Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
29 Ғинуар 2020, 14:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

(28 – 31 ғинуар)

Ольга Андреевна Ахунова (28.01.1952 – 19.05.2012), уҡытыусы. Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007), Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы (1995). Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1973), БДПИ ҡарамағында практик психологтар бүлексәһен (1991) тамамлаған. 1973 – 1980 йылдарҙа – Октябрьск, Әләгәҙ урта мәктәптәре, Кривой Рог ҡалаһы Терновск районы мәктәбе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1980 йылдан – Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусыһы. “Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан, шул уҡ ауылда вафат булған.
Ваһап Сәйетйән улы Сәйетйәнов (30.01.1929 – 04.10.1989), домна цехы горновойы, производство алдынғыһы. Абдулла ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған, Белорет ҡалаһында фабрика-завод уҡыуында булған (1944). 1944 – 1989 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының домна цехында эшләгән. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт Даны кенәгәһенә индерелгән (1961). Ленин ордены менән бүләкләнгән (1960). Абдулла ауылынан, Белорет ҡалаһында вафат булған.
Владимир Павлович Коряков (30.01.1941 – 06.03.2000), тарихсы, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1973), профессор, МВД полковнигы. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен көмөш миҙалға (1961), М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетын (1968) тамамлаған. 1955 – 1958 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхозда эшләгән. 1968 йылдан – Плеханов исемендәге Свердловск халыҡ хужалығы институтының философия кафедраһы мөдире, 1973 – 2000 йылдарҙа – МВД-ның Мәскәү юғары мәктәбе академияһының дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ уҡытыусыһы. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан, Мәскәүҙә вафат булған.
Рәйес Рауил улы Хәйерзаманов (30.01.1956 – 03.01.2003), спортсы, ветврач, хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР-ҙың гер спорты буйынса спорт мастеры (1981), Татарстан Республикаһының ауыр атлетика буйынса чемпионы (1983). Дыуан ауыл хужалығы техникумын, Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан ветеринария институтын (1983) тамамлаған. 1983 йылдан – “Мәсәғүт” совхозы баш ветврачы, Мәсетле һөт заводы директоры урынбаҫары, Мәсетле райпоһы рәйесе. Яңы Мөслим ауылынан. Оло Ыҡтамаҡта вафат булған.
Нурғаян Фазылйән улы Кәримов (30.01.1958), механизатор, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Яңы Мөслим һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1973), Иглин һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған. 1979 – 1985 йылдарҙа – “Сельхозхимия” водителе, 1985 йылдан – А. А. Жданов исемендәге колхоз механизаторы (“Мөслим” ЯСЙ-һы). Яңы Мөслим ауылынан.
Илһам Мөхәмәтхай улы Хафизов (30.01.1967), педагог, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2000). Әләгәҙ урта мәктәбен (1984), Башҡорт дәүләт университетын (1993) тамамлаған. 1993-1994 йылдарҙа – Әләгәҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1995 – 2005 йылдарҙа – Мәләкәҫ мәктәбе директоры, 2006 – 2009 йылдарҙа – 2-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры, 2009-2010 йылдарҙа – Мәсетле районы мәғариф бүлеге начальнигы.
Нурғәли Хәйҙәр улы Алхайҙаров (31.01.1930 – 18.10.2004), киномеханик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), СССР кинематография отличнигы (1980). Бәләбәй кинематографистар училищеһын (1948) тамамлаған. 1948 йылдан күсмә киноҡоролмала эшләгән, 1950 – 1994 йылдарҙа – Дыуан-Мәсетле ауыл мәҙәниәт йорто киномеханигы. Ҡорғат ауылынан, Йыланыш ауылында вафат булған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https: vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.