Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
14 Сентябрь 2021, 10:25

Вакцина яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы, шул уҡ ваҡытта эндоскопист вазифаһын башҡарыусы Эльмира Гәрәева 2 августан 5 сентябргә тиклем Мәсәғүт ауылындағы ковид-госпиталдә эшләй һәм коронавирус йоҡтороусыларҙың нисек итеп сир менән көрәшеүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күрә.

Вакцина яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
Вакцина яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ

Уның әйтеүе буйынса, ковид-госпиталгә килеүселәрҙең күпселеге – Мәсетле районы халҡы. Вирустың кемгә нисек йоғонто яһарын алдан белеп булмай, уны төрлө кеше төрлөсә кисерә. Вакцинаны сәләмәт кешеләргә лә, сирләп һауығыусыларға ла ҡуйҙырырға кәрәк.
– Эльмира Фәрит ҡыҙы, коронавирустан вакцинаның булыуына ҡарамаҫтан, Мәсетле районында сирләүселәр һаны артыуын дауам итә. Быны һеҙ нисек аңлатырһығыҙ?
– Граждандар ҡыш һуңында уҡ прививка яһата башлауҙарына ҡарамаҫтан, вакцинациялау темпы түбән кимәлдә ҡала. Беҙҙең районда ул 51,6 процент тәшкил итә. Кешеләр вакцинацияның ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер ысулы икәнен аңлап етмәй.
Ковид-госпиталдәргә эләгеүсе пациенттарҙың 92 проценты – вакцина яһатмаусылар. Ә инде прививка эшләтеп тә ауырып китеүселәр, ҡағиҙә булараҡ, сирҙе еңел үткәрә, улар реанимацияға эләкмәй.
Күптәр дауаханаға һуң – үпкә туҡымаһы 50 процентҡа тиклем зарарланғас ҡына мөрәжәғәт итә.
– Вакцинация хәлде күпкә яҡшыртасаҡ, тип фараз ителә ине. Тимәк, ғалимдарҙың тиҙҙән коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ тигәндәре аҡланманы?
– Улай тип әйтеп булмай. Беҙ әлегә коллектив иммунитет булдырыуға ирешмәгәнбеҙ. Тик халыҡтың 80 процентында иммунитет барлыҡҡа килгәндә генә беҙ сирҙе еңдек, тип әйтә аласаҡбыҙ.
– Районда әлегә тиклем прививкаға ҡырҡа ҡаршы булыусылар бар. Һеҙ бындай кешеләргә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә?
– Бындай ҡарашта булған кешеләр менән мин килешмәйем. Улар үҙҙәренә йәки яҡындарына ярҙам кәрәк булғанға тиклем бындай сирҙең барлығына ышанмай, уның үҫеш киңлеген аңламай.
– Вакцинацияға ҡаршы булыусылар хатта сирҙе үткәрергә әҙер, тик прививка яһатмаҫҡа. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: сирҙе үткәрергәме әллә вакцина яһатырғамы?
– Әлбиттә, вакцина яһатырға. Хроник сирлеләр вирусты бик ауыр үткәреүен оноторға ярамай. Һәр кем уның эҙемтәһен, нимә булырын күҙ алдына килтерергә тейеш. Үлем осраҡтары артҡандан-арта. Кешеләр вакцина яһатҡандан һуң, бер нәмә лә булмаясағын һәм ул ысынлап та һаҡлаясағын аңларға тейеш.
– Вакцинациянан һуң, киреһенсә, ауырыйһың, тигән фекер йөрөй халыҡ араһында. Быны нисек аңлатырһығыҙ?
– Кешеләрҙең прививка яһатыр алдынан сирҙәрен, вакцина яһауҙы тыйған симптомдарҙы йәшереүҙәре арҡаһында вакцинаның файҙаһы кәмей. Ә күптәре сирләп йөрөгәнен белмәй ҙә.
Шулай уҡ вакцина яһатҡандан һуң кешеләр һаҡланыу сараларын күҙәтмәй, улар беҙгә сир йоҡмай, тип уйлай. Әммә ләкин улар үҙҙәре вирус таратыусылар булыуҙары мөмкин.
Тулы иммунитет тәүге прививка яһатҡандан һуң 42 көндән генә барлыҡҡа килә икәнен оноторға ярамай.
– Ә прививканың үҙенән кешенең сирләп китеүе мөмкинме?
– Юҡ. Кешегә вирустың үҙен индермәйҙәр бит. Беҙҙә ҡулланылған вакциналар, атап әйткәндә, “Спутник” тере түгел. Ул аденовирус нигеҙендә яһала һәм мускулға ҡаҙала. Унда коронавирус аҡһымы фрагменттары бар. Шуға күрә вакцина үҙе сирләүгә алып килмәй.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА