Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Сентябрь 2019, 16:00

Мәсетле районының почетлы граждандары

Мәсетле районының почетлы граждандары

Нәҡи Сәбиғиәр улы ӘМИРОВ

Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының Яңы Мөслим ауылында тыуған, партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре.

Силәбе өлкә совет партия мәктәбен (1965), КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен (1973) тамамлаған. 1948 йылдан А. А. Жданов исемендәге колхозда тимерсе, электромеханик, колхоз электр станцияһы директоры, партия ойошмаһы секретары, 1965 йылдан “Коммунист” колхозы рәйесе булып эшләй. 1973 йылдан – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1980 йылдан – Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1987–1990 йылдарҙа – кино селтәре директоры. Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе. Мәсетле район Советы депутаты (1965–1987). 1954–1958 йылдарҙағы һабантуйҙарҙа 1-се урындар яулаған һәм район батыры исеменә лайыҡ булған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почет Билдәһе” (1977) ордендары менән бүләкләнгән.


Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы ДИЛМӨХӘМӘТОВА

Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында тыуған, малсы.

Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған (1942). 1942 йылдан “Аҡа” колхозында (“Әй” совхозы) көтөүсе, ашнаҡсы булып эш башлай. 1943 йылдан быҙауҙар ҡарай. 1951–1986 йылдар – һауынсы. Районда беренселәрҙән булып һәр һыйырҙан 3000 литрҙан күберәк һөт һауа. 1971 йылда – 4146 л. СССР Профессиональ союздарының XV съезы (1971) делегаты.

Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Октябрь революцияһы (1973) ордендары, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” (1945), “В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә намыҫлы хеҙмәт өсөн” (1970) миҙалдары, СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы (1977) менән наградланған.


Рифҡәт Вәкил улы ИСРАФИЛОВ

Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында тыуған. Актер, режиссер, театр педагогы, профессор (1993). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989). РСФСР-ҙың (1987), БАССР-ҙың (1977), Татарстан Республикаһының (1994), Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сән-ғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре берлеге ағзаһы.

Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген (1965), А. В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты (1973) тамамлаған. 1965 йылдан – актер, 1972 йылдан – режиссер, 1981–1996 йылдарҙа – М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры режиссеры һәм художество етәксеһе. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур рус академия театрының художество етәксеһе. “Туғанлыҡ” төрки телле халыҡтар театр фестивалдәрен башлап ебәреүсе. Башҡорт драма театры сәхнәһендә 40-тан ашыу спектакль ҡуйған: “Ғәлиәбаныу” (1972), “Зәңгәр шәл”. Башҡорт һәм татар яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса күп сәхнә әҫәрҙәре авторы.

РФ дәүләт премияһы(1996), Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы (1976), Ырымбур өлкәһе губернаторының “Ырымбур лираһы” премияһы лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почет Билдәһе” (2002) ордендары менән бүләкләнгән.


Фәрит Ғәлихан улы КАЕВ

Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Табип-хирург, юғары категориялы табип (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), хеҙмәт ветераны (2000).

Республика Мәсетле ата-әсәләре менән балалар пульмонологик шифаханаһы баш табибы булып эшләгән. 2012 йылдан – “Ҡарағай” шифаханаһы директоры, уның ваҡытында дауалау процесын автоматлаштырыу системаһы индерелә, йоҡо корпустары өсөн яңы ике ҡатлы өйҙәр төҙөү һәм башҡа күп нәмәләр башлана.

БР Профсоюздар федерацияһының Почет грамотаһы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамоталары, “Иҡтисад лидеры” ордены (2013) менән бүләкләнгән, “Волга буйы Федераль округының иң яҡшы кешеләре” кенәгәһендәге исемлеккә индерелгән, Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың рәхмәте иғлан ителгән (2011).


Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы Ҡорбанова

Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Педагог, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965).

Мәсәғүт уҡытыусылар институтын (1952), Башҡорт дәүләт университетын (1958) тамамлаған. 1955 йылдан – Ейәнсура районы Байыш, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәре уҡытыусыһы, 1972–1985 йылдарҙа – КПСС-тың Мәсетле райкомы секретары. 1986–2006 йылдарҙа райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), “Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә” (1970), “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” (1948), “Хеҙмәт ветераны” (1984) миҙалдары менән бүләкләнгән .


Ҡотдос Ҡәниф улы ЛАТИПОВ

Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле волосының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Осоусы, полковник (1967). Советтар Союзы Геройы (1946). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Мәсәғүт педагогия училищеһын, Белорет аэроклубын (1940), пилоттарҙың хәрби-авиация мәктәбен (Свердловск ҡалаһы, 1942), В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияны (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1939–1940 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡыта. 1941 йылдың ноябренән Волхов, Калинин, Көнбайыш һәм 2-се Украина фронттарында алыштарҙа ҡатнаша. 134 хәрби осош өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыштан һуң авиаэскадрилья командиры, полк командиры урынбаҫары, авиадивизия сәйәси бүлеге начальнигы, Хәрби-һауа көстәре үҙәк идаралыҡтарының береһенең начальнигы, Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһы факультеты начальнигы. 1974 йылдан запаста. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), I (1985) һәм II (1944) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 15 миҙал менән наградланған. “Витязи крылатые” (1995), “Может ли голубь ястребом стать?” китаптары авторы.


Семен Ефимович МАКСИМОВ

БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ямаш волосы Үрге Бобин ауылында тыуған. Педагог, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен (1940), Свердловск педагогия институтын (1965) тамамлаған. 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. 1943 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алыштарҙа ҡатнаша. Бараш, Түбәнге Бобин башланғыс мәктәптәре уҡытыусыһы. 1951–1986 йылдарҙа Кесе Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән (1943).


Тәнзилә Сәми ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘРОВА

Мәсетле районының Теләш ауылында тыуған. Малсы.

Теләш урта мәктәбен тамамлаған (1964). 1964 йылдан – һауынсы. 1985–2002 йылдарҙа – “Коммунист” колхозының һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире. Районда беренселәрҙән булып юғары күрһәткестәргә ирешә – һәр һыйырҙан йылына 3000 литрҙан ашыу һөт һауып ала. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары, “Хеҙмәт ветераны” (1991) миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың “Хеҙмәт даны кенәгәһе”нә индерелгән.


Алмас Исмәғил улы НӘЖИПОВ

Мәсетле районының Әләгәҙ ауылында тыуған. Агроном, БАССР-ҙың атҡаҙан-ған агрономы (1979).

Дыуан ауыл хужалығы техникумын (Мәсәғүт ауылы, 1959), Башҡорт ауыл хужалығы институтын (1970) тамамлаған. 1959 йылдан “Мәсәғүт” совхозында тракторсы, Буртаковка бүлексәһе бригадиры, 1963 йылдан комсомол ойошмаһы секретары, 1965 йылдан агроном-орлоҡсо, 1968 йылдан совхоздың баш агрономы булып эшләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981), “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1963), “Хеҙмәт ветераны” (1988) миҙалдары менән бүләкләнгән.


Абрар Мәсәлим улы САҘРЕТДИНОВ

БАССР-ҙың Шишмә районы Бишкәзә ауылында тыуған. Педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1974). РФ аграр мәғарифы академияһы академигы (1998). БР-ҙың атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993).

Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1964). 1965 йылдан – КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары, 1972 йылдан – БАССР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары, 1975 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, мөдир урынбаҫары, 1982 йылдан – мөдир, БАССР министрлыҡтары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1986–2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ситтән тороп уҡыу буйынса проректоры. Ул Мәсетле районында эшләгән йылдарҙа һәр ауылға автомобиль юлдары, Әй һәм Ыҡ йылғалары аша күперҙәр төҙөлдө, автобус маршруттары асылды, ПМК-249, ПМК-8 ойошторолдо, районға газ индерелә башланы, тимер-бетон заводы, кирбес заводы, аэропорт төҙөлдө, “Ҡарағай” шифаханаһы асылды. БАССР Юғары Советының өс саҡырылыш депутаты (1967–1971, 1971–1975, 1980–1985), РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1985–1990).


Ғабдулхаҡ Кашаф улы САФИУЛЛИН

Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1976).

Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған (1964). 1953 йылда Карл Маркс исемендәге колхозда эшләгән. 1964 йылдан – Әләгәҙ участка дауаханаһының баш табибы, 1968 йылда – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы рентгенологы. 1969–1984 йылдарҙа – “Ҡарағай” шифаханаһының баш табибы. 1997 йылдан – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы рентгенологы. Уның инициативаһы менән 1969 йылда Ҡолтөбәк күленең сапропель ләме һәм “Ҡарағай” минераль һыуы тикшерелгән, уларҙың шифахана шарттарында ҡулланыу методикаһы әҙерләнгән.


Михаил Иванович ТОМИЛОВ

БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ямаш волосының Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыу-ған. Агроном. РФ-ның (1997), БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Силәбе партия мәктәбен тамамлаған (1967). 1946 йылдан – тракторсы, 1958 йылдан – бригадир, партия ойошмаһы секретары, 1967–2000 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почет Билдәһе” (1973) ордендары, “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы (1948) менән бүләкләнгән.


Елизавета Владимировна ФОМИНА

Полоцк ҡалаһында тыуған. Педагог, халыҡ уҡытыусыһы (2008), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987), РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).

Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен көмөш миҙалға (1956), 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1961 йылдан – Иваново урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964–1993 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы, завуч, директор.


Анатолий Федорович ФУФАЕВ

1935 йылдың 10 октябрендә Мәсетле районының Барашовка ауылында тыу-ған. Зоотехник, партия һәм дәүләт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1981).

Ижевск зоотехника институтын тамамлаған (1959). 1959 йылдан Балаҡатай районы Ямаш ауылының “Урал” колхозы баш зоотехнигы. 1961 йылдан – ВЛКСМ-дың Балаҡатай район комитеты беренсе секретары, 1962 йылдан – Төньяҡ-Көнсығыш ауыл хужалығы идаралығы инспектор-ойоштороусыһы, баш зоотехнигы, 1966 йылдан – КПСС-тың Мәсетле райкомы секретары, 1972 йылдан – КПСС-тың Мәсетле, артабан Иглин райкомдары беренсе секретары, 1984 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы “Ҡарламан” совхозы директоры, 1988 йылдан КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы райкомы беренсе секретары, 1992 йылдан “Ҡарламан” совхозы директоры, 1996 йылдан Мәсетле районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары. БАССР Юғары Советы депутаты (1976–1980, 1980–1984). “Почет Билдәһе” ордены (1981), “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы (1966) менән бүләкләнгән.


Ирек Йыһанур улы ЯҠУПОВ

Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ғалим-агроном. Баш-ҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында юрист һөнәренә эйә булған.

БР Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығының контроль бүлеге баш белгесе (2001–2004), БР Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығының дәүләт наградалары буйынса бүлегенең баш белгесе (2004), БР Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығының контроль бүлеге баш белгесе (2004–2005), Башҡортостан Республикаһы мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары (2005–2007), Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары (2007–2008), Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ тәьминәте буйынса идаралыҡ начальнигы (2008–2011), Башҡортостан Республикаһы Президенты эштәре менән идара итеүсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1 класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы.