Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
10 Ғинуар 2020, 16:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

(10 – 20 ғинуар)

Даянова Тәзкирә Байрам ҡыҙы (10.01.1948), педагог, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2006), балалар өсөн биш китап яҙған. Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты (2002), һәр йылғы “Аманат” (1989, 2017) һәм “Ағиҙел” (2006) журналдары премиялары лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабы (2017) һәм башҡа конкурстар лауреаты. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1966), Өфө ҡалаһының 1-се педучилищеһын (1973) тамамлаған. 1971 – 2003 – Һөләймән төп һәм Йонос урта мәктәптәре уҡытыусыһы, тәрбиәсеһе. Асҡын районы Королево ауылында тыуған, Һөләймән ауылында үҫкән, Тимерәк ауылында йәшәй.
Әхмәҙуллин Роберт Вафа улы (10.01.1950), табип, хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһы курорттары отличнигы (1998), Баш- ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Баш-ҡорт дәүләт медицина институтын (1974), “Голицыно” уҡыу-методика үҙәге ҡарамағындағы ординатураны (Мәскәү, 1991 – 1993), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (1995) тамамлаған. 1974 йылдан Өфө ҡалаһының 8-се ҡала дауаханаһында табип, Павловка участка дауаханаһының баш табибы булып эшләгән, 1975 йылдан – Мәсетле үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы, 1978 йылдан – Яңауыл районының баш табибы, 1984 йылдан – Өфө районы баш табибы урынбаҫары, 1987 йылдан – “Йоматау” шифаханаһы баш табибы, 2001 йылдан – “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһының баш табибы. 2002 – 2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының шифаханалар, курорттар һәм ял йорттары менән идара итеү начальнигы. Әбдрәхим ауылынан, Ҡотош ауылында үҫкән, Өфө ҡалаһында йәшәй.
Шараева Миндиямал Мөғин ҡыҙы (10.01.1956), табип-педиатр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған (1979). 1979 йылдан Салауат ҡалаһында табип-педиатр булып эшләй, 1980 –1984 йылдарҙа – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры, 1984 – 1988 йылдарҙа – Свердловск өлкәһенең Әртә үҙәк район дауаханаһы участка табип-педиатры. 1988 йылдан – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы участка табип-педиатры. Тайыш ауылынан.
Закирова Тәғзимә Нәбиулла ҡыҙы (11.01.1929 – 16.02.1999), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. “Коммунист” колхозының Ишәле фермаһы һауынсыһы булып эшләгән. Ленин (1973) һәм Октябрь революцияһы (1971), “Герой-әсә” (1969) ордендары менән бүләкләнгән. Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылынан.
Яруллин Алек Барый улы (13.01.1951), табип. Башҡорт-остан Республикаһының атҡа-ҙанған табибы (2001). Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған (1974). 2008 – 2014 йылдарҙа – Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы баш табибы. Салауат районы Таймый ауылынан.
Миһранов Әнүәр Низам улы (15.01.1922 – билдәһеҙ), партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1963). 1965-66 – хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле районы Советы башҡарма комитеты рәйесе. “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1941), “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сы”, “1941 – 1945 йылдарҙағы батыр хеҙмәте өсөн” (1945), “Сиҙәм үҙләштергән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Салауат районының Ҡалмаҡлар ауылынан.
Фәхретдинов Йосопйән Фәхретдин улы (15.01.1903 – билдәһеҙ), партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлаған (1916), 1934 йылда Баш-ҡорт комвузында уҡыған. 1950 йылдан – ВКП (б)-ның Мәсетле райкомы икенсе секретары, 1951-ҙән – Мәсетле райсоветы башҡарма комитеты рәйесе, 1954-тән – Мәсетле МТС-ы зонаһы буйынса КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары, СССР Әҙерләүҙәр министрлығының Мәсетле районы буйынса уполномоченныйы, 1956-нан – Мәсетле районының иген әҙерләү пункты директоры. Почет билдәһе ордены (1949), “Батыр хеҙмәте өсөн” (1945), “Германияны еңгән өсөн” (1946) миҙалдары менән бүләкләнгән. Дыуан-Мәсетле ауылынан.
Андриевских Людмила Николаевна (16.01.1950), педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004). Юғары категориялы уҡытыусы (2002), Н. В. Гоголь исемендәге Ҡыҙыл Урҙа педагогия институтын тамамлаған (1975). 1975-тән – Төркмән ССР-ының Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында 176-сы мәктәп уҡытыусыһы, 1977-нән – “Беҙҙең тормош” гәзите редакцияһы хәбәрсеһе, 1978-ҙән – уҡытыусы, Мәсетле балалар пульмонологик шифаханаһы баш табибы урынбаҫары. Төркмән ССР-ының Мары ҡалаһында тыуған.
Ғиниәтуллин Ғәбделйән Әүәл улы (16.01.1955), машина төҙөүсе, производство алдын-ғыһы. 1972 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған. 1972 – 1990 йылдарҙа Тажик ССР-ының Дүшәнбе ҡалаһында, 1990 – 2006 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә, 2008 – 2010 йылдарҙа “Ҡарағай” шифаханаһында эшләгән. Почет билдәһе ордены (1986), “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән наградланған (1981). Хеҙмәт ветераны. Яңы Мөслим ауылынан.
Бәҙретдинов Рәмил Рафаил улы (17.01.1958), табип, ғалим, юғары мәктәп уҡытыу-сыһы, спортсы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡа-ҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), РФ һәм БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты. Саңғы уҙышы буйынса Башҡортостандың абсолют чемпионы (1978). Башҡорт дәүләт медицина институтын (1982), Башҡорт дәүләт аграр университетын (1996) тамамлаған. 1982 йылдан Дыуан районы санэпидемстанцияһы табип-эпидемиологы, 1984-тән Дыуан участка дауаханаһы баш табибы, 1987-нән Дыуан районының баш санитар врачы булып эшләгән. 1993-тән – Дәүләт санэпиднадзорҙың территориаль (район-ара) берекмәһе баш табибы, Дыуан территориаль берекмәһен төҙөгән. 1994-тән – Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2001-ҙән – “Янғантау”, 2012-нән – “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханалары директоры; бер үк ваҡытта 2007-нән – БДМУ-ның дипломдан һуңғы белем биреү институты уҡытыусыһы. 2019 йылдан – “Ҡарағай” шифаханаһы директоры. 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм биш уйлап табыу авторы. Салауат Юлаев ордены менән наградланған (2010). Мәсетле районы Йыланыш ауылынан.
Ғәниев Данис Кәлимулла улы (17.01.1941 – 28.02.2006), зоотехник. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1959), Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1962), Башҡорт ауыл хужалығы институтын (1970) тамамлаған. 1962 – 1965 йылдарҙа Яңы Мөслим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә химия һәм биология уҡытыу-сыһы булып эшләгән. 1965 – 1973, 1983 – 1985 йылдарҙа “Коммунист” колхозының баш зоотехнигы, 1973 – 1983 – рәйесе, 1985 – 1991 – “Мәсәғүт” совхозының баш зоотехнигы, 1991 – 1994 – район ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һатып алыуҙар һәм сифат инспекцияһы начальнигы, 1994-1995 – ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1995 – 2003 – район агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе. Почет билдәһе ордены (1971), “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә батыр хеҙмәте өсөн” (1970) миҙалы менән наград-ланған. Аҙанғол ауылынан, Әләгәҙ ауылында донъя ҡуйған.
Әхтәриева Айгөл Атлас ҡыҙы (26.01.1974), табип, ғалим, юғары мәктәп уҡытыу-сыһы. Медицина фәндәре докторы (2010), профессор. Баш-ҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен (1991), Башҡорт дәүләт медицина университетын (1997) тамамлаған. 1991 йылдан – микробиология, вирусология һәм иммунология кафедраһы ассистенты, 2004-тән – өлкән уҡытыусыһы, 2006-нан – доценты, 2011-ҙән – профессоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2008).
Әсәҙуллина Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы (20.01.1936), педагог, дәүләт һәм профсоюз эшмәкәре. СССР-ҙың (1978), РСФСР-ҙың (1980) һәм БАССР-ҙың (1989) халыҡ мәғарифы отличнигы. Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының район советтары депутаты, КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика ветерандар советы рәйесе. Мәсетле районы яҡташлығы йәмәғәт ойошмаһы идараһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған (1996). Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1953), Башҡорт дәүләт университетын (1958) тамамлаған. 1958 – 1960 йылдарҙа Архангел районының Ҡыҙыл Ырғыҙлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләй, 1961 – 1963 – Архангел РОНО-һы инспекторы, 1964 – Ҡырмыҫҡалы РОНО-һы мөдире, 1965 – 1974 – пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы райкомы секретары, 1974 – 1989 – мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары, 1990 – 2000 – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығында бүлек начальнигы, 2001 – 2008 – Өфө ҡалаһы 2-се педучилищеһында методкабинет мөдире. Һөләймән ауылынан. Өфө ҡалаһында йәшәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе rnuriev1 @gmail.com электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдары буйынса
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.