Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
3 Сентябрь 2019, 12:00

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары (1 – 10 сентябрь)

Арҙаҡлы райондаштарыбыҙҙың тыуған көндәре тураһында мәғлүмәт баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был исемлекте һәр кем тулыландыра ала. Бының өсөн мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса йәки https:vk.com/ rnuriev1 адресы буйынса социаль селтәрҙә Рөстәм Нурыевҡа ебәрергә мөмкин.

1. Сәфиуллин Ғабдулхаҡ Кашап улы (01.09.1934, Оло Ҡыҙылбай), табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙан-ған табибы (1976). Мәсетле районының Почетлы гражданы (2009).
2. Фазлыев Шакир Фазлый улы (02.09.1923, Абдулла – 16.05.1992, Абдулла), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), ике “Почёт Билдәһе” ордены (1967, 1971), миҙалдар менән бүләкләнгән.
3. Кадиков Зәки Нурихан улы (3.09.1937, Рәтүш, Нуриман районы), дәүләт, партия, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980-1985), КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981). “Почёт Билдәһе” ордены (1981), миҙалдар менән бүләкләнгән.
4. Кустиков Сергей Иванович (3.09.1960, Оло Ыҡтамаҡ), уҡытыусы, спортсы, волейбол һәм саңғы спорты тренеры. Саңғы буйынса спорт мастерлығына кандидат (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012).
5. Хәкимов Альберт Мөхәмәт улы (04.09.1947, Ҡырмыҫҡалы), хужалыҡ эшмәкәре, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
6. Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы (05.09.1887, Дыуан-Мәсетле – 1979, Дыуан-Мәсетле), уҡытыусы, Беренсе Донъя һуғышы яугиры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1943), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ике Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944, 1947).
7. Хафизов Мөхәмәтхәй Тимербай улы (05.09.1927, Мәләкәҫ — 05.10.2012, Мәләкәҫ), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983).
Асыҡ баҫма мәғлүмәттәр нигеҙендә

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.