– Ринат Зөфәр улы, өйҙәрҙә һәм фатирҙарҙа зәңгәр яғыулыҡ – ғәҙәти күренеш. Бөгөн беҙҙең район уның менән ниндәй кимәлдә тәьмин ителгән?
– Беҙҙә газ 100 процентҡа үтеп бөтмәгән әле. Был уңайлыҡ менән районыбыҙ халҡының 67 проценты тәьмин ителгән. Әммә райондың газ хужалығы үҫешеүен дауам итә. Йыл башынан 49 өй газ селтәренә тоташтырылған, былтыр – 116. Хәҙер мәсетлеләрҙең Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған социаль газ үткәреү программаһы буйынса газ индереү мөмкинлеге менән файҙалана алыуы ҡыуаныслы. Был программа газ үткән ауылдарҙағы өйҙәргә ҡағыла. Беҙҙең районда уға Көршәле ауылының Гөршишмә һәм Йәштәр урамы, Ясин ауылының Йәшел сауҡалыҡ, Яңы Яуыш ауылының Баҡса һәм Мәктәп, Иҫке Мишәр ауылының Тау, Йонос ауылының Салауат Юлаев, Урман, Совет, Тайыш ауылының Урман, Урал, Зәки Вәлиди, Әбдрәхим ауылының Ҡыҙыл Байраҡ, Дыуан-Мәсетле ауылының Болон һәм Тыныслыҡ, Йыланыш ауылының Яңы, Түбәнге Туҡбай ауылының Дневаловка, Йәштәр, Яр буйы, Баҡса, Ҡарағай, Түбәнге Бобин ауылының Мәктәп һәм Баҡса, Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Урман, Беренсе май, Ленин, Мәктәп урамдары инә. Бөгөн Йыланыш ауылының Яңы һәм Йонос ауылының Урман урамдарында эштәр башланған да инде. Социаль программа буйынса өйгә тиклем газ үткәреүгә 63 ғариза килде (программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең бишенсе битендә уҡығыҙ).
Подрядсы ойошма – “Благгазстрой” йәмғиәте – Йонос һәм Айып ауылдары араһында юғары баҫымлы газ үткәргесе һалыу буйынса эштәрҙе тамамланы. Был йүнәлештә газды ебәреү өсөн башҡарыу-техник документацияһын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ғүмәр, Ҡорғат, Юлай, Тимербай ауылдарына газ үткәреү буйынса проект-эҙләү эштәре алып барыла.
– Һеҙҙең хеҙмәт ҡарамағында ниндәй объекттар бар?
– Беҙҙең хеҙмәт 549 км газ селтәрен, 76 газды көйләүсе пунктты хеҙмәтләндерә. Газ көйләүсе пункттың дүртәүһен быйыл алмаштырҙыҡ. Тағы ла икәүһен алмаштырырға планлаштырабыҙ. 6576 өй тәбиғи газға тоташтырылған. Шулай уҡ район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениелары биналарын хеҙмәтләндерәбеҙ. Йылытыу сезонына әҙерлек барышында өс газ бүлеү пунктында диагностика эштәре башҡарылды, 92 км газ үткәргесе тикшерелде. Йыл һайын беҙҙең хеҙмәткәрҙәр график буйынса фатирҙар буйынса тикшереп йөрөй.
– Эйе, газ хеҙмәте эшселәре тәбиғи газ менән файҙаланыусыларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреп, беҙҙең өйҙәргә килә. Әммә уларҙы бар ерҙә лә ихлас көтөп тормайҙар...
– Халыҡ менән эшләү – иң мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы эштәрҙең береһе. Әммә шуны аңларға кәрәк – барлыҡ газ ҡорамалдары беҙҙең ойошма тарафынан хеҙмәтләндерелә. Газ ҡорамалдарын техник тикшереү – мотлаҡ процедура. Һәм бында ике яҡ бер-береһен аңлап эш итергә тейеш – газ һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй.
– 104. Был номер буйынса көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуған осраҡтарҙа шылтыраталар. Диспетчерҙарға шылтыратыуҙарҙы йыш ҡабул итергә тура киләме?
– Авария-диспетчер хеҙмәте көндөҙ ҙә, төнөн дә эш урынында. Газ сығыуы тураһында хәбәр алыныу менән беҙ авария урынына сығабыҙ. Урында етешһеҙлектәрҙе бөтөрәбеҙ. Үҙегеҙҙе ҙур бәләнән һаҡлау өсөн өйҙәрегеҙҙә газ сыҡҡан осраҡта сигнал биреүсе махсус ҡулайлама ҡуйырға саҡырабыҙ.
– Коллектив тураһында һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙә барлығы 50 кеше эшләй. Барыһы ла яуаплы, тырыш, үҙ эштәренең оҫталары, үҙ бурыстарын яҡшы беләләр һәм теүәл башҡаралар. Араларында 30 йылдан ашыу газ хеҙмәтенә ғүмерҙәрен бағышлаусылар ҙа бар: диспетчер Василий Жильцов, водитель Владимир Лешков. Шулай уҡ беҙҙең ойошмала 26 йылдан ашыу водителдәр Анатолий Чухарев менән Александр Крашенинников эшләй.
Ысын күңелдән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һәм газ хеҙмәте ветерандарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Барығыҙға ла сәләмәтлек, бәхет, именлек, эшегеҙҙә уңыштар, баш осонда тыныс күк йөҙө теләйем.
Уңайы менән файҙаланып, мәсетлеләргә мөрәжәғәт итәм: көнкүрештә газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, газ ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, махсус газ сигнализаторҙары ҡуйырға тырышығыҙ, газ сыҡҡанын һиҙеп ҡалыу менән “04” телефонына шылтыратығыҙ.