Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
15 Октябрь 2019, 12:27

Тыуған яғына – бүләк менән

Яҡташыбыҙ үҙенең яңы китабы менән таныштырҙы


Ринат Әлтәф улы, тәү сиратта, роман яҙыусы булараҡ билдәле. Уның иҫәбендә – 30-ҙан ашыу роман. Әҫәрҙәренең герой-ҙары – ул тормошта ауырлыҡтарға һәм бәләләргә тарыған ябай кешеләр. Тик тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, улар ҡаршылыҡтарҙы еңә һәм ғүмер һуҡмағынан артабан атлай алған. Был һыҙат авторҙың үҙенә лә хас. Шуға күрә ул уҡыусыларын бер ҡасан да бирешмәҫкә, көрәшсе бу- лырға һәм үҙ юлынан ғорур атларға өндәй.

Ринат Камалдың тыуған районында уның менән бергә йәш яҙыусы, “Ҡалдырма, әсәй!” китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов менән балалар яҙыусыһы, ике телдәге өс томлыҡ балалар әҙәбиәте антологияһын төҙөүсе автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина булып китте.

Тәүге көндә ҡунаҡтар яҙыусының тыу-ған ауылы Дыуан-Мәсетлелә булды. Халыҡ танылған яҡташын асыҡ сырай менән ҡабул итте. Осрашыу йылы шарттарҙа үтте.

Икенсе көндө Оло Ыҡтамаҡ лицейында һәм Башҡорт гимназияһында Ринат Камалдың “Башҡорт ғәскәре” тигән яңы китабын презентациялау булды. Китапханасылар, тел уҡытыусылары, башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәрҙән тыш унда Мәсетле яҙыусыһы Тәскирә Даянова, шағирә Гөлсирә Шафиҡова, журналист Ғәлимйән Кәримов ҡатнашты.

Ринат Әлтәф улының ижады һәм тормошо тураһында һөйләгәндә, улар уның иҫ киткес эшһөйәр булыуын билдәләне. Улар-ҙың һүҙҙәрендә яҡташтары өсөн ғорурлыҡ һәм уның талантына һоҡланыу яңғыраны.

Яҡташыбыҙҙың яңы романы башҡа әҫәрҙәренән айырылып тора. Ринат Камалдың үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул хәҙерге заман авторы булһа ла, үҙ халҡының тарихы хаҡында яҙмай булдыра алмаған.

– Минең яңы әҫәрем 1917-нән 1920 йылдарға тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала, – ти ул. – Унда башта аҡтар армияһында, һуңынан 1919 йылдан Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы яғында һуғышҡан баш-ҡорт ғәскәре үткән яу юлы күҙәтелә. Романдың төп геройы – башҡорт халҡының легендар улы, башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, айырым башҡорт кавалерияһы бригадаһы командиры Муса Мортазин.

Күренекле яҡташыбыҙҙың яңы китабы тап республикабыҙҙың 100 йыллығына сығыуы һөйөнөслө. Башҡортостандың юбилейына ул, һис шикһеҙ, уҡыусылар өсөн шәп бүләк буласаҡ.