡытыу-сыһы, физика-математика факультеты деканы урынбаҫары, 2004 йылдан – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның белем биреүҙә информатика һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы доценты. Юлай ауылынан.
Кәрәм Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин (02.1913 – билдәһеҙ). Дыуан-Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбен (1931), Ҡазан дәүләт юридик институтын (1934) тамамлаған. 1934 йылдан – Ейәнсура һәм Кушнаренко прокуратураһы халыҡ тәфтишсеһе, 1937 йылдан – Башҡорт АССР-ы Прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, 1938 йылдан – Башҡорт АССР-ы прокурорының махсус эштәр буйынса ярҙамсыһы, 1941 йылдан – Башҡорт АССР-ы Прокуратураһының тәфтиш бүлеге начальнигы, 1942 йылдан – Благовещенск ҡалаһында Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби прокуроры, 1943 йылдан – ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитетының МГБ, МВД, прокуратура, суд органдарының кадрҙар секторы мөдире, 1945 йылдан – Өфө ҡалаһы прокуроры урынбаҫары, 1950–1954 – Башҡорт АССР-ының юстиция министры. 1971–1975 йылдарҙа – Баш-ҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт арбитражы рәйесе. “1941 – 1945 йылдарҙағы батыр хеҙмәте өсөн” (1945), “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ләмәҙтамаҡ ауылынан, Өфө ҡалаһында донъя ҡуйған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.