Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
23 Октябрь 2019, 13:00

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто яңы бинаға күсте

Хәҙер уның тәрбиәләнеүселәре Мәктәп урамында урынлашҡан хәрби комиссариат бинаһында шөғөлләнә. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһындағы яңылыҡтар тураһында уның директоры Анзалита Мусина һөйләй.


– Элек Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто урынлашҡан бинала йылытыу системаһы туҙғайны. Бина республика балансында торғанлыҡтан, район хакимиәте уны ремонтлауҙы тәьмин итә алманы. Шунлыҡтан беҙгә йылытыу системаһы яңыртылған һәм тәҙрәләре алмаштырылған хәрби комиссариат бинаһына күсергә тәҡдим иттеләр. Йәй бинала капиталь ремонт яһалды: иҙәне ремонтланды һәм линолеум түшәлде, стеналары тигеҙләнде. Алты бәләкәй кабинеттан өс ҙур бүлмә эшләнек. Ремонтҡа 340 мең һумдан ашыу аҡсаны район бүлде.

– Тағы ла ниндәй ярҙам күрһәттеләр?

– “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр”проекты ярҙамында 200 мең һумға коридорҙа плиткалар һалынды, ике ишек ҡуйылды һәм сигнализация сис-темаһы ремонтланды. Уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ҡалған алты кабинетта һәм коридорҙа косметик ремонт яһаны. Әле бының менән генә эштәр тамамланманы. Ҡалған эштәр дәрестәр менән бер юлы алып барыласаҡ.

– Быйыл өҫтәмә белем биреү өлкәһендә үҙгәрештәр булдымы?

– Яңы уҡыу йылы башынан бар республикала яңылыҡ индерелде: хәҙер беҙҙә шөғөлләнеү өсөн “Навигатор дополнительного образования Республики Башкортостан” (р02.навигатор.дети) аша яҙылырға кәрәк. Унда бар программа күр-һәтелгән. Был ата-әсәләр өйҙән сыҡмай ғына балаһы өсөн уның ҡыҙыҡһыныуына, әҙерлек кимәленә һәм һәләтенә бәйле дәрестәр һайлай алһын өсөн эшләнгән.

Дәрестәребеҙ Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң үҙендә генә үтмәй. Улар райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә тиерлек бара. Барлығы биш йүнәлеш ҡаралған, уларҙа шөғөлләнеү бушлай. Үҫеп килгән быуындың эстетик зауығын, художестволы һәләттәрен үҫтереү маҡсатында “Тылсымлы сәйлән”, “Аккорд”, “Йәш рәссам”, “Ижад мозаикаһы”, “МиФ” түңәрәктәре һәм баш-ҡалар эшләп килә. “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы, “Каравэлла” һәм “Аҡ ладья” берләшмәләре социаль-педагогик йүнәлештә шөғөлләнергә теләгәндәрҙе берләштерә. Сәйәхәт итергә яратыусылар “Йәш сәйәхәтсе” һәм “Йәйәүле туризм” түңәрәктәренә йөрөй. “Йәш техник” фәнни-техник йүнәлештәге дәрестәр уҡыусылар-ҙы конструкторҙар йыйыу элементтарына өйрәтә, уларҙың техник фекерләүҙәрен һәм ижади эшкә һәләттәрен үҫтерә. Тәбиғи-фәнни йүнәлештәге түңәрәктәрҙә тыуған төйәк, уның иҫтәлекле урындары, үҙенсәлектәре, бай мәҙәни, тәбиғи байлыҡтары менән танышыу аша үҫеп килгән быуында рухи ҡиммәттәр һәм экологик мәҙәниәт булдырыла.