Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Октябрь 2019, 18:07

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (22-24 октябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

Яҡупов Әлтәф Яҡуп улы (22.10.1929 – 25.02.2008), агроном. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995). 1953 – 1989 йылдар-ҙа Байҡыбаш (Ҡариҙел) районында эшләгән. 1966 – 1981 йылдарҙа – Ҡариҙел районы ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы, начальнигы. Миҙалдар менән бүләкләнгән. Һөләймән ауылында тыуған, Ҡариҙел ауылында вафат булған.
Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы (22.10.1944 – 7.12.2006, Ҡотош), педагог, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. 1970 йылдан Һабанаҡ һигеҙ йыллыҡ, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәрендә эшләгән. 1990 – 2000 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ мәктәбе директоры. Тәкә ауылында тыуған, Ҡотошта вафат булған.
Ильясова Светлана Йәүҙәт ҡыҙы (22.10.1955), табип, Башҡортос-тан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012), “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” проекты дипломанты (2019).
Әхмәҙиева Рәшиҙә (Мәҫкүрә) Сәмиғулла ҡыҙы (24.10.1925 – 13.12.1998) – актриса, йырсы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). 1943 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры йырсыһы. 1952 йылдан – Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбле йырсыһы, 1962 – 1980 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солискаһы.


Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.