Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
24 Апрель 2020, 14:00

Йыш бирелгән биш һорауға яуап

Үҙизоляция ваҡытында ниндәй осраҡта өйҙән сығырға рөхсәт ителеүе тураһында Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең полицияның участка уполномочен-ныйҙары бүлеге һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексә начальнигы Вадим Хәбибуллин һөйләй.

– Гәзит редакцияһына Һабанаҡ ауылында йәшәүсе мөрәжәғәт итте. Теш ныҡ һыҙлаған осраҡта поликлиникаға китеп барғанда юлда штраф һалыуҙары ихтималмы?
– Үҙизоляция режимы ваҡытында өйҙән сығыу сәбәптәре сикләнгән. Әммә кешегә ашығыс йәки кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кәрәк икән, быны эшләргә мөмкин. Шулай уҡ яҡындағы магазинға йәки дарыуханаға барыу, сүп сығарыу, махсус рөхсәт булғанда эш урынына барып етеү өсөн өйҙән сығырға ярай.
– Махсус рөхсәт ҡағыҙҙары (пропуск) тураһында һөйләгеҙ әле.
– Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указдары буйынса эшмәкәрлектәре туҡтатылмаған предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән эш биреүсе тултырған рөхсәт ҡағыҙы һәм шәхесте раҫлаусы документ йөрөтөргә тейеш. Һәр хеҙмәткәргә эш урынына барыу һәм ҡайтыу өсөн сәғәт ярымға тиклем ваҡыт бүленә. Маршруттан тайпылыу, шәхси мәсьәләләр буйынса йөрөү, мәҫәлән, туғандарға йәки магазинға барыу, тыйыла.
– Икенсе ауылда йәшәгән ата-әсәһенә аҙыҡ-түлек йәки дарыу алып барырға кәрәк булған осраҡта кешегә нимә эшләргә?
– Бының өсөн DOROGA.02 электрон сервисы эшләй. Был сервис ата-әсәйгә аҙыҡ-түлек, дарыу, башҡа үтә кәрәкле тауарҙарҙы алып барыуҙан тыш, яҡын туғаныңдың балаһы тыуғанда барыу, икенсе торама пункттан даими йәшәгән урыныңа ҡайтыу, ауыр сирле йәки стационарҙа ҡарауға мохтаж яҡын туғаныңды барып ҡарау, алдан яҙылыу буйынса планлы медицина ярҙамы алыу йәки дауаханаға һалыу өсөн йүнәлтмә булғанда дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһындағы медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеү, элемтә хеҙмәттәре күрһәтеүсе ойошмаларға, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеү, яҡын туғандың үлем осрағында барыу өсөн шәхси автомобилдә йөрөүгә рәсми рөхсәт алыу мөмкинлеге бирә.
Кешегә автомобилдә сығыу мөмкинлеге аҙнаһына ике тапҡыр көнөнә 90 минутҡа тиклем бирелә.
– Бала менән саф һауала йөрөргә сығырға яраймы?
– Балалар коляскаһында булған бәләкәй бала менән ата-әсәйҙең береһе йәшәгән (бул-ған) урындан 150 метрға тиклем арала саф һауала йөрөргә сыға ала (паспорт, шәхесте раҫлаусы башҡа документ булғанда).
– Үҙизоляция режимын боҙоусыларҙы кемдәр контролдә тота һәм бының өсөн ниндәй яза ҡаралған?
– Режим ғәмәлдә булған осорҙа урамдарҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Режим талаптарын боҙоусыларға ҡарата протоколдар төҙөлә, талаптарҙы һанға һуҡмағандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.