Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
15 Октябрь 2019, 13:03

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (11-17 октябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

1. Әхмәтов Хажи Минниәхмәт улы (12.10.1927, Ҡаранай ауылында тыуған – 14.06.2000, Өфө ҡалаһында вафат булған), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1953-1959 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитеты беренсе секретары, 1961-1962 йылдарҙа КПСС Мәсетле район комитетының икенсе секретары. “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән.
2. Абдуллина Сания Әхәт ҡыҙы (12.10.1928, Тайыш), педагог, сәсәниә. 1947 – 1998 йылдарҙа Балаҡатай, Петропавловка (Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе), Ишембай райондарында уҡыта. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995), Татарстанда Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре фестивалендә (1989), СССР ВДНХ-һында (1989) ҡатнашыусы.
3. Зарипов Айрат Йәнсур улы (12.10.1962, Ләмәҙтамаҡ), ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, философия фәндәре докторы (2004), профессор (2007), Гуманитар фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының философия буйынса фәнни советының ғалим-секретары, Халыҡ-ара эштәр буйынса Рәсәй советы эксперты, Фундаменталь тикшеренеүҙәр Рәсәй фонды эксперты, 1992 йылдан – Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты, уҡытыусыһы, өлкән уҡытыусыһы, доценты, философия кафедраһы профессоры.
4. Ғилметдинов Фазылйән Минһаж улы (13.10.1928, Оло Аҡа – 3.01.2002, Оло Аҡа), ауыл хужалығы алдынғыһы, механизатор, Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1951 – 1988 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ МТС-ында, “Мәсәғүт” һәм “Әй” совхоздарында эшләгән. “Почет билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
5. Фазлыев Вәхит Фазлый улы (13.10.1932, Абдулла – 9.06.2004, Абдулла), педагог, спортсы, РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1987), саңғыла уҙышыу буйынса спорт мас-теры (1960), БАССР уҡытыусыларының VI республика съезы делегаты (1969), 1965 – 1978 йылдарҙа – Теләш урта мәктәбе директоры, 1979 – 1993 йылдарҙа – Абдулла һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.
6. Һәҙиуллин Яҡуп Һәҙиулла улы (15.10.1894, Һөләймән – 29.10.1975, Һөләймән), хужалыҡ эшмәкәре, колхоздар ойоштороусы, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Осҡон” (Һөләймән), “Ҡыҙыл Байраҡ” (Әбдрәхим) колхоздары рәйесе, Әбдрәхим ауыл Советы рәйесе, XVI Башҡортостан өлкә партия конференцияһы делегаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945), миҙалдар менән бүләкләнгән.
7. Ғималова Фәниә Булат ҡыҙы (15.10.1949), педагог, физик, Баш- ҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2005), Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2008), СССР Министр- ҙар советы премияһы лауреаты (1983).
8. Хажиев Рәмис Хәбибйән улы (16.10.1952, Әләгәҙ), нефтсе, техник фәндәр кандидаты (2003), Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе (2000), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почетлы хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2007).
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.