– Ҡаты көнкүреш коммуналь ҡалдыҡтарға хаҡ нисек билдәләнә?
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға хаҡ билдәләүҙә үҙгәрештәр индерелде. Был хеҙмәт “Торлаҡты тотоу һәм ремонтлау” пунктынан алынып, коммуналь түләүҙәр квитанцияһында күрһәтелә. Хәҙер түләүҙе торлаҡ майҙанына түгел, ә унда йәшәгән кешеләр һанына ҡарап (“Торлаҡ майҙанды сүпләмәй, кеше сүпләй” принцибынан сығып) иҫәпләйҙәр.
Был хеҙмәткә түләү республика биләмәләрендә урынлашҡан торлаҡ фондында һәм йәмәғәт тәғәйенләнешендәге объекттарҙа йыйылған ҡалдыҡтарҙың йыйылыу нормативтарынан сығып иҫәпләнә. Ауыл халҡына түләүҙәр билдәләгәндә, сүп-сарҙың уртаса йыллыҡ йыйылыу нормаһы, төбәк операторы тарафынан раҫланған берҙәм тариф, фатирҙа йә шәхси йортта (ваҡытлыса йә даими йәшәгән) йәшәүселәр һаны иҫәпкә алына.
– Милекселәр һәм нисә кеше теркәлгәнлеге тураһында мәғлүмәт ҡайҙан алына?
– Күп фатирлы йорттарҙың йәшәгән һәм йәшәмәгән фатир милекселәре тураһында мәғлүмәт торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһынан, шулай уҡ идара итеүсе компания һәм торлаҡтың милекселәр ширҡәтенән алына. Шәхси йорттарҙың милекселәре тураһында – Росреестр һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенән.
– Квитанцияла торлаҡта теркәлгәндәр һаны дөрөҫ күр-һәтелмәһә, нимә эшләргә?
– Тормош һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Кеше тыуа, мәрхүм була, йәшәгән ерен алмаштыра, яңы фатир, йорт ала йә төҙөй – ғаилә составы тураһында белешмәнең үҙгәреп тороуы коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ билдәләгәндә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был осраҡта түләүҙәргә хаҡты яңынан ҡарау өсөн Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 12 адресы буйынса “ЕИРЦ РБ” ЯСЙ-һының клиент офисына милексенең паспорты һәм ғаилә составы тураһында ғәмәлдәге белешмә менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта теркәлеүселәр һаны тураһында мәғлүмәттәрҙәге хатаны төҙәтәсәктәр һәм түләүҙе ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр. Беҙгә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ булыуы мөһим.
– Квитанциялағы адрес тура килеп, фамилияһы дөрөҫ күрһәтелмәһә, нимә эшләргә?
– Күп фатирлы йортта йәшәүселәргә – милек хоҡуғы документтарын йә социаль ялланыу килешеүен, шәхси йорт секторы йәшәүсеһенә милек хоҡуғы документтарын “ЕИРЦ РБ” йәмғиәтенең клиент офисына алып барырға кәрәк.
– Контейнерҙы кем һатып алырға тейеш: ҡалдыҡтар сығарыусы, төбәк операторы, әллә урындағы үҙидарамы?
– Контейнерҙар өсөн май-ҙансыҡты ҡуйыу һәм уны йыһазландырыу, шулай уҡ уны таҙартып, рәтләп тороу – урындағы үҙидара органдарының эше. Ә төбәк операторы көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарып, төрҙәргә бүлеү станцияһына йә күмеү полигонына ташыу эшен башҡара.
– Әгәр ҙә ауыл биләмәһендә контейнер майҙансығы юҡ икән, был осраҡта сүп-сар нисек сығарыла?
– “Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 131-се Федераль закон, “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” 89-сы Федераль закон һәм “Халыҡ йәшәгән урындарҙы тәртиптә тотоуҙың санитар ҡағиҙәләре” 42-128-4690-88 һанлы санитар ҡағиҙәләр һәм нормаларға ярашлы, муниципаль район хакимиәте һәм һәр ауыл биләмәһе хакимиәте, ауылдағы кеше һанына ҡарап, нисә контейнер һәм уны ҡайҙа урынлаштырырға икәнде билдәләй. Контейнер майҙансыҡтары булмаған ауылдарҙан төбәк операторы сүп-сарҙы аҙна һайын сығарыуҙы ойоштора.
– Тағы ла ошондай һорау килде беҙгә: “Бала икенсе ҡалала йәшәй, тормош иптәшем йылына бер нисә ай өйҙә булмай – Себер тарафтарында эшләй, ә йәйгеһен ғаилә менән атай-әсәйебеҙ янына китәбеҙ. Был осраҡта түләүҙе кәметеп буламы?”
– Эйе, түләүҙе кәметеү мөмкин. Адрес буйынса теркәлгән кеше унда йәшәмәһә, йә күпмелер ваҡыт (биш көндән артыҡ) өйҙә тормаһа, “ЕИРЦ РБ” клиент офисына ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ. Ғариза менән бергә милектә теркәлгән кешенең күп ваҡыт өйҙә булмауын йә икенсе адрес буйынса йәшәүен раҫлаған документ тапшырыу мотлаҡ. Кәрәкле документтар исемлеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы “Күп фатирлы йорттарҙа биналар менән фай-ҙаланыусы һәм шәхси йорт милекселәренә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында” 354-се ҡарарының 93-сө пунктында бирелгән.
Әгәр ҙә адрес буйынса бер кем дә йәшәмәй икән, түләү шәхси торлаҡ йорт милекселәре һанына ҡарап билдәләнә (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы “Күп фатирлы йорттарҙа биналар менән файҙаланыусы һәм шәхси йорт милекселәренә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында” 354-се ҡарарының 148 (36) пункты).
Түләү документтарын өйгә алыу, адрес буйынса йәшәгән кешеләр һанын аныҡлау, субсидия алыу өсөн справка, иҫәп-хисап, түләү мәсьәләләре буйынса үрҙә әйтелгән адрес буйынса “ЕИРЦ РБ” йәмғиәтенең клиент офисына мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 8 800 755 08 09, 8 (3476) 62-64-04.
– Шәхси хужалыҡта йәшәгән кеше йыйылған сүп-сарҙы яндыра йә баҡсаһында күмеп ҡуя. Был осраҡта уға түләмәҫкә мөмкинме?
– Ағыулы матдәләр (мәҫәлән, пластик) бүлеп сығарған сүп-сарҙы торама пункт биләмәһендә яндырыу закон тарафынан тыйылған.
“Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында” Федераль закондың 18-се статьяһына ярашлы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә башҡарма власть федераль органы тарафынан раҫланған ҡағиҙә буйынса, махсус ҡоролмалар булмаған ерҙә ойошма территорияһында йә торама пункттарҙа атмосфера һауаһын бысратыусы етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын, шулай уҡ насар еҫтәр сығарған матдәләрҙе яндырыу тыйылған.
Шуны әйтке килә: граждандарға баҡсаларында компост ямдары булдырыу рөхсәт ителә, ә сүп-сарҙы һауаға бүленгән зыянлы ҡалдыҡтарҙы таҙартыу өсөн ҡорамалдар булған мейестәрҙә яндырырға мөмкин. Бөтә ҡалдыҡтар мейестә яндырыла тип белдергән кеше, асылда, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙа, уға штраф санкцияһы янай.
– Ҡаты көнкүреш коммуналь ҡалдыҡтары сығарған өсөн түләгәндә льготалар алыу хоҡуғына кемдәр эйә? Уны нисек юлларға?
– Ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү хеҙмәте 2019 йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәткә ҡарай. Бүтән коммуналь хеҙмәттәргә ҡаралған льготалар был осраҡта ла ҡулланыла. Түбәндәге льготалары булған граждандарға торлаҡ бүлмәгә һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдары компенсациялана: Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар, “Ҡамауҙа ҡалған Ленинградта йәшәүсе” билдәһе булғандар, һәләк (мәрхүм) булған һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандарының ғаиләләре, I, II, III төркөм инвалидтары, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәтенә дусар булған граждандар, концлагерь, гетто һәм фашистар тарафынан булдырылған мәжбүри тотоу урындары һәм уларҙың Икенсе бөтә донъя һуғышы осорондағы союздаштарының балиғ булмаған тотҡондары (федераль льготалылар); хеҙмәт ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән граждандар, хеҙмәт ветерандары, аҡланған кешеләр, сәйәси репрессия ҡорбандары, күп балалы ғаиләләр (региональ льготалылар).
Унан тыш, ҡаты көнкүреш коммуналь ҡалдыҡтарын йыйыу хеҙмәте өсөн түләү билдәләнгәндә, түбән килем алған ғаиләләргә торлаҡ бүлмә һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бирелгән түләү субсидиялары иҫәпкә алына.
Компенсация алыу өсөн йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә. Шуны өҫтәп әйтке килә: түләүҙе квитанция буйынса тулыһынса атҡар- ғанда ғына компенсация ҡарала.
– Торлаҡ йорт төҙөлмәгән ер участкаларына түләүҙәр билдәләнһә, нимә эшләргә?
– Милексенең паспорты һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә, (ЕГРНП) йә ауыл биләмәһе хакимиәтенән был фактты раҫлаған белешмә алып, “ЕИРЦ РБ” йәмғиәте офисына үҙгәрештәр индереү өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәк.