Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
28 Май 2019, 17:02

Инвалидтарға социаль ярҙам

Мәсетле районында инвалидтарға ярҙам һәм уларҙы социаль яҡлау ҡануниәтенең үтәлеше тураһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һөйләне.

– Гөлназ Халиҡ ҡыҙы, районда инвалидтарға ниндәй ярҙам саралары күрелә?

– Инвалидтарға дәүләт ярҙамы саралары федераль һәм республика ҡануниәтенә ярашлы ғәмәлгә ашырыла. 2019 йылдың 1 майына ҡарата районда 1334 инвалид йәшәй. Уларҙың 106-һы I төркөм инвалиды, 401-е – II, 737-һе –III, шул иҫәптән 90 инвалид бала.

Республика Хөкүмәтенең 2008 йылдың 29 декабрендәге 466-сы ҡарары менән раҫлан-ған Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль ярҙам саралары күрһәтеү тәртибе тураһында положениеға ярашлы, инвалидтарға һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә айлыҡ аҡсалата компенсация түләнә.

2018 йылда халыҡты социаль яҡлау бүлеге 1225 инвалидҡа дөйөм 9637156,27 һумға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация биргән. 70 ғаилә инвалид бала ҡараған өсөн 505720 һум күләмендә пособие алған.

БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 15 сентябрендәге 322-се ҡарарына ярашлы, 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә торған инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә социаль яллау килешеүе буйынса йәки милеккә торлаҡ бирелә (бала саҡтан инвалид – 2, дөйөм сир инвалиды – 2 кеше).

2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торғандар: бала саҡтан инвалидтар – 13, дөйөм сир инвалиды – 10 кеше, инвалид бала ҡараған ғаиләләр – һигеҙ. 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә ҡуйылғандарҙы муниципалитет тәьмин итергә тейеш. Әммә, ҡыҙға- нысҡа ҡаршы, муниципалитет-тың бөтә ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә хәленән килмәй.

– Уларға ял итеү өсөн путевкалар биреләме?

– 2019 йылдың I кварталы һуңына базала шифахана-курорттарға путевкалар менән тәьмин итеүгә 125 ғариза бар ине. Быйыл 11 инвалид путевка алды: 4 кеше – “Әй” шифаханаһына, 1 – Белоретҡа, 2 – “Красноусольск”, 2 – Йоматауға, 2 – Ессентукиға.

– Мәғариф учреждениеларында инвалид балалар өсөн ниндәй шарттар булдырылған?

–Инвалидтарға район тормошонда башҡа граждандар менән бер тигеҙ ҡатнашыу мөмкинлеге булдырыу маҡсатында районда “2017-2019 йылдарға уңайлы мөхит” муниципаль программаһы ҡабул ителгән.

Өс мәктәптә (Әләгәҙ, 1-се лицей, Башҡорт гимназияһы) сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу өсөн шарттар булдырыл-ған. Районда һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 271 бала яраҡлашыу программаһы буйынса белем ала, 7 – дистанцион уҡый (улар өсөн бар шарттар булдырыл-ған: компьютерҙар, сканер, принтер, фотоаппарат, химия, физика, биология буйынса лабораториялар, махсус клавиатура бар). 29 бала – өйҙә, 17 бала дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡый.

– Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам тураһын-да һөйләгеҙ әле.

– Районда коллективында 35-тән ашыу хеҙмәткәр һәм эшсе хеҙмәт иткән 14 ойошма инвалидтарҙы урынлаштырыу өсөн квотаны үҙҙәре билдәләй. Уларҙың дүртәүһендә бөгөн квоталар асылған – ул Мәсетле ҡулланыусылар кооперативы – бер, 1-се лицей – ике, Башҡорт гимназияһы – ике, “Социум+” йәмғиәте – бер кеше.

2019 йыл башына Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәш-ғүллеге үҙәгендә иҫәптә эшкә һәләтле йәштәге 18 инвалид тора. Шуларҙың берәүһенә үҙмәшғүллек буйынса хеҙмәт күрһәтелгән һәм “Хоҡуҡ өлкәһендә эшмәкәрлек” төрө буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн 96000 һум аҡса бүленгән. Берәр кеше һаҡсы һөнәре буйынса һөнәри уҡытыуға ебәрелгән һәм белем биреү сертификаты буйынса уҡыу үткән, 18 инвалид социаль адаптация буйынса хеҙмәт алған, ике инвалидҡа һөнәри юҫыҡ алыуҙа хеҙмәт күрһәтелгән. Биш кеше “Ауырлыҡ кисереүселәр” программаһы буйынса ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған.

2015 йылдан 2018-гә тиклем райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша “Батыр”, “Йондоҙ”, Мәсетле ҡулланыусылар йәм-ғиәте, “Ленинский” АПК-һы, ШЭ Ғафарова И. Х., “Ника” йәмғиәте, ШЭ Мардоян Д. А. кеүек район предприятиеларына инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн махсус ете эш урыны булдырылған.

Мәшғүл булмаған инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу программаһы быйыл да эшләй. Эшкә урынлаштырыу авгусҡа планлаштырылған. Мәшғүллек үҙәге инвалидтарҙы субсидияланған эш урынына эшкә урынлаштырыу өсөн эш биреүсе-ләрҙән заявкалар ҡабул итә.

– Улар өсөн ниндәй ҙә булһа саралар уҙғарыламы?

– Йыл һайын Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә инвалидтар өсөн район бюджеты средстволары иҫәбенә күмәк кеше ҡатнашлығында мәҙәни саралар, район Мәҙәниәт һарайында “үҙенсәлекле” балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы уҙғарыла.

Инвалид балалар, ата-әсә ҡарауынан ҡалған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иртәлектәр үткәреү һәм бүләктәр һатып алыуға район бюджетынан 35000 һум күләмендә аҡса бүленгәйне. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Н. Зырянова, М. Иманурова, М. Ғәниева, И. Ғафарова сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

2018 йылда район хакимиәтендә ике тапҡыр “Түңәрәк өҫтәл” – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр менән осрашыу булды.

Йыл һайын июль айында, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто, Йәштәр үҙәге ирекмәндәре, ата-әсәләр комитеты һәм район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре көсө менән 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн байрам уҙғарыла. Был сара бағыусылыҡ средстволары иҫәбенә уҙғарыла.

8 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Бәләкәй принцессалар балы булды.

Июндә Әләгәҙ ауыл биләмәһе территорияһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт туризмы буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.

Былтыр йәй район инвалидтар йәмғиәте етәксеһе Р. Бижанов Салауат районы командаһы составында Салауат районында терәк-хәрәкәт аппараттары имгәнгән инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса “Йүрүҙән-2018” Бөтә Рәсәй фестивалендә альпинизм буйынса (ҡая класы) асыҡ чемпионатта әүҙем ҡатнашты. Ярыш йомғаҡтары буйынса ул 1-се ололар разрядын үтәне.

Инвалидтарға аңлап һәм ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Сәләмәт кешеләр менән мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында кәртәләр ҡуйырға кәрәкмәй. Иң мөһиме – кешеләрҙең күңелдәрендәге һәм йөрәктәрендәге кәртәләрҙе һындырыу. Беҙ инвалидлығы булған кешеләргә эшләү, уҡыу һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирергә һәм үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле кешеләр итеп тойорға ярҙамлашырға тейеш.