Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ
7 Август 2019, 12:39

Билдәле мәсетлеләрҙең тыуған көндәре календары

Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин сығышы менән Ләмәҙтамаҡ ауылынан, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм дәүләт статистика хеҙмәтендә эшләй. “Ҡошсо ырыуы ауылдары” (2007) һәм “Беҙ Мәсетле, һәр беребеҙ мөһим!” (2014) исемле мәғлүмәт йыйынтыҡтары сығарған.

Оҙаҡ йылдар Башҡорт Википедияһының ирекмән-мөхәррире булып тора, буш ваҡытында Рөстәм Нурыев исеменән башҡорт телендә энциклопедик мәҡәләләр яҙа һәм тулыландыра. Шул иҫәптән Мәсетле районы менән бәйле темалар ҙа ситтә ҡалмай. Әлеге ваҡытта дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан танылыу алған Мәсетле районы шәхестәре исемлеген төҙөй башлаған. Гәзит уҡыусылар иғтибарына тыуған көндәре августың тәүге ун көнлөгөнә тура килгән кешеләр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Авторҙың әйтеүенсә, исемлек әлегә тулы түгел, әммә был етешһеҙлектән бергәләп еңел ҡотолорға була. Үҙегеҙ белгән арҙаҡлы мәсетлеләр тураһында мәғлүмәтте социаль селтәр (https:// vk.com/rnuriev1) йәки электрон почта (rnuriev1@gmail. com) аша Рөстәм Шакирйән улына хәбәр итергә мөмкин.
Мәсетленең арҙаҡлы шәхестәренең тыуған көндәре (1 – 10 август).

Ҡылысбаев Фердинанд (Әҙһәм) Әкрәм улы (2.08.1926, Ләмәҙтамаҡ – 26.07.2001, Ләмәҙтамаҡ), уҡы- тыусы. Башҡорт АССР-ының атҡа- ҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Бөйөк Ватан Һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.


Әсбәпова Әлфиә Фәйзирахман ҡыҙы (2.08.1936, Һабанаҡ), уҡытыу-сы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1985).
Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2.08.1963, Ләмәҙтамаҡ), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Башҡортостан Республикаһының Журналис-тар берлеге ағзаһы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), статистика отличнигы (2010). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).
Ғәләүев Фларит Тәхәү улы (3.08.1949, Борғатъя), хәрби хеҙмәткәр, ғалим, юғары мәктәп уҡытыу-сыһы, 1-се ранг капитаны, философия фәндәре кандидаты (1988), Башҡорт дәүләт университеты профессоры (2004).
Ярушин Юрий Анатольевич (3.08.1969, Буртаковка), хужалыҡ хеҙмәткәре, механизатор, Башҡортос-тан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004).
Ғәйфуллин Хәсән Әхмәт улы (5.08.1900, Йәрмәкәй районы, Тар-ҡаҙы ауылы – асыҡланмаған), хужалыҡ хеҙмәткәре, партия эшмәкәре. ВКП(б)-ның Мәсетле район комитеты 1-се секретары (1933-1935), Баш-ҡорт АССР-ы Совнаркомы рәйесенең 1-се урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны. 1938 йылдың 2 июлендә ҡулға алынған һәм 58-се статья буйынса 10 йылға хөкөм ителгән, 1956 йылдың июлендә реабилитацияланған.
Искәндәров Раиф Фаиз улы (5.08.1951, Оло Ҡыҙылбай), хужалыҡ хеҙмәткәре, инженер-электромеханик, Мәсетле районы электр селтәр-ҙәре начальнигы, Мәсетле район Советы депутаты (2003).
Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6.08.1941), режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012) ордендары кавалеры.
Максимов Владимир Александрович (6.08.1944, Оло Ыҡтамаҡ), географ, ғалим, юғары мәктәп уҡы- тыусыһы, география фәндәре кандидаты (1971), Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты профессоры (2008).
Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (6.08.1962, Теләш), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афғанстанда һәм Абхазияла хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1988), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988), миҙалдар менән бүләкләнгән.
Насыров Рим Әмир улы (7.08.1940, Йәрмәкәй районы, Йәрмәкәй ауылы), юрист, милиция подполковнигы, Мәсетле районы эске эштәр бүлеге начальнигы (1971 – 1991).
Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы (7.08.1952, Ырымбур өлкәһе, Ҡыҙыл Гвардия районы, Иҫке Юлдаш ауылы), табиб, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).
Суботина Мария Петровна (10.08.1940, Силәбе өлкәһе, Наҙы-Петровск районы, Шәмәхә ауылы – 9.05.2004, Түбәнге Бобин), хужалыҡ хеҙмәткәре, малсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Мәсетле район Советы депутаты.