Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Декабрь 2019, 13:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

(21 – 31 декабрь)

Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова (22.12.1965), тележурналист. Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар берлеге ағзаһы (2000). Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1988). 1988 – 2010 йылдарҙа “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында эшләгән. 2011 йылдан – “Боронғо Өфө” республика тарих-мәҙәниәт музей-ҡурсаулығы директоры. Яңы Мишәр ауылынан.
Тальвик Бәғҙән улы Камалов (23.12.1949), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. Халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). Стәрлетамаҡ физкультура техникумын (1978), Силәбе педагогия институтын (1989) тамамлаған. 1971 – 1997 йылдарҙа 1-се һәм 2-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәрендә физкультура уҡытыу-сыһы булып эшләгән. 1997 йылдан – физик культура һәм спорт буйынса район комитеты рәйесе. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Хәрби батырлыҡ” миҙалы менән бүләкләнгән. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Тәнзилә Зиялетдин ҡыҙы Һаҙыева (24.12.1939) малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990). Яңы Мөслим ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Жданов исемендәге колхоздың сусҡа фермаһында эш башлай һәм пенсияға сыҡҡансы шунда хеҙмәт итә. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе менән наградланған. Яңы Мөслим ауылынан.
Римил Мөхәмәт улы Низаев (24.12.1961), урман хужалығы инженеры, муниципаль хеҙмәткәр. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1985), 1990-1996 йылдарҙа Дыуан урман хужалығының Ыҡтамаҡ урмансылығы урмансыһы, 1996 – 2003 йылдарҙа Мәсетле урман хужалығы директоры. 2003 йылдан Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, иҡтисад, производство һәм төҙөлөш бүлеге баш инженеры, бүлек начальнигы. Саҡмағош районының Саҡмағош ауылынан.
Рәфҡәт Мулләхмәт улы Мофазалов (Әхмәтов) (27.12.1927 – 6.04.2009), педагог. Свердловск уҡытыусылар институтын (1948), Ҡазан педагогия институтын (1966) тамамлаған. 1948 – 1957 йылдарҙа Свердловск өлкәһе, Әжекәй һәм Абдулла мәктәптәрендә математика һәм физика уҡытыусыһы. 1957 йылдан – Абдулла мәктәбе директоры, 1978 – 1988 йылдарҙа уҡытыу бүлеге мөдире. Абдулла ауылынан, шунда уҡ вафат булған.
Мәшүҙә Вәис ҡыҙы Хәмиҙуллина (28.12.1952), шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Һатҡы медицина училищеһын тамамлаған (1973). 1974 йылдан Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында прививка яһаусы шәфҡәт туташы булып эшләгән. Һөләймән ауылынан.
Роза Әшрәф ҡыҙы Фазылова (29.12.1936), шәфҡәт туташы. Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре. Оло Аҡа урта мәктәбен, Ҡазан медицина училищеһын тамамлаған. Татарстан, Өфө ҡалаһы, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары дауаханаларында эшләгән. 25 йылдан ашыу “Сосновый бор” шифаханаһында хеҙмәт иткән. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Оло Аҡа ауылынан.
Альфред Шафиҡ улы Ғибәҙуллин (29.12.1947), педагог. Халыҡ мәғарифы отличнигы (1990). Оло Аҡа урта мәктәбен (1966), Ҡазан химия-технология институтын (1971), Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1977) тамамлаған. 1972 – 1980 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1980 – 1983 йылдарҙа – Яңы Мөслим урта мәктәбе директоры, 1983 – 1986 йылдарҙа Мәсетле районы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1986 – 1999 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбе директоры. Оло Аҡа ауылынан.
Сәлиха Йосопйән ҡыҙы Һаҙыева (30.12.1925), китапханасы. Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Өфө китапхана техникумын тамамлаған (1955). 1944 йылдан Йомағужа социаль тәьминәт район бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952 – 1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы директоры, бер үк ваҡытта 1978 йылдан – үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Дыуан-Мәсетле ауылынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресына социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар
материалдары буйынса
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.