1. Бикембәтов Сыңғыҙ Шәйәхмәт улы (12.08.1945, Һөләймән), хеҙмәт алдынғыһы, нефтехимик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981).
2. Заһитова Зилфира (Зимфира) Мөхәмәҙи ҡыҙы (13.08.1949, Ләмәҙтамаҡ), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
3. Бельтюкова Нәзирә Фәттәх ҡыҙы (13.08.1968, Тимерәк), уҡытыусы. Башҡортос- тан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).
4. Ташкинова Валентина Ивановна (14.08.1943, Свердловск өлкәһе, Әртә районы, Рыбино ауылы), хеҙмәт алдынғыһы, малсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971). Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971– 1975). Ленин ордены (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971) менән бүләкләнгән.
5. Байышев Таһир Ғәлләм улы (15.08.1886, хәҙерге Дыуан районы, Иҫке Хәлил – 4.11.1974, Өфө), башҡорт теле белгесе, төркиәтсе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) менән бүләкләнгән. 1920 – 1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле ауылында уҡыта һәм бер үк ваҡытта фельдшер пункты мөдире була.
6. Сөләймәнова Нурия Сәғҙи ҡыҙы (15.08.1948, Яңы Яуыш), хеҙмәт алдынғыһы, һатыусы. Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1987).
7. Закарин Фәхрәзи Шакир улы (17.08.1931, Оло Ҡыҙылбай – 22.02.1983, Оло Ҡыҙылбай), хужалыҡ эшмәкәре, агроном. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972) менән бүләкләнгән.
8. Саҙиҡова Лена Беньяминовна, ижади псевдонимы – Иҙелбикә (18.08.1930, Яңы Мөслим) – яҙыусы. Татарстан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәбделяппар Ҡандалый, Сәхәб Уральский, Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
9. Миңлебаев Радик Абдулхай улы (19.08.1941, Аҡҡын), тупраҡ белгесе, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006).
Асыҡ баҫма мәғлүмәттәр нигеҙендә