Йәйге ялдың нисек үтере ата-әсәләрҙән һәм балаларҙың ялын ойошторған хөкүмәт органдарынан тора. 2019 йылда районыбыҙҙа йәйге ял нисек ойоштороласағы тураһында район мәғариф бүлегенең төп белгесе Альбина Ғәлимова менән әңгәмәләштек.
– Альбина Фазыл ҡыҙы, быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға күпме аҡса бүленә? Ул быйыл артҡанмы?
– 2019 йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға вәкәләтле муниципаль органға, йәғни мәғариф бүлегенә, республика бюджетынан 4923900 һумлыҡ аҡсалата субвенция бүленгән. Был уҙған йылдағыға ҡарағанда 680600 һумға күберәк. Етем һәм опекалағы балаларҙың ялын ойоштороуға айырым 1556000 һум бирелә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы һауыҡтырыуға республика бюджетынан хеҙмәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү бүлегенә 441000 һум бирелгән.
Муниципаль бюджеттан каникул ваҡытындағы ялға 550000 һум бүленгән, был уҙған йылдағынан 80000 һумға күберәк. Ошо сумма хеҙмәт һәм ял лагерҙары, профилле сменалар ойоштороуға, кәнсәләр тауарҙары һәм спорт инвентары алыуға, шулай уҡ күп көнлөк походтарға тотоноласаҡ.
– Мәктәп янындағы лагерҙарҙы әҙерләү нисек бара? Нисә бала бындай ял менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә?
– Быйыл көндөҙгө ял менән 18 профилле лагерь асыу планлаштырыла: 14 йәшкә тиклемге 1015 бала ял итәсәк. Улар 3 июндә үҙ эшен башлаясаҡ. Спорт һәм художество йүнәлешендәге профилле ике лагерҙа 40 бала шөғөлләнәсәк.
– Йыл һайын күп кенә балалар райондағы балалар шифаханаһында һәм “Ҡарлуғас” лагерында сәләмәтлектәрен нығыта. Быйыл уларға путевкалар менән эштәр нисек тора?
– Районыбыҙҙағы “Ҡарлуғас” лагерында ял ике заезда үтәсәк. Унда 123 путевка бүленгән: 63-ө – район ойошмалары хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн, 22-һе етем һәм опекалағы балалар өсөн (электрон формала аукцион уҙғарыу йомғаҡтары буйынса), 38 – ауыр тормош хәлендәге балалар өсөн. Путевканың тулы хаҡы 17640 һум тәшкил итә.
Ата-әсәләре менән балалар шифаханаһында дүрт заезда 132 баланың сәләмәтлеген нығытыу планлаштырыла: 75 – район предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре балалары, 57 – етем һәм опекалағы балалар. Путевка хаҡы 24575 һумға барып баҫа, шуның 20475-е – вәкәләтле орган (Башҡортостан Республикаһы субвенциялары) иҫәбенә, 4100 һум – ата-әсәләр иғәнәләре. Былтыр беҙҙең шифаханала 74 бала ял иткән.
– Йәйге каникул ваҡытында күп кенә үҫмерҙәр ялдарын хеҙмәт менән бергә алып барырға теләй. Уларға ҡай-ҙарҙа эшләү мөмкинлеге бар?
– Был маҡсатта 16 мәктәп базаһында шәхси график һәм 258 өлкән класс уҡыусыһы өсөн туҡланыу менән 10 көнлөк лагерҙар эшләйәсәк. Хеҙмәт һәм ял лагерҙары исемлегенә тәү сиратта профилактик иҫәптә торған, шулай уҡ социаль хәүефле һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар инергә тейеш. Бынан тыш, мәғариф бүлеге һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәге балиғ булмаған балалар өсөн йәйге осорҙа ваҡытлыса 40 эш урыны булдырасаҡ.