1 – 10 декабрь
Ғәлиәкбәров Ғәлиулла Ғәлиәкбәр улы (12.1898 –билдәле түгел), хужалыҡ эшмәкәре, граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1921 йылдан Дыуан-Ҡошсо кантонының Һабанаҡ улусы башҡарма комитеты рәйесе, 1924 йылдан Дыуан-Мәсетле улусы комитетының потребкооперация идараһы рәйесе. 1931 йылдан Мәсетле районының етәксе вазифаларында эшләй. Һабанаҡ ауылынан.
Фәхрәзиев Миңлеғәлим Фәхрәзи улы (1.12.1899 – 1985), граждандар, фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Варшаваны азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1985), “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” (1947), “Берлинды алған өсөн” (1949) миҙалдары менән бүләкләнгән. Абдулла ауылынан, ошонда уҡ вафат булған.
Топычканова Екатерина Геннадьевна (1.12.1957), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). 1975 йылдан Ленин исемендәге колхозда һәм “Ленинский” АПК-һында сусҡа ҡараусы булып эшләй.
Дигашев Ришат Ғәзиз улы (4.12.1955), кинолог, милиция хеҙмәткәре. Хеҙмәт күпбәйгеһе буйынса спорт мастерлығына кандидат (1985), кинологтар күпбәйгеһе буйынса СССР МВД-һы чемпионы (1986). Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған (1973) , 1976 – 1988 йылдарҙа Коми АССР-ының Воркута ҡалаһында эске эштәр бүлеге кинологы булып хеҙмәт иткән. Оло Аҡа ауылынан.
Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы (5.12.1935), үҫемлектәр физиологы, ғалим, университет уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995), үҫемлектәр физиологтарының Европа йәмғиәте ағзаһы (1995). Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1959). Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып башлаған (1959 –1960). 1960 – 1966 йылдар-ҙа – ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты лекторҙар төркөмө мөдире, 1966 – 1969 йылдарҙа– Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу өлөшө начальнигы. 1972-1973 йылдарҙа – Башҡорт ауыл хужалығы институты ассистенты. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй: тәбиғи-география факультеты деканы (1973 – 1979), кафедра мөдире (1980 – 1988), 1989 йылдан профессор. Яңы Мөслим ауылынан.
Шәмсетдинов Шакир Зәйнулла улы (5.12.1952), педагог. Башҡорт-остан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1976). 1976 йылдан уҡытыусы, Мәсетле һәм Баймаҡ райондарында хәрби етәксе. 1984 йылдан Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге Бобин мәктәптәре завучы, директоры. 2004 йылдан “Мәсетле тормошо” район гәзите мөхәррире, Мәсетле районының мәғариф бүлеге начальнигы, 2008 йылдан Түбәнге Бобин урта мәктәбе директоры. Магнитогорск ҡалаһынан.
Таһиров Иҙелбай Абдулла улы (06.12.1927 – 25.06.2017), инженер-нефтсе, производство алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1977), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1988). Почёт билдәһе ордены (1976), “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән (1986) наградланған. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1952). Хеҙмәт эшмәкәрлеген Һарытау нефть разведкаһы өлкән геологы булып башлаған. 1953 йылдан өлкән геолог, баш геолог урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы нефть разведкаларында баш геолог. Һөләймән ауылынан, Ишембай ҡалаһында донъя ҡуйған.
Яҡупов Йыһанур Дәүләтбай улы (07.12.1933 – 06.03.1996), педагог, партия эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1989). “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградланған. Темәс педагогия училищеһын (1954), КПСС-тың үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1970). 1954 – 1959 йылдарҙа Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында башланғыс мәктәптәр уҡытыусыһы һәм мөдире булып эшләй. 1960 йылдан КПСС-тың Мәсетле райкомы пропагандасыһы, 1962 йылдан М. В. Фрунзе исемендәге колхоз парткомы секретары. 1964 – 1995 йылдарҙа Яңы Мишәр урта мәктәбе уҡытыусыһы. Яңы Мишәр ауылынан, ошонда уҡ донъя ҡуйған.
Сөләймәнова (Вәлиева) Тәнзилә Абдулғәни ҡыҙы (08.12.1939), сауҙа хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1997), совет сауҙаһы отличнигы (1989). Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1957), Өфө сауҙа училищеһын (1959), Башҡорт дәүләт университетын (1966), Ленинград ҡалаһында юғары сауҙа курсын (1969), КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының марксизм-ленинизм университетын тамамлаған (1987). 1959 – 1968 йылдарҙа Өфө ҡалаһында һатыусы булып эшләй. 1968 йылдан Өфө сауҙа училищеһы мастеры, өлкән мастер, уҡытыусы. 1974 – 2003 йылдар-ҙа республика Сауҙа министрлығының Өфө уҡыу-производство комбинаты директоры. Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған, Борғатъя ауылында үҫкән.
Ризова Рәйлә Әхмәтйән ҡыҙы (09.12.1957 – 21.06.2005), китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Теләш урта мәктәбен (1975), Өфө китапхана техникумын тамамлаған (1977). 1977 йылдан Яңы Мөслим ауыл китапханаһы мөдире, район китапханаһының уҡыу залы мөдире, Мәсетле районының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1980 – 2005 йылдарҙа Оло Аҡа ауыл китапханаһы мөдире. Теләш ауылынан, Оло Аҡа ауылында вафат булған.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.