Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ уның менән хаҡлы ғорурлана. Ул республика етәкселеге, Башҡортостандың һәм Рәсәй-ҙең юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм профессорҙары араһында ҙур абруй ҡаҙанған.
Вәрис Миндибай улының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Нәҡ ошо ваҡытта уның характеры формалаша һәм тормошҡа дөрөҫ ҡараш барлыҡҡа килә.
Әхлаҡи тәрбиәне ғаиләһендә ала. Йыланыш ауылында атаһы машина-трактор станцияһында тимерсе булып эшләй. Әсәһе өс баланы тәрбиәләү менән мәшғүл. 1945 йылда уҡыуын директор Хөсәйен Фәт-ҡуллин етәкләгән Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә дауам итә.
Мәктәптән һуң, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында юғары уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Артабан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына эшкә саҡыралар. Унда Р. Х. Миһранов, В. Д. Рыленко (Баш-ҡортостандың эске эштәр министры булып китә), К. Г. Төхвәтуллина, У. Н. Бакиров кеүек легендар шәхестәр менән хеҙмәт итә.
1964 йылдан ауыл хужалығы институтының теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. Аспирантураны уңышлы тамамлап, техник фәндәр кандидаты, ғалим дәрәжәһе алыуға диссертация яҡлай.
Күп йылдар дауамында студенттарға белем бирә, физика кафедраһы мөдире була. Йәш һәм белемле ғалим Дусыевты ауыл хужалығы институты парткомы секретары итеп һайлайҙар. Ул осорҙа институттың партия ойошмаһы көслө булып һанала. Унда биш йөҙгә яҡын коммунист иҫәпләнә. Шулай уҡ бер нисә йыл дауамында республиканың ғалимдар союзын етәкләй.
Вәрис Миндибай улы физика, математика ысулдары, механика, юғары мәктәп проблемалары буйынса 146 фәнни һәм фәнни-методик эш баҫтырып сығарған. Уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу пособиелары авторы, Өфө ҡала Советы һәм Совет райсоветы депутаты. Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары алдындағы тырышлығы, йәштәрҙе әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләгән, күп йыллыҡ фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн “Рәсәйҙең юғары мәғарифы почетлы хеҙмәткәре” билдәһе һәм “Почет билдәһе” ордены, күп һанлы почет грамоталары һәм дипломдар менән бүләкләнгән. Уға “Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” почетлы исемдәре бирелгән.
Вәрис Миндибай улы – яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Людмила Матвеевна республика вуздарында физиканан уҡытты. Дусыевтар 50 йыл бергә ғүмер кисерә, ул үҫтерҙеләр, ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙамлашалар.
Һуғыш йылдарының һәм унан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп, Вәрис Дусыев Рәсәй-ҙең һәм республиканың ҙур ғалимы һәм йәмәғәт эшмәкәре булыуға иреште. Уның маҡсатҡа ынтылыусанлығы, ныҡышмалылығы, тәртибе, юғары мәҙәниәте, кешеләргә хөрмәт менән ҡарауы һоҡланыу той-ғоһо уята. Ул бөгөн дә коллегалары, студенттар һәм халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙалана. Районға ауыл хужалығы белгестәре әҙерләргә ярҙам итте, Өфөлә яҡташтар берләшмәһе булдырыуға өлөш индерҙе.
Бына ошондай һоҡланғыс кеше тыуып үҫкән һәм сыныҡҡан Мәсетле ерендә. Уның бар ғүмере тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған.
Вәрис Миндибай улының тормош юлы йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн өлгө булып тора.