Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
23 Ғинуар 2020, 17:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

(21-27 ғинуар)

Самат Мостафа улы Вәисов (21.01.1901 – 28.03.1973), партия, совет, хужалыҡ эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡорт өлкә совет партия мәктәбен тамамлаған (1929). 1921-1923 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән. Мәсәғүт кантоны башҡарма комитеты ЗАГС бүлеге мөдире, КПСС-тың Мәсетле райкомы бүлек мөдире, “Мәсәғүт” совхозы сәйәси бүлеге гәзите мөхәррире булып эшләгән. 1937 йылдан – Оло Ыҡтамаҡ МТС-ы директоры, 1940 – 1942 йылдарҙа – КПСС-тың Мәсетле райкомы секретары, 1942 – 1946 йылдарҙа – Оло Ыҡтамаҡ МТС-ы сәйәси бүлеге начальнигы, Ямаш МТС-ы директоры, 1946 – 1962 йылдарҙа – Мәсетле район советы башҡарма комитеты бүлек мөдире, “Еңеүҙәргә” район гәзите (хәҙер – “Мәсетле тормошо”) бүлек мөдире. Мәсетле районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырған. Оло Аҡа ауылынан, Оло Ыҡтамаҡта вафат булған.
Баһау Дәүләтхан улы Вәлиев (21.01.1921 – 10.04.2001), шофер, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1980). 1940 – 1946 йылдар-ҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Киевты, Румынияны, Венгрияны, Чехословакияны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1946 – 1981 йылдарҙа “Мәсәғүт”совхозында шофер булып эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Әләгәҙ ауылынан, шунда уҡ вафат булған.
Марат Мулланур улы Ғибәҙуллин (21.01.1956), хәрби табип, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006). 1-се Өфө медицина училищеһын, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған (1981). 1983 йылдан – Санкт-Петербург ҡалаһы граждандар оборонаһы полкының медицина хеҙмәте начальнигы, 1990 йылдан – Германияла ғәскәрҙәрҙең Көнбайыш төркөмө полкы медицина хеҙмәте начальнигы, 1994 йылдан – Санкт-Петербург Хәрби-топография училищеһы поликлиникаһы начальнигы, 1997 йылдан – Санкт-Петербург педиатрия медицина университетының кафедра доценты.
Ғүмәр Ғосман улы Бәҙретдинов (23.01.1950 – 15.10.2010), музыкант, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының баян класын тамамлаған (1974). 1974 – 1976 йылдарҙа Мәсетле район мәҙәниәт йорто методисы, директоры булып эшләгән, 1976 – 2004 йылдарҙа – Әжекәй ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Музыкаль әҫәрҙәр, шул иҫәптән “Аҡсарлаҡ”, “Әй буйҙары”, “Һыу һибегеҙ гөлдәргә”, “Ағыла болот” йырҙары авторы. Әжекәй ауылынан, шунда уҡ вафат булған.
Баҡый Мөхәмәтхай улы Ғөзәйеров (25.01.1917 – 2007), хәрби, отставкалағы майор. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Мәсәғүт педагогия училищеһын (1938), Ҡыштым хәрби-пехота училищеһын (1940) тамамлаған. 1928 йылдан “Осҡон” колхозында ат ҡараусы булып эшләй, 1938 йылдан – Салауат районы Шағанай башлан-ғыс мәктәбе уҡытыусыһы. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. Мәскәү эргәһендә, Калугала, Курск дуғаһында, Брянск һәм Кенигсбергта алыштарҙа ҡатнаша. Молодечно Белосток тимер юлы станцияһы һәм тимер юлы узелы коменданты булып тамамлай һуғышты. 1947 – 1954 йылдарҙа – СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Силәбе дәүләт матди ресурстары идаралығы начальнигы урынбаҫары. 1954 – 1958 йылдарҙа – Көньяҡ-Урал территориаль идаралығының бүлек начальнигы, 1966 – 1978 йылдарҙа – “Башкомплектснаб” идаралығы начальнигы урынбаҫары. I (1944) һәм II (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1942), “Мәскәүҙе обороналаған өсөн” (1945), “Кенигсбергты алған өсөн” (1945) миҙалдары менән наградлан-ған. Һөләймән ауылынан, Өфөлә вафат булған.
Ильяс Иштуған улы Вәлиев (25.01.1949), педагог, ғалим, урта һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР мәғариф алдынғыһы (1988), РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1986), ГДР мәғарифы алдынғыһы (1984), Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2010). Педагогик һәм социаль фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1996) һәм Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2009). К. Д. Ушинский (2002), М. М. Йәлил (2006), Т. С. Маль-цев (2008), В. А. Сухомлинский (2009), В. И. Вернадский (2009), Мостай Кәрим (2009) миҙалдары, Европа фәнни-сәнәғәт палатаһы алтын миҙалы (2010), ВЛКСМ Үҙәк комитеты почет грамотаһы (1986) менән бүләкләнгән. СССР Мәғариф министрлығы рәхмәте иғлан ителгән. Академик Г. Н. Волков исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2000). Красноусольск эшсе йәштәр мәктәбен (1968), Ҡаҙағстан ССР-ының Гурьев педагогия институтын (1973) тамамлаған. 1965 йылда – Ғафури районы Красноусольск коммуналь предприятиелар комбинаты эшсеһе, 1968-1969 йылдарҙа – Ҡаҙағстандың Гурьев өлкәһе Мангышлакэнергозавод слесары, 1972 – 1973 йылдарҙа – ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Доосорск мәктәбе директоры, 1973 – 1975 йылдарҙа
– Маҡат районының “Белем” йәмғиәте ойошмаһы яуаплы секретары, 1977-1978 йылдарҙа – Ҡаҙағстан компартияһы Маҡат райкомының сәйәси мәғариф кабинеты мөдире, 1978-1979 йылдарҙа – 41-се мәктәп директоры урынбаҫары, 1979 – 1982 йылдарҙа – Өфөнөң 5-се урта мәктәбе директоры, 1982 – 1984 йылдарҙа – КПСС Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы, 1984 – 1991 йылдарҙа – 1-се Баш-ҡорт республика мәктәп-интернаты директоры, 1991 – 2000 йылдарҙа – Өфөнөң 124-се урта мәктәбе директоры, 2001 – 2005 йылдарҙа фәнни-педагогик кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү һәм юғары уҡыу йортона тиклем әҙерлек буйынса проректор, Башҡорт дәүләт аграр университеты лицейы директоры, 2005 – 2010 йылдарҙа – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, 2010 – 2015 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, 2015 йылдан – “Мостайҙы өйрәнеү фәнни-тикшеренеү үҙәге” ойошмаһы директоры. Рәсәйҙең (2009) һәм Башҡорт-остандың (2018) Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар берлеге ағзаһы (1998). 500-гә яҡын фәнни һәм уҡытыу-методика эштәре авторы. Тайыш ауылынан, Өфөлә йәшәй.
Ғәбделйән Носрат улы Сираев (25.01.1953), ғалим-агроном, муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре (1994). Оло Аҡа урта мәктәбен (1970), Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1973), Свердловск ауыл хужалығы институтын (1989) тамамлаған. 1973 – 1978 йылдарҙа – Мәсетле тәжрибә хужалығы бригадиры, 1978 – 1986 йылдарҙа – машина-трактор паркы управляющийы, 1986 – 1996 йылдарҙа – директор, 1996-1997 йылдарҙа Бөрө районының И. С. Попов исемендәге колхоз рәйесе. 1998-1999 йылдарҙа – Мәсетле әҙерләүҙәр контораһы директоры, 1999 – 2005 йылдарҙа – Мәсетле районы ПУЖКХ-һы начальнигы, 2005 йылдан – Мәсетле районы хакимиәте башлығының мобилизация әҙерлеге буйынса ярҙамсыһы, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары. Оло Аҡа ауылынан.
Айрат Миндияр улы Хәйретдинов (27.01.1961), механизатор, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Яңы Мишәр мәктәбен (1979), Яраҫтау һөнәрселек училищеһын (1979) тамамлаған. 1980 йылдан – Фрунзе исемендәге колхоз (хәҙер – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы) механизаторы. Ясин ауылынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе rnuriev1@gmail. com электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.