Мәсетле районы биләмәһендә ағымдағы йылда ғына 12 янғын теркәлгән, унда бер кеше һәләк булған, бер кеше зыян күргән. Уҙған йыл ошо уҡ ваҡыт арауығында дүрт кенә янғын сыҡҡан. Күп осраҡта янғын торлаҡ өйҙәрҙә, йорт ҡаралтыларында һәм автомобилдәрҙә сыға.
Янғын сәбәптәре, ут сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында 86-сы янғын һүндереү часы начальнигы Зимфер Төхвәтуллин менән әңгәмәләштек.
– Күптәр совет заманында сыҡҡан “Шырпы балаларға уйынсыҡ түгел” тигән әйтемде яҡшы хәтерләй. Был һүҙҙәр бөгөнгө көндә актуаль булып ҡаламы?
– Был әйтем актуаль булды һәм буласаҡ, балаларға ҡарата ғына түгел, ололарға ла ҡағыла. Хәҙерге заманда янғын сығыуға килтергән әйберҙәр күп, мәҫәлән, ут тоҡандырыу өсөн шыйыҡса.
– Янғын сығыу сәбәптәре нимәлә?
– Күберәк янғын торлаҡ йорт һәм фатирҙарҙа сыға. Ә бының төп сәбәбе – төҙөк булмаған электр сымы, электр ҡорамалы, мейесте саманан тыш ҡыҙыу яғыу, рөхсәт ителмәгән урында тәмәке тартыу һәм ҡарауһыҙ ҡалдырылған газ плитаһы.
Әгәр ҙә һеҙҙә йәиһә күршегеҙҙә янғын сыҡһа, иң беренсе янғын һүндереүселәргә хәбәр итергә кәрәк. Улар килеп еткәнсе бинанан кешеләрҙе сығарыу, мөмкин тиклем мөлкәтте ҡотҡарыу һәм янғынды һүндереү мөһим. Көнкүреш әйбере, мәҫәлән, телевизор, компьютер яна башлаһа, уны электр тогынан тартып алырға йәиһә өйҙәге щитты һүндереп, ток килеүҙе туҡтатырға кәрәк.
Янған әйбер ағыулы матдәләр бүлеүен иҫтә тотоғоҙ. Янған приборға һауа юлын ҡалын әйбер менән ҡаплағыҙ.
– Әгәр ҙә янғын сығып, бүлмә эсендә таралып өлгөр-һә, нимә эшләргә?
– Янғын сыҡҡан бүлмәнең ишеген ныҡлап ябып, ялҡындың бүтән бүлмәләргә һәм баҫҡыҫ майҙансығына сығыуын туҡтатығыҙ. Төтөндөң башҡа бүлмәләргә таралыу тиҙлеген кәметеү өсөн ишеккә һыулы сепрәк тыңҡысларға. Төтөн ҡаплап алған бүлмәлә шыуышып йәиһә эйелеп атларға. Һыуҙан башҡа янғын һүндереү ҡоролмаһын ҡулланырға мөмкин икәнде иҫтән сығармағыҙ, унан башҡа еүеш сепрәк, ҡом, гөл һауытындағы тупраҡ та һауа юлын яба.
– Утты үҙ аллы һүндерергә тырышҡан кешеләр ниндәй хата ебәрә?
– Янғын сыҡҡан осраҡта яһалған иң ҙур хата – янғын һүндереү хеҙмәтенә хәбәр итеү урынына, уны үҙ аллы һүндерергә тырышыу. Бинаның күп өлөшөн ут ялмап алғас, үҙ көстәре етмәҫлеген аңлағас ҡына ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән осраҡтар күп булды.
– Әгәр ҙә янғынды үҙ көсөгөҙ менән генә туҡтатырлыҡ түгел икән, был осраҡта нимә эшләргә?
– Был урындан тиҙ арала китергә кәрәк. Үҙегеҙ менән документ, аҡсаларҙы алып бинанан сығырға. Ишектән сығыу мөмкинселеге булмағанда, тәҙрә, балкон аша ҡотолоу юлын эҙләргә. Фатирҙа янғын сыҡҡан ваҡытта хәүефһеҙерәк урын тип балкон йә тәҙрә яны иҫәпләнә. Был урында янғын һүндереүселәр һеҙҙе тиҙерәк табыр. Урамда һалҡын булған осраҡта, мөмкинселек булһа, йылы әйберҙәр алырға тырышырға. Балкон ишеген һаҡлыҡ менән асырға кәрәк, сөнки ҡапыл килеп ингән саф һауа ялҡынды тағы ла көсәйтеп ебәрә. Артығыҙҙан ишекте ныҡлап ябыу ҙа мөһим.
– Янғын һүндереү хеҙмәтенә нисек шылтыратырға?
– Янғын сыҡһа, кисекмәҫтән “01”, “112”, 2-01-01, 2-04-02 телефон һандары аша хәбәр итергә. Янғын сыҡҡан объекттың адресын, исем-шәрифегеҙҙе аныҡ итеп әйтергә.
– Район халҡына теләктәрегеҙ бармы?
– Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ут сығыуҙы иҫкәртеү, уны һүндереүгә ҡарағанда еңелерәк. Үҙегеҙҙең, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ ғүмерен, торлаҡ һәм мөлкәтте хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.