Әмиров Тәлғәт Сәбиғиәр улы (24.11.1920 – 16.03.1993), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатна- шыусы. 1940 – 1947 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыштағы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, япон һуғышында ҡатнашҡан. 1969 – 1981 йылдарҙа – Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. 2-се дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985), Почет билдәһе ордены (1967), миҙалдар менән бүләкләнгән. Яңы Мөслим ауылынан, Өфө ҡалаһында донъя ҡуйған.
Байрамғолов Юлай Ғәйнулла улы (25.11.1934. – 18.09.2010), инженер, сиҙәм үҙләштереүҙә ҡатнашҡан, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970). 1961 – 1966 йылдарҙа комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡустанай өлкәһендә сиҙәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. 1966 йылдан – Башҡорт ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан – Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы, доценты. Тайыш ауылынан, Өфө ҡалаһында донъя ҡуйған.
Исламов Яхъя Айса улы (26.11.1950), водитель, производство алдынғыһы, СССР профсоюздарының XVII съезы делегаты (Кремль, 1982 йыл). Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен (1968), Ямаш һөнәри-техник училищеһын (1969) тамамлаған. Совет Армияһында Венгрияла хеҙмәт иткән (1969 – 1971). 40 йыл водитель булып эшләгән: Мәсетле РТС-ында (1971 – 1977), “Комсомолец” колхозында (1977 – 2010), Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә (2007 – 2011). “Социалистик ярыш еңеүсеһе” күкрәккә тағыла торған билдәһе (1981), III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1981) менән наградланған. Рәсәй Федерацияһының “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булған (2011). Бурансы ауылынан.
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27.11.1932 – 11.10.2004), филолог, ғалим-төркиәтсе, башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Һөләймән ауылынан, Өфө ҡалаһында донъя ҡуйған.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.