Әүҙем отпускылар осоронда күптәр “ял” төшөнсәһен иҫерткес эсемлектәрҙе ғәҙәттәгенән йышыраҡ ҡулланыу мөмкинлеге менән бәйләй. Уны көн һайын “саҡ ҡына” тигән һылтау менән ҡулланалар, ә ҡайһы саҡта “организмға тынысланырға кәрәк” тигән булалар.
Эсеп алған кешеләрҙән бындай һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ: “Борсолмағыҙ, мин эскесе түгел. Йөҙ грамм дозамы ни ул? Теләһә ҡайһы ваҡытта ташлайым. Бөгөн миңә әҙ генә тынысланырға кәрәк”.
Һәм тынысланалар. Бигерәк тә йәйге отпускылар осоронда. Пляждарҙа спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйылһа ла, йыш ҡына бындай күренеште күрергә мөмкин: компания бәләкәй балалар менән ултыра, уларҙың ҡулдарында ҡара пакет-тарға төрөлгән шешәләр (улар алкоголде шулай йәшерә), эргә-тирәлә балалар йүгерә. Ата-әсәләр иҫерткес эсемлектәр тәьҫирендә ҡыйыулана бара: бына улар торған һайын күберәк һөйләй, һүҙгә лә килешәләр, ҡайһы берәүҙәргә диңгеҙ тубыҡтан була башлай – иҫерек килеш һыуға инәләр...
– Пляж алкоголизмы бик хәүефле, – тип аңлата белгес. – Шул рәүешле кеше “ял итергә” булғанда, бының төҙәтеп булмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, сөнки ул үҙенең тәртибен контролдә тотмай. Һыуға батыу, төрлө йәрәхәттәр алыу, йәмәғәт тәртибен боҙоу – бына нимә менән тамамланыуы бар алкоголь эсеүҙең. Күптәргә эскеселәр – ул үҙҙәрен ҡарамай йөрөгән бысраҡ кеше булып тойола. Улар – тормоштоң теге яғында. Ә бына үҙҙәрен интеллигент тип һанағандар былай тип уйлай: беҙ күп эшләйбеҙ, һәм беҙгә, исмаһам, йома көндө булһа ла ял итергә кәрәк. Беҙ яҡшы сифатлы спиртлы эсемлектәр эсәбеҙ, бер ҡасан да эскесе булмаясаҡбыҙ... Ысынында иһә был – оло хата.
Алкоголь өсөн зарарһыҙ дозалар юҡ. Эскесе тип танылғандарға ғына спиртлы эсемлектәр зыянлы йоғонто яһай тип уйлау бөтөнләй дөрөҫ түгел. Организмда алкоголь тәьҫирендә ниндәй ҙә булһа кире үҙгәрештәр була. Уларҙың дәрәжәһе эсемлектең күләменә һәм ҡабул итеү йышлығына бәйле. Шуға күрә кеше үҙен теләһә ҡайһы ваҡытта ташлай алам тип йыуата икән, белегеҙ, ул ташламаясаҡ. Сөнки эскелек – насар ғәҙәт кенә түгел, ә бәйлелек, сир. Ҡайһы ваҡыт ташлау өсөн табиптар-ҙың ярҙамы кәрәк була.
– Спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланғанда кеше организмы менән нимә була һуң?
– Тәүҙә спиртлы эсемлек ҡыҙыл үңәскә һәм ашҡаҙанға үтеп инә. Этанол был ағзаларҙың эске лайлалы тиресәһен зарарлай, уларҙы яндыра һәм юҡҡа сығара. Бер үк ваҡытта аш һеңдереү ферменттары – ашҡаҙан һуты, үт, инсулин бүлгән биҙҙәрҙе юҡҡа сығарыу башлана. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан яҡшылап эшләүҙән туҡтай.
Ә инде эскелек эҙемтәһендә барлыҡҡа килгән аш һеңдереү системаһы ауырыуҙарының нисә төрө бар! Был – панкреатит (ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеүе); гастрит (шешеү процесы һәм ашҡаҙандың эске ҡатламының ҡороуы); ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яраһы; яман шеш. Эскән кешеләрҙең ҡайһылары шәкәр диабетынан яфалана, ул үҙенән-үҙе хәүефле, өҫтәүенә һуҡырайыуға, комаға, аяҡ-ҡулдарының эренләүенә килтереүе мөмкин. Айырыуса хәмер бауырға зыян килтерә. Уны ҡабул итеү фонында гепатит ауырыраҡ үтә, йыш ҡына бауыр циррозы барлыҡҡа килә. Спирт эритроциттарҙы – ҡыҙыл ҡан есемдәрен емерә. Һөҙөмтәлә бөтә ағзаларҙы һәм туҡымаларҙы кислород менән тәьмин итеү боҙола.
Ғөмүмән, алкоголь ошо сирҙәргә дусар булған ауырыуҙарҙың дүрттән бер өлөшөндә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының сәбәбе булып тора. Спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланғанда йөрәк мускулдары зарарлана. Уның йөрәк ишемияһы, стенокардия, миокард инфаркты менән тамамланыуы ихтимал. Баш мейеһе тамырҙары һәм йөрәк мускулдарын туҡландырыусы ҡан тамырҙары ҡапыл зарарлана.
Күбекле эсемлекте зарарһыҙ тип иҫәпләгән һыра яратыусылар “үгеҙ йөрәге” тураһында ишеткәндер, моғайын. Был терминға улар әллә ни әһәмиәт бирмәгәндәрҙер ҙә. Ә юҡҡа! Сөнки “үгеҙ йөрәге” – йәштәр араһында киң таралған күренеш. Был эсемлекте саманан тыш йотоу йөрәк күләменең артыуына һәм уның ҡыҫҡарыу йышлығының йышайыуына килтерә. Һөҙөмтәлә хроник гипертензия һәм аритмияның төрлө төрҙәре барлыҡҡа килә.
Сетерекле темаға килгәндә: эскеселәрҙең енси функцияһы һиҙелерлек кәмей. Алкоголде даими ҡабул иткән ир-егеттәрҙең өстән бер өлөшө импотенцияға тарый. Ә спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар бала табыу функцияһын юғалта, үле йәки берәй ағзаһы теүәл булмаған бала таба. Спиртлы эсемлектәрҙе даими эсеү иммунитетҡа зарарлы йоғонто яһай. Бөтә ағзалар һәм системалар этанол тәьҫирендә көсһөҙләнә. Шундай хәлдә етди ауырыу кеше ғүмеренә хәүеф менән янай. Организмға киҙеү йәки һалҡын тейеүҙе лә еңеп сығыуы ауыр. Ковид, пневмония, туберкулез хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
– Алкоголизмдың башланыуын нисек билдәләргә һәм борсолорға ваҡыт етеүен нисек аңларға?
– Кеше спиртлы эсемлектәрҙе даими эсә башлай, эскән миҡдарын арттыра, аҡрынлап элеккегә ҡарағанда йышыраҡ эсә. Эсеү өсөн төрлө һылтауҙар уйлап таба.
Уның бер нисә стадияһы бар. Беренсеһендә үҙенсәлекле билдәләр үҫешә: был теләк тормошҡа ашмағанда эсеү теләге, агрессия һәм ярһыусанлыҡ күҙәтелә. Кеше үҙ-үҙен тыя алмай, шул уҡ ваҡытта эскелек менән мауығыуының яҡшы түгеллеген аңлай. Эскәндең икенсе көнөнә кешенең хәле насарая (башы ауырта, баш әйләнә, уҡшый, йыш ҡына ҡоҫа, ҡулы, тәне ҡалтырай, тирләй, йөрәге йыш тибә башлай), әммә “баш төҙәтеү” теләге ташламай.
Нәҡ беренсе стадияла, кеше үҙе проблемаһын аңлағанда, уны ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға күндерергә һуң түгел. Яҡындары уға был хәлдән сығырға ярҙам итергә тейеш. Ләззәт алыу үҙәген ғаиләгә күсерергә, дуҫтар менән аралашыуға, сәйәхәт итеүгә, яратҡан эшеңдә маҡсаттарға өлгәшеүгә йүнәлтергә кәрәк.
Икенсе стадияның төп билдәләре араһында, иң элек, икенсе көндө спиртлы эсемлектәр ҡабул итеү теләген билдәләп үтеү мөһим. Дозаның артып барыуы ихтимал. Был туҡтамай эсеүгә килтерә – бер нисә көн рәттән эсәләр. Хәмерһеҙ кеше йыш ҡына тупаҫ һәм ярһыу булып китә, апатия менән яфаланырға мөмкин. Хәтерҙәге упҡындар даимиға әүерелә бара. Хәлдәр алкоголле эсемлектәр ҡулланғандан һуң ғына яҡшыра башлай, ҡалғандары икенсе планда ҡала.
Икенсе стадияға психологик ҡына түгел, алкоголгә физик ихтыяж да хас. Организм ҙур күләмдә спиртлы эсемлектәр талап итә, шун-һыҙ кеше үҙен ғәҙәти тойоуҙан туҡтай. Ауырыған кешегә икенсе стадияла ярҙам итеү ауырыраҡ, әммә мөмкинлектәр бар әле. Кисектермәҫтән белгестәргә – наркологтарға – мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ә бына кеше бөтөнләй бәләкәй дозанан иҫерек икән – был алкоголизмдың өсөнсө стадияһы хаҡында һөйләй. Бында психикала һәм организмдың бөтә системаларында ла етешһеҙлектәр күҙәтелә. Ауырыған кеше системалы рәүештә, көн һайын эсә. Шәхес тә бер аҙ үҙгәрә: кеше тупаҫҡа, ярһыуға әүерелә, уның артабан нимә эшләрен алдан тойомлап та булмай. Үҙәк нервы системаһы зарарлана. Сирлеләр ныҡ ябыға. Хәрәкәттәрҙең координацияһы боҙолоуы ихтимал, телмәре бәйле булмай. Эскелектең өсөнсө стадияһы йыш ҡына инфаркттан, инсульттан үлем менән тамамлана.
Шулай уҡ ҡайһы бер белгестәр алкоголизмдың дүртенсе, һуңғы стадияһын билдәләй. Уға психиканың насарайыуы һәм бөтә эске ағзалар-ҙың зарарланыуы кеүек билдәләр хас. Алкоголизм был этапта дауаланмай: ошо стадияға еткән ауырыу оҙаҡ йәшәмәй.
– "Эсергәме, юҡмы?" тигән фәлсәфәүи мәсьәләгә йомғаҡ яһайыҡ инде.
– Әлбиттә, эсмәҫкә! Минеңсә, был мәсьәлә ғәҙәти аҡыллы фекер йөрөтөүсе кеше өсөн фәлсәфәүи һәм ауыр хәл ителергә тейеш түгел.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, районда “Алкоголизм” диагнозы менән 223 кеше наркология кабинетында иҫәптә тора.
Белешмә
Уртаса алғанда, эскән кешеләрҙең ғүмере 10-15 йылға ҡыҫҡара. Статистика буйынса, ир-егеттәр араһында ваҡытынан алда китеүгә 30 процент самаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 15 процент спиртлы эсемлектәр ҡабул итеүгә бәйле. Уның йоғонтоһонда барлыҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙың өстән бер өлөшө башҡарыла, ә юл-транспорт ваҡиғаларының яртыһы иҫерек водителдәр ҡатнашлығында була.
Надежда ГАЛАНОВА.