1. Шәмзиева Фзуа Вәкил ҡыҙы (01.10.1937), педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1991). 1959 –1994 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Әләгәҙ ауылында тыуған.
2. Худяков Павел Алексеевич (02.10.1948), водитель. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). 1969 – 2008 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхозда, “Ленинский” АПК-һында эшләгән. Миҙалдар менән наградланған. Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған.
3. Аталипова Ирина Нурый ҡыҙы (04.10.1946), табип-пульмонолог. Медицина фәндәре кандидаты (1987). Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған табибы (1991). 1974 йылдан Баш-ҡорт дәүләт медицина институты ассистенты, уҡытыусы, 1987 йылдан фтизиопульмонология кафедраһы доценты. Абдулла ауылында тыуған.
4. Солтанов Юнир Юныс улы (06.10.1954), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). 1984 – 2005 йылдарҙа “Сосновой бор” – “Ҡарағай” шифаханаһында баш табип, директор булып эшләгән. 2005 – 2011 йылдарҙа – Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2009). Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған.
5. Крючков Анатолий Иванович (10.10.1947), дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. 1984 – 1987 йылдарҙа Мәсетле РАПО-һы рәйесе, 1987 – 1991 йылдарҙа – Мәсетле район халыҡ депутаттары Советының башҡарма комитеты рәйесе, 2000 – 2005 йылдарҙа – район хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. БАССР-ҙың Юғары Советы (1990 – 1995) һәм Мәсетле район халыҡ депутаттары Советы депутаты (1982 – 1995). “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән (1982). Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған.
6. Фуфаев Анатолий Иванович (10.10.1935), зоотехник, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Мәсетле районының почетлы гражданы. КПСС-тың Мәсетле, Иглин, Ҡырмыҫҡалы район комитеттары беренсе секретары. БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1976 – 1980, 1980 – 1984). “Почет билдәһе” ордены (1981), “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән наградланған (1966). Мәсетле районының Барашовка ауылында тыуған.
7. Мөслимов Ғәбделйән Ғабдулхаҡ улы (10.10.1949), механизатор. Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). 1966 йылдан А. А. Жданов исемендәге һәм “Маяҡ” колхоздарында эшләгән. Яңы Мөслим ауылында тыуған.
Асыҡ рәсми сығанаҡтар материалдарынан Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.