Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
4 Октябрь 2020, 22:00

“Ҡарағай” шифаханаһы. Беренсе йыл һөҙөмтәләре

Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы шифаханаларының береһе – ”Ҡарағай” беҙҙең районда, экологик яҡтан таҙа һәм уңайлы климат зонаһында урынлашҡан. Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, бында эш гөрләп тора: төҙөлөш эштәре бара, вахта ысулы менән эшләгәндәр өсөн обсервация ойошторола. Бер йыл элек уның директоры итеп медицина фәндәре докторы, Халыҡ-ара экология һәм хәүефһеҙлек фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған табибы һәм төҙөүсеһе Рәмил Бәҙретдинов тәғәйенләнде. Ул тәүге йыл эш йомғаҡтары һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.

– Рәмил Рафаил улы, уҙған йыл Һеҙҙең өсөн ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Йыл еңелдән булманы: ҡышты ауырлыҡ менән үт-кәрҙек, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаларындағы иҫәпһеҙ авариялар, үҙ газ ҡаҙанлығы була тороп та, корпустарҙағы һауа температураһы түбән булыуы. Шуға ла, тәү сиратта инженер селтәрен капиталь ремонтлау менән шөғөлләнә башланыҡ.
– Киләсәктә шифахананы үҫтереү планы менән дә уртаҡлашығыҙ әле.
– Артабанғы үҫеш перспективалары тураһында һөйләгәндә, 2020-2024 йылдарға комплекслы үҫеш программаһы төҙөлдө. Беҙҙең шифахананың тәбиғи дауалау потенциалын иҫәпкә алып, койка-урын һанын ике тапҡырға арттырып, 450-500 урынға еткереү планда ҡаралған, тимәк, был шифаханала эш урындары арттырыу мөмкинлеген бирә.
Үҙебеҙ әҙерләгән һәм баш-ҡа шифахана-курорт тармағы белгестәре сығарған ғилми эштәрҙе ҡулланып, технологиялы медицина спектрын киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ һәм шифахана-курорт дауалауында заманса алымдарҙы ҡулланырға уйлайбыҙ.
Обсервация осоронан һуң, пневмония һәм яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-19) менән бәйле, яңы медицина реабилитация программаһын ҡулланырға иҫәп тотабыҙ.
– Июль айында шифахана биләмәһе ҡаҙылып бөткән ине. Ниндәй эштәр башҡар-ҙығыҙ?
– Эйе, беҙ бик күп төҙөкләндереү һәм төҙөү эштәре башҡарҙыҡ. Бөтә шифахана биләмәһендә, шулай уҡ, 2-се корпус, 1-се һәм 3-сө коттедж-дар, дауалау-диагностика комплексы һәм дауалаусы физкультура биналарында, етәкселек корпусында, бассейнда, кино-концерт залында, ашхана һәм “Шарлауыҡ” кафеһында тулыһынса эске һәм тышҡы инженер селтәр-ҙәре: йылылыҡ, ут-һыу менән тәьмин итеү, канализация сис-темалары алмаштырылды. Бөгөн был эштәр тамамлан-ған, бөтәһе лә эшләй.
Ағастан эшләнгән иҫке ҡоролмалар, емерелеп барған терәү стеналар һүтеп алынды, биләмәне вертикаль планлаштырыу үткәрҙек, йәшелләндереү һәм ландшафт эштәре башҡарылды.
– Шифахана хеҙмәткәр-ҙәре эштән китә тиҙәр? Бының сәбәбе нимәлә?
– Беҙ был еңел булмаған осорҙа коллективты һаҡлап ҡала алдыҡ, тип иҫәпләйем. Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә һаулыҡтарына ла зыян килмәне. Әлбиттә, кадрҙар хәрәкәте – һәр коллективҡа хас күренеш. Үҙ эшенең профессионалы булыу, бурыстарҙы ҡыйыу, намыҫлы башҡарыу, үҙ-ара аңлаша, килешә белеп эшләү пандемия осоронда юғары баһалана, был беҙҙең коллективты берләштерҙе, тип уйлайым. Шуның өсөн бик рәхмәтлемен.
Юғары квалификациялы белгестәр эшкә килде: идара хеҙмәткәре, табиптар, хеҙмәтләндереүселәр. Мәҫәлән, бухгалтерияға дүрт юғары белемле белгес эшкә алынды, улар бухгалтерия иҫәбен автоматлаштырыу һәм идара итеү өсөн «1С:Предприятие» яңы программаһын ҡуллана.
– Һеҙ шифаханала эш башлағас, ниндәй үҙгәрештәр булды?
– Беҙ йыл дауамында бик күп ойоштороу мәсьәләләрен хәл иттек. Урология, косметология, косметологияла шәф-ҡәт туташы эше һәм башҡа йүнәлештәр буйынса медицина хеҙмәттәрен лицензиялау буйынса ҙур эш үтте. Өҫтәүенә, шифалы ләм, “Ҡарағай” минераль һәм хужалыҡ-көнкүреш һыуын ҡулланыуға, кәзә һөтөнән эсемлек етештереүгә, йәмәғәт туҡланыуы өсөн рөхсәт документтары булмай сыҡты. Әлеге ваҡытта беҙ уларҙы алдыҡ. Кадастр картаһы координатаһы буйынса ер ысынбарлыҡ менән тап килмәгәнлектән, шифахананың күсемһеҙ милек объекттары урынлаш-ҡан ер участкаһын яңынан рәсмиләштереү (межалау) эше бара. Атмосфераға һауаны бысратыусы матдәләрҙе сығарыу нормативтары (ПДВ) проекты, ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү нормативы һәм уларҙы урынлаштырыуға лимит (ПНООЛР) проекты әҙерләү, производство-экологик контролде (ПЭК) әҙерләү һәм раҫлау, һыу алыу һәм һыу үткәргес санитар һаҡлау зонаһы проектын әҙерләү(ЗСО), рөхсәт ителгән ағыҙыу нормативы (НДС) проектын әҙерләү, тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһаған предприятиены иҫәпкә ҡуйыу (НВОС) буйынса эштәр башҡарыла.
– Бер йәй эсендә дауалау-диагностика комплексының өсөнсө ҡаты үҫеп сыҡты. Унда нимәләр буласаҡ?
– Бинаның ҡыйыҡ аҫты ҡатына һыу үтә һәм һыуыҡ та ине. Комиссия тарафынан өсөнсө ҡатты тулыһынса сифатлы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта дөйөм төҙөү эштәре тамамланды, эске биҙәү эштәре дауам итә. Дауалау-диагностика комплексының 1640 квадрат метр тәшкил иткән өсөнсө ҡатында, төп ҡоролмаларҙан тыш, тулыһынса яңынан ҡороу эше башҡарыла. Был, беренсенән, ял итеүселәр һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдыра. Икенсенән, файҙалы майҙан арта. Өсөнсөнән, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең яңы төрө һәм эш урындары барлыҡҡа килә.
– Клуб һәм ашхана булған беренсе ҡатта ла төҙөкләндереү эштәре барамы?
– Эйе, унда ла төҙөкләндереү эштәре бара, заман талаптарына тура килтереп, 416 квадрат метр урында ял итеүселәрҙе теркәү урыны һәм маркетинг бүлеге сафҡа инәсәк. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 1-се корпустағы теркәү урыны 50 квадрат метр урынды биләй ине, ә яңы урында кафетерий һәм сауҙа майҙансыҡтары асыу ҡарал-ған. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: үҙәк майҙанды күпкә ҙурайттыҡ һәм һыу ятҡылығы яғына күсерҙек, юлдарҙы ремонтланыҡ. 2-се коттедж янында ярҙы һыу йыуа ине, бинаның нигеҙенә тиклем 2 метр ҡалғайны. Хәлде үҙгәртеү маҡсатында ярҙы нығытыу һәм төҙөкләндереү эштәре алып барҙыҡ. Шифахана территорияһында яр буйы йәмләнде, һуңыраҡ ағас-тар ултыртып, беседкалар ҡуясаҡбыҙ, урам яҡтыртҡыс-тары һуҙасаҡбыҙ.
– Һеҙ тәүге көндән үк территорияны төҙөкләндереү менән шөғөлләнә башланығыҙ, шәмбе өмәләре ойошторҙоғоҙ.
– Тәбиғәт “Ҡарағай” шифаханаһын шифалы һауалы ҡарағай урманы һәм Ыҡ йыл-ғаһы менән байытҡан. Шәмбе өмәләре барышында урмандарҙы сүптән, сереп ятҡан ағастарҙан таҙарттыҡ, һыу ятҡылығының 1,5 километр-ҙан ашыу яр буйы зонаһын ағас төпсөктәренән, сүптән таҙарттыҡ.
Пляжды тәртипкә килтер-ҙек, һыу ингән урынды ләмдән таҙарттыҡ, территорияны вертикаль планировкалау уҙғар-ҙыҡ, яңы төҙөлөшкә әҙерләнек.
Шифахана территорияһын таҙартыу буйынса эштәр йыш алып барылды, уны бары ике дворник тәртипкә килтерә алмай. Хәҙер төҙөкләндереү бүлеге булдырылды, ул хеҙмәткәрҙәр һәм заманса йыйыштырыу-таҙартыу техникаһы менән тәьмин ителгән.
– Әйткәндәй, шифаханаға алынған техника тураһында әйтеп үтегеҙ әле.
– Тәү сиратта беҙ лицензияланған медицина эшмәкәрлеге төрҙәре өсөн медицина техникаһы һәм аппаратура һатып алдыҡ. Бынан тыш, VOLVO экскаваторы, “ГАЗ САЗ-2507” йөк автомашинаһы, “ДТ-75” базаһында бульдозер, “УАЗ-2206” автомобиле һатып алдыҡ, аҙыҡ-түлек ташыу өсөн “ВИС-234900” автомобиле һәм “КамАЗ-4302” изотермик фургоны алыуға заявка бирҙек.
– Юлдарҙы ныҡлап үҙгәрткәнһегеҙ шикелле.
– Ял итергә килеүселәргә һәм хеҙмәтләндереүсе персоналға уңайлы булһын өсөн беҙ бар корпустарға ла юлдар эшләнек. Бөгөн йыуыла торған әйберҙәр шифахана автотранспортында график буйынса сығарыла һәм индерелә.
– Шифахананың матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса Һеҙ ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?
– Шифахана үҫеше тураһында һүҙ алып барғанда, мин Юнир Юныс улы Солтанов етәкселек иткән йылдарҙа шифахана динамикалы үҫеште, яңы медицина технологиялары индерелде, тип әйтер инем. Ул осорҙа мин “Янғантау” шифаханаһында директор булдым. Бөгөн шифахана коллективы уны яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
Ошо ваҡыт эсендә беҙ кино-концерт бинаһын, гинекология, колопроктология һәм урология, дауалаусы физкультура биналарын, административ ҡатты, 3-сө коттеджды (етәкселектең элекке корпусы) капиталь ремонтлауға өлгәштек.
Бөгөн электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм энергияны һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡарабыҙ. Беҙ трансформатор ҡоролмаларын оптималләштерҙек һәм уларға ревизияны дауам итәбеҙ, шифахана территорияһында кабель коммуникацияларын алмаштырабыҙ, энергия һаҡлаусы һәм светодиод лампалар, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуябыҙ.
Кеҫә телефоны бәйләнеше һәм интернет менән проблемалар ҙур ине, был бигерәк тә обсервацияға вахтовиктар-ҙы ҡабул итә башлағас һәм бәйләнеш селтәренә көсөргәнеш артҡас ныҡ һиҙелде. Кеҫә телефоны элемтәһе һәм интернет эше өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынды һәм монтаж эштәре башҡарылды.
– Шифаханала сервис кимәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Беренсенән, беҙ бының өсөн бар шарттарҙы ла булдырҙыҡ. Икенсенән, медицина һәм хеҙмәтләндереүсе персоналды уҡыттыҡ. Йомшаҡ мебель, медицина ҡорамалдары, инвентарь һатып алабыҙ, лампалы телевизорҙарҙы замансаға алмаштырабыҙ. Бөгөн сервисты заманса халыҡ-ара стандарттарға тап килтереү буйынса ҙур эштәр алып барабыҙ, ГОСТ Р ИСО 9001-2015 “Сифат менеджменты системаһы”нда сертификат алыуға әҙерләнәбеҙ.
– “Ҡарағай”ҙың дауалау ресурстары тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
– Мин 2006-2008 йылдарҙа яҙған докторлыҡ эшемдә барлыҡ республика шифаханаларының, билдәле Рәсәй һәм сит ил курорттарының тәбиғи дауалау ресурстарын анализланым. Шуны ныҡлы әйтә алам: “Ҡарағай” республика шифаханалары араһында ҙур потенциалға эйә. Беҙҙең бурыс – дауалаусы ләм, “Ҡарағай” минераль һыуы, шифалы ҡарағай урманы һауаһы, яһалма һыу ятҡылығы кеүек ресурстарҙы асыу һәм улар-ҙы һөҙөмтәле, һаҡсыл файҙаланыу.
– Шифахана ял итеүсе-ләрҙе ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?
– Был һорауға бөгөн яуап биреү ҡыйын. Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы ҡасан тамамланырын әйтеп булмай. Бына инде ярты йыл дауамында беҙ обсервацияға бер юлы 300-гә яҡын вахтовикты ҡабул итәбеҙ. Яҡынса был йылдың ахырынаса, халыҡҡа COVID-19-ға ҡаршы күпләп вакцина ҡуя башлағанға тиклем, шулай дауам итеүе көтөлә. Ә, бәлки, унан да оҙағыраҡ булыр.
Республикабыҙ етәкселегенең уйлап эш итеүе һөҙөмтәһендә Башҡортостан шифаханалары ошондай ауыр мәлдә буш тормай, яҡташтарыбыҙҙы вахтаға ебәрер алдынан обсервация үтеү буйынса уңышлы эшләп килә.
– Бөгөн шифахананың финанс хәле нисек һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы ниндәй кимәлдә?
– Дөйөм алғанда, был йылда финанс хәлде яҡшырттыҡ, барлыҡ кредит биреүселәр менән иҫәпләштек, ә улар алдында бурыс 20,0 млн һумдан күберәк ине. 2019 йылда алын-ған путевкалар өсөн генә лә 10,0 млн һум ҡайтарҙыҡ. Рентабелле эшләү кимәленә сыҡтыҡ. Бер йыл эсендә шифахананы үҫтереүгә (төҙөлөш, ремонт, матди-тауар ҡиммәттәр һатып алыу) 37,0 млн һум һалынды, шул иҫәптән матди-тауар ҡиммәттәре алыуға – 14,8 млн һум (5,5 млн һумы – медицина ҡорамалдары һатып алыуға), төҙөлөш һәм ремонт эштәренә – 23,2 млн һум.
Уртаса хеҙмәт хаҡы бер йыл эсендә 19 мең һумдан 26,0 мең һумға тиклем артты. Киләсәктә уны уртаса республика кимәленә – 36,0 мең һум-ға еткереү планлаштырыла.
– Шифахананың уңышы ниҙә?
– Уңыштар тураһында һөйләгәндә, ыңғай динамика билдәләй алабыҙ. Минең командам – һөҙөмтәгә маҡсат тотҡан көслө профессиональ команда. Уларҙың күптәре менән 10-ар, 30-ар йыл эшләйем. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшкә һәләтле татыу коллектив барлыҡҡа килде. Тағы ла бер ыңғай хәл: беҙҙең кадр-ҙар араһында элек райондан ситтә эшләп йөрөгән йәш һәм эшкә һәләтле яҡташтарыбыҙ бар. Шифахана коллективы алдында шифаханабыҙҙы ылыҡтырғыс, конкурентлыҡҡа һәләтле һәм иҡтисади үҫешкән итеү бурысы тора. Курорт бизнесы – ул күп яҡлы коллектив хеҙмәт!
Бирелгән форсаттан фай-ҙаланып, шифахана ветерандарын Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлайым һәм уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре, шифахананы булдырыу һәм үҫтереү өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә тормош-ҡа һүнмәҫ ҡыҙыҡһыныу, ныҡлы сәләмәтлек, күңел йылыһы, бәхет, күтәренке кәйеф, өй йылыһы тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем. Эргәгеҙҙә һәр ваҡыт һеҙҙе яратҡан һәм аңлаған балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙ бул-һын!
Олеся ТЕТЕРЛЕВА.
Бында заманса эшләнгән регистратура һәм маркетинг бүлеге буласаҡ.
Дауалау-диагностика корпусы бинаһының тышы ремонтлана.
Ҡарағай урманы – тәбиғи ингалятор.
Реклама нигеҙендә. 1170280001407 һанлы ОГРН. Лиц. № ЛО-02-01-007864 (23.07.2020 й.). Баҫылып сыҡҡан реклама буйынса тәҡдимдәр 8 (34770) 2-00-32 телефоны буйынса ҡабул ителә.