Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
28 Ғинуар 2021, 16:03

Төп бурыс – халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү

28 ғинуар – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө. Был дата мәш-ғүллек проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсаты менән булдырылған.Эшһеҙ граждандарға үҙҙәренә яраҡлы вакансия табыу-ҙың иң яҡшы ысулы – халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итеү. Беҙҙең райондағы ундай үҙәктең эше тураһында Төньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Иршат Бәйтуллин һөйләй.

– Иршат Ғәли улы, коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле илдәге хәүефле эпидемиологик хәл мәшғүллек хеҙмәте эшмәкәрлегендә сағылдымы?
– Илдәге төрлө көрсөк ваҡытында мәшғүллек хеҙмәте роле арта. Былтыр ҙа шулай булды: коронавирус пандемияһы менән бәйле сикләү саралары индерелгәс, күптәр эштәрен юғалтты. Бер йыл эсендә 1435 кеше мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итте. Был 2019 йылдағыға ҡарағанда 612 кешегә күберәк. 1201 кеше эшһеҙ статусына рәсми эйә булды. Эшһеҙлек буйынса ғына беҙ 42 млн һумдан ашыу суммаға пособие түләнек. 2019 йылда был күрһәткес 11 млн һумдан ашыу тәшкил иткәйне.
Дәүләт эшһеҙ граждандарға ҙур ярҙам саралары күрһәтте: минималь пособие кимәле артты, уларҙың балиғ булмаған балаларына өҫтәп түләнде, пособие түләү осоро оҙайтылды. Был өҫтәмә саралар 2020 йылдың 1 октябренә тиклем ғәмәлдә булды.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 8-се һанында (26.01.2021).