Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
7 Февраль 2020, 13:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

(1-10 февраль)

Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы Дилмөхәмәтова (1.02.1931), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. СССР профессиональ союздарының XV съезы делегаты (1971). Райондың почетлы гражданы (2006). Оло Аҡа мәктәбен тамамлаған (1942). 1942 йылдан “Аҡа” колхозында (“Әй” совхозы) көтөүсе, ашнаҡсы, быҙау ҡараусы булып эшләй (1943-1950), һауынсы (1951-1983). Районда тәүгеләр-ҙән булып һәр һыйырҙан 3000 литрҙан ашыу һөт һауып алған. 1971 йылда – 4146 литр. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ленин (1971), Октябрь революцияһы (1973) ордендары, “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” (1945), "В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә намыҫлы хеҙмәт өсөн” (1970) миҙалдары, СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы менән бүләкләнгән. Оло Аҡа ауылынан.
Марсель Мәғруп улы Әмиров (1.02.1936), филолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1967). Оло Аҡа урта мәктәбен (1953), Ҡазан дәүләт университетын (1960) тамамлаған. 1960-1963 йылдарҙа – Татар АССР-ы ВЛКСМ өлкә комитетының пропагандалау бүлеге инструкторы, 1967 йылдан – Ҡазан дәүләт университетының философия һәм фәнни коммунизм кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, 1969 йылдан – Татар АССР-ы өлкә комитетының пропагандалау һәм агитация бүлеге лекторы, 1973 йылдан – “Татарстан коммунисы” журналы баш мөхәррире урынбаҫары, 1974-1984 йылдарҙа Ҡазан ветеринария институты филиалының (Яр Саллы ҡалаһы) марксизм-ленинизм кафедраһы уҡытыусыһы. 60-тан ашыу хеҙмәт авторы. Әжекәй ауылынан.
Таисья Николаевна Ватолина (1.02.1948), сусҡа ҡараусы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡортостандың атҡа-ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һөнәрселек училищеһын тамамлаған. 1965-1969 йылдарҙа – ПМК-ла ташсы, көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында сәс киҫеүсе. 1969-2003 йылдарҙа – Ленин исемендәге колхоздың алдынғы сусҡа ҡараусыһы.Свердловск өлкәһенең Әртә районы Прогресс ауылынан.
Фәғил Вәкил улы Зарипов (2.02.1936), ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Яңы Мөслим урта мәктәбен (1983) тамамлаған. 1943-1955 йылдарҙа – Яңы Мөслим һарыҡсылыҡ фермаһы көтөүсеһе, 1958-1987 йылдарҙа – Жданов исемендәге колхоздың иген келәте мөдире. Яңы Мөслим ауылынан.
Флорид Ғәбделйән улы Ғайнанов (2.02.1947- 25.11.1995), хужалыҡ эшмәкәре. Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1969), Башҡорт ауыл хужалығы институтын (1977) тамамлаған. 1966 йылдан – “Мәсәғүт” совхозы комбайнсыһы, 1969 йылдан – Ғафури районының Табын ауылында “Сельхозтехника” район берләшмәһе механизацияланған отряды начальнигы, 1971 йылдан – Мәсетле районының “Сельхозтехника" берләшмәһе механизацияланған отряды начальнигы. 1977 йылдан – Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. 1982 йылдан – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1983 йылдан – Мәсетле МСО-һы рәйесе, 1987 йылдан – Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинаты директоры, 1991 йылдан – Мәсетле районы халыҡ депутаттары район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1992 йылдан – Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинаты начальнигы. “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1982). Мәләкәҫ ауылынан. Оло Ыҡтамаҡта вафат булған.
Нәҡи Сәбиғиәр улы Әмиров (3.02.1929 – 29.09.2014), совет, партия, хужалыҡ эшмәкәре. Мәсетле районы халыҡ депутаттары Советы депутаты (1965-1987). Силәбе өлкәһенең совет партия мәктәбен (1965), КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен (1973) тамамлаған. 1948 йылдан Жданов исемендәге колхозда тимерсе, электромеханик, электр селтәре директоры, партия ойошмаһы секретары булып эшләгән. 1965 йылдан – “Коммунист” колхозы рәйесе, 1973 йылдан – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1980 йылдан – Мәсетле районы халыҡ депутаттары район Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1987-1990 йылдарҙа – район киноселтәре директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почет билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән. Яңы Мөслим ауылынан, Оло Ыҡтамаҡта вафат булған.
Рифат Муллаян улы Заянов (3.02.1946), инженер, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡорт- остандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). 1-се республика мәктәп-интернатын (1963), Өфө нефть институтын (1968) тамамлаған. 1968-1975 йылдарҙа – “Гипронефтеспецмонтаж” проект институты өлкән инженеры, төркөм етәксеһе, 1976-1978 йылдарҙа – “Башспецстрой” тресының проект-смета бүлеге етәксеһе, 1978-1983 йылдарҙа – “Центрмежрайгаз” тресы баш инженеры урынбаҫары, 1983-1987 йылдарҙа – баш инженеры, 1987-1993 йылдарҙа – “Башагростройпроект” институтының комплекс бүлеге начальнигы. 1993 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының төҙөлөш, транспорт һәм коммуналь хужалыҡ бүлеге баш белгесе, мөдир урынбаҫары. Һалҡын Шишмә ауылынан, Өфөлә йәшәй.
Зыял Сәләх улы Шәйхетдинов (3.02.1948), журналист, партия хеҙмәткәре. СССР Журналистар берлеге ағзаһы (1980). Мәләкәҫ (1961), Ләмәҙтамаҡ (1965) мәктәптәрен, Баш-ҡорт дәүләт университетының филология факультетын (1977), КПСС-тың Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Свердловск юғары партия мәктәбен (1983) тамамлаған. Совет Армияһында хеҙмәт иткән. Мәләкәҫ мәктәбе уҡытыусыһы, завучы (1973-1977), Мәсетле райсоветы башҡарма комитеты мәҙәниәт бүлеге мөдире (1977-1979), “Коммунист” район гәзите мөхәррире урынбаҫары (1979-1981) булып эшләгән. 1983 йылдан – КПСС-тың Мәсетле райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире. 1985-2008 йылдарҙа – “Башҡортостан гәзитенең төньяҡ-көнсығыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе, 2008 йылда башҡорт телендә "Әйлестан” гәзитен ойошторған. Башҡортостан Республикаһының, Башҡортостандың матбуғат, нәшер һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығының, “Башҡортостан” гәзите редакцияһының почет грамоталары, предприятиелар һәм ойошмалар грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Борғатья ауылынан.
Венера Сәлим ҡыҙы Акимова (3.02.1954), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970), Башҡорт дәүләт медицина институтын (1976) тамамлаған. 1978 йылдан – Салауат ҡалаһының 2-се дауаханаһы табип-терапевы, дауалау эше буйынса баш табип урынбаҫары, 2002 йылдан – поликлиника буйынса баш табип урынбаҫары. 2009 йылдан – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы. Юғары категориялы табип, Салауат ҡалаһы Советы депутаты (2006-2009), хеҙмәт ветераны (2008). Яңы Тормош ауылынан.
Биктимер Ғәлиулла улы Әхмәров (6.02.1903 – 1989), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Урал өлкә юридик курстарын тамамлаған. 1910 йылдан – Яңы Мөслим, Ямаш ауылдарында ялланма эшсе, 1920 йылдан – курьер, иҫәп алыусы, Яңы Мөслим ауылында волревком ЗАГС бүлеге мөдире. 1921 йылдан – ВКП(б)-ның Златоуст өйәҙ комитеты татар-башҡорт коллегияһы рәйесе, Златоуст өйәҙ башҡарма комитетының милләттәр бүлеге мөдире, 1921 йылдан – уполномоченный, 1924 йылдан – Яңы Мөслим ауылында уҡытыусы, 1-се баҫҡыс мәктәп мөдире, 1926 йылдан – Ямаш ауылында волость башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Мәсәғүт ауылында халыҡ тәфтишсеһе, 1928 йылдан – Ҡыйғы, Баймаҡ, Белорет райондарында прокурор, 1938 йылдан – Белорет заводы директоры, 1940 йылдан – “Башнефтестрой” тресының Туймазы төҙөлөш контораһы начальнигы, 1945 йылдан – Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт халыҡ комиссары, 1946 йылдан – ВКП(б)ның Башҡортостан өлкә комитетының урындағы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлеге секретары урынбаҫары һәм мөдире, 1947 йылдан – Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, 1950-1954 йылдарҙа – “Башнефть” ойошмаһы начальнигының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Яңы Мөслим ауылынан.
Рәйес Шабан улы Хизбуллин (6.02.1938-11.04.2017), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Пермь өлкәһенең Очерск ҡалаһында индустрия техникумын (1965), Баш-ҡорт ауыл хужалығы институтын (1982) тамамлаған. 1955 – 1957 йылдарҙа – Фрунзе исемендәге колхоз колхозсыһы, 1960-1961 йылдарҙа – Яраҫтау һөнәрселек училищеһы шофер-инструкторы, 1965-1966 йылдарҙа – Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең производство уҡытыуы буйынса завучы, 1966 – 1977 йыл-дарҙа – Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе, 1977-1979 йылдарҙа – баш инженер, 1979-1990 йылдарҙа – партбюро секретары, 1990-1995 йылдарҙа – БАССР-ҙың 50 йыллығы колхозы рәйесе. “Почет билдәһе” ордены (1982), “Хеҙмәт ветераны” (1984) миҙалы менән бүләкләнгән. Иҫке Мишәр ауылынан.
Рәфис Исхаҡ улы Мөхәрләмов (8.02.1940 – 2004), инженер-химик, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1970). Оло Аҡа урта мәктәбен (1958), Ҡазан химия-технология институтын (1965) тамамлаған. 1965-1970 йылдарҙа – Алтай крайының Бийск ҡалаһы инженер-химигы, 1970-2004 йылдарҙа – Ҡазан химия-технология институтының экология кафедраһы уҡытыусыһы. Оло Аҡа ауылынан, Ҡазанда вафат булған.
Нина Алексеевна Середа (9.02.1948), тупраҡ белгесе-агрохимик, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен (1966), Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын (1971) тамамлаған. 1976 йылдан – баш агрохимик, Башҡортостандың ауыл хужалығын химиялаштырыу проект-эҙләү станцияһы бүлек начальнигы. 1990 йылдан – “Башкирское” НПО-һы бүлеге мөдире, 2000 йылдан – Башҡорт дәүләт аграр университетының агрохимия кафедраһы мөдире. 220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Баязит Зәки улы Яҡупов (9.02.1951), педагог. Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдын-ғыһы (1995). Башҡорт дәүләт университетын (1973) тамамлаған. 1973-1984 йылдарҙа – математика уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, 1984 йылдан – Әләгәҙ урта мәктәбе директоры. Оло Ҡыҙылбай ауылынан, Әләгәҙҙә йәшәй.
Рафаҡ Хизбулла улы Ғиниәтуллин (9.02.1961), биолог, ғалим, биология фәндәре докторы (2019). Йонос урта мәктәбен (1980), Баш-ҡорт дәүләт педагогия институтын (1985) тамамлаған. 1983 йылдан – Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге биология институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре. 80-дән ашыу хеҙмәт авторы. Тимерәк ауылынан, Өфөлә йәшәй.
Гөлсәсәк Рәфит ҡыҙы Солтанова (9.02.1975), филолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2008), Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1990), Мәсәғүт педагогия колледжын (1994), Башҡорт дәүләт университетын (1999) тамамлаған. 1999-2000 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының 114-се урта мәктәбендә уҡытыусы, 2000-2007 йылдарҙа – БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы ассистенты, өлкән лаборанты, уҡытыусыһы, 2007 йылдан – БДУ-ның административ-идара аппараты белгесе.
Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы Мирхәйева (10.02.1927 – август, 2017), педагог, крайҙы өйрәнеүсе. Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының I съезы делегаты (1955). Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты (2016). Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен, Тимерязов исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1947) тамамлаған. 1947-1980 йылдарҙа – Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең география уҡытыусыһы. Ҡыйғы районының Алағуз ауылынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе rnuriev1@gmail. com электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.