Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
21 Октябрь 2019, 14:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (18 – 20 октябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

Йосопов Рафас Миңлеғәли улы (18.10.1939 – 04.09.2012), хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989). 1957 – 1999 йылдарҙа “Әй” совхозында, Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында эшләгән. Сығышы менән Оло Аҡа ауылынан, Өфө ҡалаһында донъя ҡуйған.
Ғәлимов Азат Йомаҙил улы (20.10.1972), ғалим, физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (2000). АҠШ-тың физика-математика фәндәре докторы (2007). 1996 – 2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2001 йылдан АҠШ-та эшләй. Сығышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Абдрахманов Ғәлимхан Абдрахман улы (20.10.1921 – 12.01.2000), агроном. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дыуан ауыл хужалығы техникумын (1941), 2-се Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1942). 1941-ҙең июненән – Ҡыҙыл Армияла. Батарея, взвод командиры булып хеҙмәт иткән. Көнбайыш, Дала, 2-се, 1-се Украина, 1-се Белорус фронттары составындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң КПСС-тың Мәсетле райкомы инструкторы, Мәсетле МТС-ының сәйәси бүлеге начальнигы, МТС директоры, Нуриманов исемендәге (1958 –1962) һәм "Комсомолец" колхоздары (1962 – 1973), Дыуан-Мәсетле ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе (1975 – 1980) булып эшләй. III Бөтә Союз колхозсылар съезында ҡатнаша (1969). Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Сығышы менән Яуыш ауылынан, Дыуан-Мәсетле ауылында донъя ҡуйған.


Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.