Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
20 Август 2019, 17:02

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары 20 – 31 август

Районыбыҙҙан сыҡҡан танылған кешеләрҙең тыу-ған көндәрен баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кем уны тулыландыра ала. Бының өсөн арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында үҙегеҙҙә булған мәғлүмәтте [email protected] электрон адресы буйынса йәки социаль селтәрҙә https:vk.com/ rnuriev1 сәхифәһенә хәбәр ебәрегеҙ. 20 – 31 август

1. Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы (20.08.1933, Теләш), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыу- сыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыу- сыларының 3-сө съезы (1978) делегаты.

2. Иштуғанов Рәис Мөғин улы (20.08.1952, Аҡҡын), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003).

3. Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (21.08.1936, Ләмәҙтамаҡ — 16.12.2002, Ләмәҙтамаҡ), уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

4. Шаһиморатов Ғәлимйән Моратша улы (24.08.1933, Туҡбай), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

5. Бикембәтов Мәҡсүт Шәйәхмәт улы (24.08.1938, Һөләймән), хужалыҡ эшмәкәре, нәшриәтсе. Баш-ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1977).

6. Дилмөхәмәтов Сәрүәр Ислам улы (24.08.1938, Мәләкәҫ), хужалыҡ эшмәкәре, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” проекты дипломанты (2019).

7. Камалова Алиса Атлас ҡыҙы (30.08.1979, Оло Ыҡтамаҡ), табип, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006). Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының терапевтар Ассоциацияһы ағзаһы.
Асыҡ баҫма мәғлүмәттәр нигеҙендә Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.