Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
25 Август 2021, 10:15

Ҡоро йәй – аграрийҙар өсөн оло һынау

Ағымдағы йыл аграрийҙар өсөн оло һынау әҙерләне. Мәсетле районы фермерҙары һәм ауыл хужалығы предприятиелары нисек уны үтә? Был турала райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Салауат Зәбихуллин һөйләй.

Ҡоро йәй – аграрийҙар өсөн оло һынау
Ҡоро йәй – аграрийҙар өсөн оло һынау

– Салауат Ғарифйән улы, район аграрийҙарының ниндәй күләмдә уңыш йыйып аласаҡтарын яҡынса күҙаллау мөмкиндер бит? Һеҙҙеңсә, юғалтыуҙар ҙурмы?
– Райондың иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтергән ауыл хужалыҡтарының сәсеү майҙандары, көндәрҙең аномаль эҫе тороуы сәбәпле, ныҡ зыян күрҙе. Дыуан метеорология станцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың май айының икенсе ун көнлөгөнән июнь айының өсөнсө декадаһына тиклем 20 сантиметрға тиклем ер ҡатламында продуктив дым запасы 10 миллиметр һәм унан түбән кимәлдә ине. Ерҙә дым етмәгәнлектән, игендәрҙең шытымы һирәк булды. Ауыл хужалығы культураларының артабанғы үҫеше юғары температура фоны шарттарында барҙы, был культураларҙың ҡороуына һәм артымды юғалтыуға алып килде.
19 авгусҡа ҡарата, иген культуралары майҙандарының 60 проценты йыйып алынған, яҙғы иген уңышы гектарына 10,7 центнер тәшкил итә. Был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күпкә аҙ. Ужым культураларының уңышы гектарынан 18 центнер булды. Шуның өсөн райондың ауыл хужалыҡтарына ужым культуралары сәсеү майҙанын киңәйтеүгә иғтибар итергә кәрәк. Иген һәм ҡуҙаҡлыларҙы тулайым йыйыу күләме, уҙған йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға кәм булыуы көтөлә.
– Уңыштарын юғалтҡан Мәсетле районы аграрийҙары дәүләт ярҙамына иҫәп тота аламы?
– Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2021 йылдың 9 авгусындағы “Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2021 йылдың 12 июлендәге “Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер муниципаль райондар территорияларында ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү тураһында” РГ-193 һанлы бойороғона үҙгәрештәр индереү тураһында” РГ-253 һанлы бойороғо нигеҙендә беҙҙең район ошо исемлеккә ингән. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығына 2021 йылда районда ғәҙәттән тыш хәл (атмосфера ҡоролоғо) һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуын һәм һәләк булған ваҡытҡа тиклем уны үҫтереүгә киткән сығымдарҙы дәлилләгән документтар комплекты әҙерләнеп тапшырылды.
– 2022 йылдың 1 ғинуарынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә мелиорация системаһын булдырыуға киткән сығымдың яртыһына субсидия биреүҙе ҡараған яңы дәүләт программаһы старт ала. Райондың аграрийҙары был яңылыҡҡа нисек ҡарай? Киләсәктә ошоға оҡшаш аномаль хәлдәрҙән уңыштарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн улар был программала ҡатнашырға планлаштыралармы?
– Дымландырыу системаһын проектлау һәм төҙөү – күп сығымдар талап иткән бик ҡиммәтле сара, шулай булыуға ҡарамаҫтан, район хужалыҡтары, инвесторҙар йәлеп итеп, программала ҡатнаша башлаясаҡ, сөнки дымландырыу системаһынан башҡа юғары һәм тулы уңыш алып булмағанды йылдың-йылы күрәбеҙ.
– Ужым культураларын сәсеүҙе ҡасанға планлаштырғанһығыҙ?
– Районда ужым культураларын сәсеү башланды. 19 авгусҡа ҡарата планлаштырған 4500 гектарҙың 1950-һенә ужым сәселде. Ямғырҙың булмауына ҡарамаҫтан, хужалыҡтар ужым культураларын сәсеү эшен алып бара, сөнки төньяҡ-көнсығышта 10 авгус-тан 1 сентябргә тиклем оптималь сәсеү ваҡытында өлгөрөп ҡалырға кәрәк, артабан ямғырҙар яуыр тип өмөтләнәбеҙ.

Автор:Наркес Халиуллина