Эшҡыуарҙар нимә менән шөғөлләнә, аҡсаларын ниндәй эшкә һала, ниндәй килем ала, ойошмаларында нисә хеҙмәткәр эшләй һәм улар күпме эш хаҡы ала – был ысынбарлыҡ күрһәткесе. Уның ни өсөн кәрәк булыуы һәм нимә биреүе хаҡында Мәсетле районы буйынса дәүләт статистика бүлеге баш белгес-эксперты Лариса Ғәйфуллина һөйләй.
– Бындай иҫәп алыуҙы ниндәй маҡсат менән үткәрәләр?
– Закон буйынса, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге биш йылға бер тапҡыр тулыһынса тикшерелә. Быныһы – хәҙерге Рәсәй тарихында өсөнсө, һуңғы тапҡыр ул 2016 йылда уҙғарыл-ғайны. Биш йыл эсендә күп нәмә үҙгәрҙе: яңы предприятиелар барлыҡҡа килде, ҡайһылары ябылды, эшмәкәрлек йүнәлештәре һәм өлкәһе үҙгәрештәр кисерҙе. Эшҡыуарлыҡ өлкәһен тотошлайы менән тикшереү республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһе торошон баһаларға мөмкинлек бирә.
– Уның ыңғай яҡтары нимәлә?
– Тәү сиратта, иҫәп алыу, иҡтисадтың өҫтөнлөклө секторы булған эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк. Ул бизнес, дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәттәрендә уҙғарыла. Күҙәтеү һөҙөмтәләре нигеҙендә планлаштырыуҙың һөҙөмтәлелеге һәм ярҙам программалары тураһында һүҙ йөрөтөргә, иҡтисади нигеҙләнгән ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин буласаҡ.
Бынан тыш, иҫәп алыу йомғаҡтары артабан ниндәй йүнәлештә барырға икәнлеген билдәләү өсөн баҙарҙың һәм бизнестың үҙенең структураһын баһаларға ярҙам итәсәк.
– Беҙҙең районға ҡағылышлы нимәләр әйтерһегеҙ?
– Мәсетле районында иҫәп алыу 500 субъектҡа, шул иҫәптән 403 шәхси эшҡыуарға ҡағыласаҡ. Иҫәп алыуға йәлеп ителәсәктәр исемлеге статистика регистры һәм федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Иҡтисади иҫәп алыу буйынса анкетаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында, Башҡортостан статистика хеҙмәте сайтында (электрон һанлы ҡултамға булған осраҡта), электрон документ әйләнеше операторҙары ярҙамында тултырырға мөмкин. Шулай уҡ уны, ҡағыҙҙа тултырып, Башҡортостан статистика хеҙмәте бүлексәһенә тапшырырға йәки почта аша ебәрергә мөмкин.
Респонденттарға алынған мәғлүмәттең сер булып ҡалыуы гарантиялана. Бер ниндәй шарттарҙа ла ул һалым органдарына йәки прокуратураға тапшырылмай. Был закон менән тыйыла. Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу мотлаҡ.
– Әгәр эшҡыуар мәғлүмәттәр бирергә теләмәһә?
– Отчет мәғлүмәттәрен бирмәгән йәки ялған мәғлүмәт тапшырған өсөн штраф ҡа-ралған.
– Эшҡыуар ниндәй мәғлүмәт тапшырырға тейеш?
– Күҙәтеү бланкыларында һорауҙар ябай ғына: эшҡыуарлыҡ субъекты урынлашҡан урынды, иҡтисади эшмәкәрлек төрөн, алған килемде, төп саралар хаҡын һәм составын, төп капиталға инвестициялар йүнәлешен, хеҙмәткәрҙәр һанын, уларҙың эш хаҡы күләмен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
– Иҡтисади иҫәп алыу һөҙөмтәләре ҡайҙа һәм ҡасан билдәле буласаҡ?
– Йомғаҡтар Рәсәй һәм Башҡортостан статистика хеҙмәттәре сайттарында урынлаштырыласаҡ. Алдан иҫәпләнгән яҡынса мәғлүмәттәр 2021 йылдың дүртенсе кварталында барлыҡҡа киләсәк. Һуңғы аныҡ һандар 2022 йылдың 1 июлендә баҫылып сығасаҡ.