Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
12 Ноябрь 2019, 12:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (1.11.-20.11.)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыу-ған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрә- беҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Ғатауллинға ебәрергә мөмкин.

Шафиҡов Борис Баяз улы (01.11.1958), педагог. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). “Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” (2011). Йонос урта мәктәбен (1972), Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1978) тамамлаған. 1978 йылдан Тайыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, ВЛКСМ-дың Мәсетле райкомы ойоштороу бүлеге мөдире, Ҡорғат һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры. 1987 йылдан Йонос урта мәктәбе директоры. 2012 – 2016 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм “Мостай Кәрим” миҙалы менән наградланған. Сығышы менән Тимерәк ауылынан.


Заһитов Фидаил Фазлый улы (11.11.1948), иҡтисадсы, партия һәм дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән наградланған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1976). Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Мәсетле районының Нуриманов исемендәге колхозында башлаған, 1968 йылдан – Ауырғазы районының Ғабдулла Туҡай исемендәге колхозы агрономы. 1971-1973 йылдарҙа – Нуриманов исемендәге колхоз бригадиры, Мәсетле район дәүләт орлоҡсолоҡ инспекцияһы агроном-инспекторы, район радиотапшырыуҙар мөхәррире. 1974 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем КПСС-тың Мәсетле район комитетында етәксе вазифаларҙа, Мәсетле ауыл хужалығы идаралығында, Мәсетле ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомында, “Восток” кооператив банкының Оло Ыҡтамаҡ филиалында, Мәсетле районы хакимиәтендә, Мәсетле районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында, Мәсетле районы буйынса социаль яҡлау бүлегендә эшләй. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың Мәсетле районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы була. Һабанаҡ ауылынан.


Ниғмәтйәнов Әнис Хажи улы (13.11.1940), совет партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. Теләш урта мәктәбен (1953), Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. 1962 йылдан Силәбе ҡалаһының металл конструкциялар заводында, 1964 йылдан Мәсетле районының “Коммунист” колхозында эшләй. 1972 йылдан – Ростов ауыл Советы рәйесе, 1984-2000 йылдарҙа – Ростов НХТП-һы директоры.


Крючкова Роза Яковлевна (14.11.1933 – 30.05.2012), педагог. Башҡорт АССР-ының (1985) һәм РСФСР-ҙың (1976) атҡаҙан-ған мәктәп уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Оло Ыҡтамаҡ ауыл (1973 – 1978, 1985-1987) һәм Мәсетле район (1979 – 1981) советтары депутаты. Златоуст уҡытыусылар институтын (1953), Бөрө дәүләт педагогия институтын (1969) тамамлаған. 1953 йылдан Силәбе өлкәһе Йүрүҙән ҡалаһының 2-се урта мәктәбендә – физика һәм математика уҡытыусыһы, 1954 – 1988 йылдарҙа – 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең физика и математика уҡытыусыһы, завучы. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.


Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (15.11.1931), бейеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1963) һәм халыҡ (1977) артисы. 1973 йылдан – Башҡорт халыҡ бейеү ансамбле (хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамбле) директоры, 1980 йылдан – Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры, 1986 – 2001 йылдарҙа – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш админис-траторы. Ҡотош ауылынан.


Нафиҡов Ғәйфулла Нафиҡ улы (16.11.1926 – 1997), хәрби, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3-сө һәм 2-се дәрәжәләге Дан (икеһе лә 1945), 2-се дәрәжәләге Ватан һуғышы (1985) ордендары менән наградланған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1943), хәрби училище (1949) тамамлаған. 1943 йылдан – Ҡыҙыл Армияла. Белоруссияны, Украинаны, Балтик буйын, Польшаны, Венгрияны азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа, Берлинды штурмлауҙа ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң Германия, Австрия һәм Чехословакиялағы Совет Армияһы частарында хеҙмәт итә. 1973 – 1986 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһында граждандар оборонаһы штаб начальнигы. Ҡотош ауылынан, Алма-Атала донъя ҡуйған.


Чебыкина Галина Степановна (16.11.1955), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1986), “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы (2006) менән бүләкләнгән. 1974 йылдан “Ленинский” АПК-һында сусҡа ҡараусы булып эшләй. ”Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” проекты лауреаты (2019).


Ватолина Елизавета Борисовна (17.11.1939), малсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған (1986). 1953 – 1973 йылдарҙа һауынсы, 1973 – 1994 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоздың быҙау ҡараусыһы булып эшләй. ”Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” проекты лауреаты (2019).

Томилов Михаил Иванович (18.11.1929 – 15.07.2008), агроном, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм РСФСР-ҙың (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почетлы гражданы (2005). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Почет билдәһе ордендары (1973), “Батыр хеҙмәте өсөн” миҙалы (1948) менән бүләкләнгән. Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән, ошонда уҡ вафат булған.


Бикембәтов Шатморат Шәйәхмәт улы (18.11.1953), инженер, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған төҙөүсеһе (2004). 1976-1998 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы аппаратында эшләй. 1980-1982 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.1998-2000 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министрлығы Капиталь төҙөлөш идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы. 2000 йылдан – Киров районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, 2007 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының төҙөлөштө, транспортты үҫтереү бүлеге мөдире. 2009 йылдан БР юл хужалығы идаралығы начальнигы. Һөләймән ауылынан.


Хажиева Гүзәл Фират ҡыҙы (19.11.1972), филолог, педагог. Филология фәндәре кандидаты (2009). Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1996 йылдан Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжында, бер үк ваҡытта 2009 йылдан “Баш-ҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған.


Ғибәҙуллин Мулланур Хәби улы (20.11.1923 – 12.05.2005), хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Ленин (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” (1966), “Батыр хеҙмәте өсөн” (1970) миҙалдары менән бүләкләнгән. Яңы Мөслим ауылынан, ошонда уҡ донъя ҡуйған.


Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.