Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
7 Март 2020, 12:00

Рәмил Бәҙретдинов: “Бергәләп шифахана эшен яҡшыртасаҡбыҙ”

Былтыр сентябрь һуңында “Ҡарағай” шифаханаһы директоры итеп медицина фәндәре докторы, РФ-тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рәмил Бәҙретдинов тәғәйенләнгәйне. Ул ошо айҙар эсендә шифахана эшендә ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында бәйән итте.

– Рәмил Рафаил улы, үткән йылды шифахана ниндәй һөҙөмтәләр менән тамамлауы тураһында һөйләгеҙ әле.
– 2019 йылды беҙ яҡшы динамика менән тамамланыҡ. Әгәр элекке йылдарҙа тотороҡло түбән тәгәрәү теркәлгән булһа, үткән йылдың һуңғы айҙарында күп кенә күрһәткестәр буйынса күтәрелеш күҙәтелә. Мәҫәлән, 2019 йылдың дүртенсе кварталында килемдәр планлаштырылған күләмдең 107 процентын, йәғни 172 млн 400 мең һум тәшкил итте.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә махсус йүнәлешле белгестәрҙең түләүле хеҙмәттәре яйға һалынды, шул рәүешле беҙ ике тапҡырға күберәк килем алдыҡ. Минең менән “Ҡарағай” шифаханаһы штатына яңы белгестәр – гинекологтар, урологтар килде һәм эште юғары кимәлгә ҡуйҙы. Улар араһында – ике медицина фәндәре докторы. Беҙ колопроктология, гирудотерапия, озон кеүек хеҙмәттәр күрһәтеү кимәлен шаҡтай күтәрҙек. Шифаханала был хеҙмәттәр булһа ла, яралғы хәлендә генә ине.
Унан тыш, беҙ быға тиклем булмаған яңы дауалау программалары әҙерләнек. Хәҙер улар барыһы ла РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан раҫ- ланған медицина стандарттарына ярашлы күрһәтелә.
Персоналдар штатында ла үҙгәрештәр булды. Әгәр октябргә тиклем 235 кеше иҫәпләнһә, хәҙер – 250-нән ашыу белгес. Уртаса эш хаҡы 20 меңдән саҡ ҡына кәмерәк ине, бөгөнгә – 24 мең. Эш хаҡының артыуы нигеҙһеҙ түбән эш хаҡы алғандарҙың барыһына ла ҡағылды.
– Беҙ персонал темаһына ҡағылдыҡ. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына шифаханала хеҙмәткәрҙәр күпләп эштән бушатыла, тигәнде ишетергә тура килә. Шуның менән бергә буш вакансиялар бар. Быны нисек аңлатырһығыҙ?
– Йәшермәйем, “Ҡарағай”ҙа эшләй башлау менән миңә команданы алмаштырырға тура килде. Үҙ командам тип идара итеү аппаратын – урынбаҫарҙар-ҙы, хеҙмәттәр начальниктарын күҙ уңында тотам. Был кешеләрҙе мин беләм һәм тулыһынса ышанам. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән 20 йылдан ашыу эшләйем, әммә грамоталы йәш кешеләр ҙә бар. Теләһә ҡайһы ойошмаға иртәме-һуңмы “яңы ағым” кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта шифахана штатында мәсетлеләр артты. Был һөйөндөрә: кешеләр өйҙәре һәм ғаиләһе эргәһендә эшләй башланы. улар быға тиклем райондан һәм хатта республиканан ситтә хеҙмәт итә ине.
Эштән бушатыуҙарға килгәндә, йәшермәйем, һөҙөмтәгә эшләргә күнеккәнмен. Шуға күрә насар эшләгән, эш урынында ваҡыт үткәреп кенә ултырғандарға түҙеп тормаясаҡмын, ундай кешеләр менән мин йәлләп тормайынса хушлашам, намыҫ-һыҙҙарҙы штатта тотмаясаҡбыҙ.
Бөгөн коллектив бик ныҡ эшкә һәләтле һәм көслө. Ләкин уның менән эшләргә кәрәк. Ә персонал беҙгә киңәйеү менән бәйле талап ителә. Беҙ яңы хеҙмәттәр индерәбеҙ, ә ул – яңы белгестәр, уларға шәфҡәт туташтары, техперсонал һәм баш-ҡа кешеләрҙе йыйырға кәрәк.
– Шифаханала тағы ла ниндәй эштәр уҙғарылыуы тураһында һөйләгеҙ әле.
– Төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды: 30 гектар-ҙан ашыу урман массивын таҙарттыҡ, ул тиҫтәләрсә йылдар буйы таҙартылмаған.
Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын тулыһынса реконструкцияланыҡ. Элек ҡышын биналарҙа температураларҙың түбән булыуы арҡаһында ҡайһы бер корпустар ябыла ине. Хәҙер бөтә корпустарҙа һәм админис-тратив биналарҙа ла йылы һәм йәмле.
Грим бүлмәһен ремонтлау тамамланды, шулай уҡ ундағы йыһаздарҙы, мебелде алмаш- тырҙыҡ.
Быға тиклем идара итеү аппараты кабинеттары төрлө ергә һибелгәйне, беҙ уларҙы ял үҙәгенең икенсе ҡатына күсерҙек – хәҙер барыһы бер бинала туп-ланды.
Дауалау физкультураһы залын үҙгәртеп ҡорҙоҡ, заманса техника менән йыһазландырҙыҡ, икенсе ҡатҡа күсерҙек, пациенттарға күпкә уңайлы булып китте. Уның йәнәшендә гинекологияның яңы бүлексәһен, колопроктология һәм урология астыҡ.
Шулай уҡ ял итеүселәргә яҡыныраҡ булһындар өсөн табиптарҙың кабинеттарын корпустарға күсерҙек. Хәҙер пациенттарға табипҡа күренергә барыу өсөн кейенеп-сисенеп торорға кәрәкмәй.
Һуңғы йылдарҙа сығым материалдары – таҫтамалдар, урын-ер ҡаралдыһы, текстиль – һатып алынмаған, һәм был ҡыйын мәсьәлә ине. Беҙ бөтөн сис-теманы яйға һалдыҡ, һәм был проблемалар хәл ителде.
Бассейн эшен яҡшырттыҡ, уны бөтә санитар нормаларға килтерҙек. Хәҙер сауна бассейнға килеүсе һәр кем өсөн асыҡ. Бассейнға теләгән һәр кем 16.00 сәғәттән алып, ә йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә сәғәт 9-ҙан башлап килә ала. Ундай режим бик уңайлы, даими йөрөүселәр барлыҡҡа килде.
Яңы спорт инвентары, ҡаргиҙәр һатып алдыҡ, профессиональ саңғы юлы һалдыҡ, һырғалаҡ яһаныҡ, улар теләгән һәр кем өсөн асыҡ. Спорт инвентары прокаты эшләй. Ғинуарҙа ғына прокатҡа биреү арҡаһында 200 мең һум эшләнек. Был яҡшы күр-һәткес. Шуның менән бергә прокатҡа хаҡтар бик тә ҡулайлы.
Беҙҙең менән донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән кешеләр бәйләнешкә инә алһын өсөн регистратура тәүлек әйләнәһенә эшләй башланы. Театр кейем элгестән башланған кеүек, шифахана регистратуранан башлана. Клиенттар менән һөйләшеүҙәр барыһы ла яҙылып бара: ихтирамлы, күңелгә ятышлы аралашыу – ул бик мөһим нәмә.
– Ғәйәт күп эштәр башҡарылған. Ләкин был бит өҫтәмә сығымдар. Шифаханаға путевкалар хаҡтарында ул нисек сағылды?
– “Ҡарағай” шифаханаһына путевкалар хаҡы республикала иң түбәндәрҙең береһе булып ҡала. Мәҫәлән, шундай уҡ кимәлдәге “Ассы”, “Танып” кеүек шифаханаларҙа көнөнә урын хаҡы 3100-3200 һумға етә, ә “Ҡарағай”ҙа – 2500 һум. Шуның менән бергә бында юғары сервис күрһәтелә. Һөнәри дауалау хеҙмәттәре күрһәтелә, яҡшы туҡланыу, швед өҫтәле тәҡдим ителә. Эйе, яҡын арала хаҡтар күтәреләсәк, ләкин бик аҙға ғына.
– Шифахана эшенең пландары менән уртаҡлашығыҙ әле.
– Административ корпусты беҙ “Өсөнсө коттедж” тип үҙгәрттек. Әлеге мәлдә унда реконструкция бара, планировкаһын үҙгәртәбеҙ, ҡыҙыл ағас-тан яңы мебель ҡуясаҡбыҙ. Унда быға тиклем әле “Ҡарағай”ҙа булмаған люкс номерҙар планлаштырабыҙ. Был пилот проект буласаҡ.
Коттедждар һәм корпустар тураһында шуны әйтергә кәрәк, бөгөн шифаханала өс корпус, биш йоҡо коттеджы, сәләмәтләндереү комплексы бар.
Шулай уҡ пландарҙа – шифахананы киңәйтеү. Был республика бюджетына өҫтәмә килем килтерәсәк, яңы эш урындары булдырыласаҡ. Өс йылдан бында, әйтәйек, 250 түгел, ә 500 кеше мәшғүл буласаҡ. Йәғни мәсетлеләрҙең тағы ла күберәге төбәктән ситтә түгел, ә өйө эргәһендә эшләйәсәк.
“Ҡарағай” кеүек бай дауалаусы тәбиғи ресурстары менән бер шифахана ла маҡтана алмай. Курорт – ул бер дауалау факторы булған ерлек, ә “Ҡарағай”ҙа улар дүртәү: шифалы батҡаҡ, минераль һыу, климат, һыу ятҡылығы. Беҙҙең бурыс – шифахананың сәләмәтләндереүсе бөтөн потенциалын асыу.
Бөгөн хатта республикала “Ҡарағай”ҙың ни икәнен, ҡайҙа икәнен барыһы ла белмәй. Беҙ быны төҙәтергә тейеш: бындай шәп урын тураһында илдә генә түгел, ә унан ситтә лә белергә тейештәр. Был йүнәлештә эш башланды ла инде, мәҫәлән, күптән түгел шифаханала Михаил Калашниковтың ҡатыны булып китте, оҙаҡламай Германия кешеләре ял итәсәк.
Ләкин эш күп әле. Оҙаҡламай сифат менеджменты системаһы буйынса аккредитация үтәһе бар. Бөгөн персонал уҡыу үтә, һәм беҙҙең шифахана донъя стандарттарына тап киләсәк.
Беҙҙең эштең төп критерийы – яңы көс йыйып, был яҡтар-ға тағы ла бер әйләнеп килеү пландары менән ҡайтып китеүсе ҡәнәғәт клиенттар! Был минең һәм персоналдың төп бурысы.