Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
10 Сентябрь 2019, 14:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (11 – 20 сентябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

1. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11.09.1930, Ләмәҙтамаҡ — 14.09.2008, Оло Ыҡтамаҡ), уҡытыусы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән (1971).

2. Вәлиев Нурулла Ғиләзетдин улы (12.09.1901, Яңы Абдулла, хәҙерге Шишмә районы — асыҡланмаған), дәүләт һәм партия хеҙмәткәре. 1929-1931 йылдарҙа ВКП(б)-ның Оло Аҡа һәм Дыуан-Мәсетле волость комитетында, Дыуан-Мәсетле район комитетында секретарь булып эшләгән.

3. Вәисов Фәрит Фәтих улы (12.09.1905, Янапай, хәҙерге Пермь крайының Октябрь районы — асыҡланмаған), партия эшмәкәре. 1941-1942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Мәсетле район комитетының беренсе секретаре.

4. Моталов Рифат Талип улы (15.09.1930, Кесе Ҡыҙылбай — 28.03.2012, Әләгәҙ), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1979).

5. Нәсибуллина Фликза Хәбиб ҡыҙы (15.09.1941, Абдулла), уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).

6. Хөснуллина Клара Мәүлитбай ҡыҙы (19.09.1936, Приют), хеҙмәт алдынғыһы, малсы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978), 2-се дәрәжә Хеҙмәт Даны (1986) ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

7. Фомина Елизавета Владимировна (20.09.1938, Полоцк — 07.11.2012, Оло Ыҡтамаҡ), уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987), Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008).


Асыҡ баҫма мәғлүмәттәр нигеҙендә Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.