Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
13 Декабрь 2019, 16:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрегеҙҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә ебәрергә мөмкин.

(11 – 20 декабрь)
Раһип Зәбих улы Хәлилов (11.12.1924 – 23.07.2003), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). Златоуст уҡытыусылар институтын (1950), Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1964) тамамлаған. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Венаны алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Маршал Жуков” миҙалдары менән наградланған. 1950 – 1958 йылдарҙа Ростов (Теләш ауылы) ете йыллыҡ мәктәбе директоры, 1958 – 1961 йылдарҙа “К победе” – “Еңеүҙәргә” район гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы. 1961 – 1984 йылдарҙа Әләгәҙ урта мәктәбе директоры, уҡытыусы. Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған, Әләгәҙ ауылында үлгән.
Евгений Иосифович Чубаров (11.12.1934), рәссам, скульптор, график, СССР Журналистар берлеге ағзаһы (1975), Джексон Поллок фонды премияһы лауреаты. Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының 4-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған (1954). 1982 йылдан графика өлкәһендә эшләгән. 1989 – 1996 йылдарҙа Татуиц немец галереяһы менән хеҙмәттәшлек итә. Берлинда Башҡортостандың боронғо мәҙәниәте һәм иртә буддизм билдәләрен файҙаланып, абстракт композициялар монументаль циклын булдыра. Түбәнге Бобин ауылынан.
Николай Иванович Корлыханов (11.12.1952), инженер-энергетик, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау институтын тамамлаған (1975). 1975 йылдан “Сельхозэнерго” Мәсетле берләшмәһе баш инженеры, 1979 – 1984 йылдар-ҙа баш энергетик, 1984-1985 йылдарҙа партком секретары, 1986 – 2000 йылдарҙа “Серп и молот” колхозы рәйесе, 2000 – 2003 йылдарҙа Мәсетле районы ауыл хужалығы продукттары сифатын әҙерләү бүлеге инспекторы, 2003 йылдан Төньяҡ-Көнсығыш райондары электр селтәрҙәренең Мәсетле участкаһы начальнигы. Силәбе өлкәһе Нязепетровск районының Курга ауылынан.
Юлай Жиянғәли улы Байрамғолов (15.12.1937), инженер-механик, уйлап табыусы, ғалим, университет уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһы Инженерия академияһы академигы (1995). СССР уйлап табыусыһы (1978), Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999). СССР ВДНХ-һының көмөш һәм бронза миҙалдары менән наградланған. Силәбе политехник институтын тамамлаған (1965). 1965-1966 йылдарҙа Брянск автомобиль һәм 1966 – 1970 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводтарында инженер-конструктор, 1970 – 1973 йылдарҙа Өфө авиация техникумы уҡытыусыһы, 1973 – 2006 йылдарҙа Баш-ҡорт дәүләт аграр университетында эшләгән: өлкән инженер-тикшереүсе, өлкән фәнни хеҙмәткәр, ассистент, хеҙмәт һағы кафедраһы мөдире (1983 – 1986, 1989 – 1993 йылдар), ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматизациялау кафедраһы мөдире (1995 – 1998), ауыл хужалығында электр энергияһын ҡулланыу һәм электр менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире (1998 – 2005). Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ыҡ йылғаһында (“Ҡарағай” шифаханаһы) гидроэлектростанция проекты авторы. 90-дан ашыу фәнни эш, уйлап сығарылған 40 предмет авторы. Тимерәк ауылынан.
Роберт Абдрахман улы Заһретдинов (16.12. 1932 – 01.03.2016), музыкант-ҡумыҙсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, баянсы, һәүәҫкәр композитор, башҡорт халыҡ музыка сәнғәтен пропагандалаусы. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы (1991). Өфө сәнғәт училищеһын (1962), Свердловск педагогия институтын (1968) тамамлаған. 1969 йылдан 2-се Өфө педагогия училищеһында баян класы буйынса уҡыта, 1993 – 2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡы- тыусыһы. Әжекәй ауылынан, Өфөлә вафат булған.
Зилә Хәлит ҡыҙы Ғилманова (16.12.1955), педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡа- ҙанған уҡытыусыһы (2006). Уҡытыусыларҙың X республика съезы делегаты (2010). Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған (1979). 1979-2000 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор (2000). Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһынан.
Николай Степанович Хламушкин (19.12. 1914 – 28.01.1997), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 4-се, 5-се, 6-сы саҡырылыш Юғары Совет депутаты. Ленин (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары, “Кенигбергты алған өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1959), “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1957) миҙалдары менән наградланған. 1950 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Өфө өлкә партия мәктәбен тамамлаған. 1962 – 1964 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары, Балаҡатай производство колхоз-совхоз идаралығы парткомы секретары. Өфө губернаһы Топорнинск волосы (хәҙерге Кушнаренко районы) Софиевка ауылынан.
Николай Степанович Чебыкин (19.12.1925 – 20.02.2010), педагог, хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. III дәрәжә Дан ордены (1944), l дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары, “Батырлыҡ өсөн” (ике тапҡыр), “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалдары менән наградлан-ған. Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһы- ның тау техникумын тамамлаған (1950). 1949-1950 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылы кинотеатрында директор, 1951-1952 йылдарҙа шахталарҙа тау мастеры булып эшләй. 1953 – 1966 йылдарҙа К. Е. Ворошилов, В. И. Ленин исемендәге колхоздар рәйесе, 1967 – 1973 йылдарҙа “Сосновый бор” (“Ҡарағай”) шифахана-профилакторийы директоры, 1973 – 1983 йылдарҙа МСО рәйесе. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан, шунда уҡ вафат булған.
Иван Петрович Могильников (19.12.1956), педагог, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). “Йыл директоры” республика конкурсы (1994), Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге (2009) лауреаты. “Рәсәй мәғарифы элитаһы” алтын миҙалы (2008), Рәсәй Федерацияһы педагогтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең “Мостай Кәрим” миҙалы (2009) менән наградланған. Силәбе педагогия институтын (1982), Свердловск юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған. 1993 – 1995 йылдарҙа 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры, 1995 – 1999 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 1999 – 2011 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ лицейы директоры. 2011 –2016 йылдарҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығы булып эшләгән. Свердловск өлкәһе Сажинск районының Сажино ауылынан.
Наилә Миңлеғәли ҡыҙы Хәйретдинова (19.12.1960), мал ҡараусы. Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен (1976), Иваново туҡыма училищеһын (1977) тамамлаған. 1977-1979 йылдарҙа “Комсомолец” колхозында һауынсы, 1980 – 2006 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхозда (хәҙер “Йондоҙ” йәмғиәте) сусҡа ҡараусы булып эшләгән. Түбәнге Туҡбай ауылынан.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдары буйынса Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.