Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
26 Сентября 2019, 09:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (21 – 30 сентябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе rnuriev1@gmail.com электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

1. Әхмәтйәнов Хәнифйән Мәүли улы (21.09.1954, Асҡын районының Ахун ауылында тыуған), дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). СССР Мәҙәниәт министрлығының “Бик яҡшы эш өсөн” күкрәк билдәһе (1989), Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән (2001).
2. Әбхәлимов Владилен Васильевич (22.09.1958, Оло Ыҡтамаҡ), хәрби һәм дәүләт хеҙмәткәре, 1-се ранг капитаны. “К-131”, К-329 “Белгород” (1995 – 1997) атом һыу аҫты кәмәләре командиры. Белгород ҡала хакимиәте башлығы аппараты етәксеһе урынбаҫары. Белгород дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институты проректоры. “Рәсәй Флотына 300 йыл” миҙалы менән бүләкләнгән.
3. Шәйәхмәтов Рәҡип Баҡый улы (22.09.1946, Оло Ҡыҙылбай), юрист, милиция подполковнигы. Ҡариҙел районы эске эштәр бүлеге начальнигы (1981 – 1989), Мәсетле районы эске эштәр бүлеге начальнигы (1989 – 1994), Мәсетле районы хеҙмәт бүлеге начальнигы (2003 – 2005).
4. Хәсәнов Шамил Камил улы (24.09.1919, Оло Аҡа – 14.04.1981, Оло Аҡа), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). 1937 – 1981 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәрендә эшләй. 1938 – 1940 йылдарҙа Ҡорғат ете йыллыҡ, 1954 – 1968 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәптәре директоры.
5. Хәсәнов Ғабдулла Хилаж улы (24.09.1946, Дыуан-Мәсетле – 19.05.2017, Оло Ыҡтамаҡ), уҡытыусы, партия һәм дәүләт хеҙмәткәре. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе директоры (1973 –1975), КПСС-тың Мәсетле район комитеты бүлек мөдире (1975 – 1980), Мәсетле район Советы баш-ҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары (1980 –1988). Мәсетле районы хеҙмәт һәм мәшғүллек бүлеге мөдире, начальнигы (1996 – 1999, 2001 –2002), Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары (1999 – 2001). Халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы депутаты (1976 – 1988). Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы дәүләт кәңәшсеһе.
6. Ивакина Антонида Андреевна (24.09.1953, Барашовка ауылы), хеҙмәт алдынғыһы, һауынсы. 1969 – 2008 йылдарҙа Ленин исемендәге колхозда, “Ленинский» АПК-һында эшләгән. Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе (2000), Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы грамотаһы (2008), һыйырҙарҙы машина менән һауыу республика конкурсы грамотаһы (1998) менән бүләкләнгән. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” (2000), “Ленинский” АПК-һының атҡаҙанған колхозсыһы” (1999, 2003, 2006) маҡтаулы исемдәре бирелгән. “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” проекты дипломанты (2019).
7. Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы (30.09.1921, Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында тыуған – асыҡланмаған), дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе (1957 – 1960), КПСС-тың Федоровка район комитетының 1-се секретары (1961 – 1976), Баш-ҡорт АССР-ының 5-се, 7-се, 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957), “Почёт билдәһе” ордены (1971) һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
8. Чубарова Любовь Васильевна (29.09.1950, Артемьевский ҡалаһы), хужалыҡ эшмәкәре, зоотехник-селекционер. Мәсетле районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы. Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004).
9. Яҡупова Венера Дәүләтбай ҡыҙы (30.09.1937, Яңы Мишәр), уҡытыусы. 1960 – 1995 йылдарҙа Мәләкәҫ ете йыллыҡ, Оло Аҡа, Яңы Мишәр урта мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1981), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977).
10. Хажиев Ризван Закирхан улы (30.09.1939, Һөләймән – 27.10.2013, Дыуан районының Мәсәғүт ауылы), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар берлектәре ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990 – 1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
Асыҡ баҫма мәғлүмәттәр нигеҙендә

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.