– Граждандарҙың бурыстары булһа, пристав-башҡарыусының уларҙың кредит ойошмаларында булған иҫәптәренән аҡсаны күсерергә хоҡуҡтары бар. Бурыстың уртаса суммаһы 30-50 мең һум тәшкил иткәндә, бәйләнешкә инеп тормай ғына һәм ике яҡ өсөн ҡыйынлыҡ тыу- ҙырмай бурысты түләтеүҙең төп ысулы – аҡсаны иҫәптән күсереү. Бындай ысулды ҡулланғанда бурыслы кешегә башҡарыу производствоһы ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ебәрелә. Барлыҡ башҡарыу производстволары тураһында белеп тороу-ҙың иң ышаныслы ысулдарының береһе – Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү. Приставтар хеҙмәтенең һеҙгә ҡарата ниндәй производстволар ҡуҙғатыуы тураһында белеп торасаҡһығыҙ. Бынан тыш, был порталда Федераль суд прис-тавтары хеҙмәтенә ҡарата мөрәжәғәттәрегеҙҙе һәм ялыуҙарығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ.
Әгәр ай дауамында бурыс түләнмәһә, ә бурыслының иҫәбендә аҡса булмаһа, приставтар милеккә опись яһарға бурыслы. Тәү сиратта, аҡсаға әйләндереп була торғандарына – транспорт сараларына, ҡиммәтле гаджеттарға, көнкүреш техникаһына, йорт ҡаралтыларына һәм башҡаларға. Уларҙың барыһы ла бурысты түләүгә тотонола.
Бурыс күп йыйылып киткән осраҡта бурыслының эре милкен йәки ер участкаһын, өйөн, фатирын (әгәр ул бурыслының берҙән-бер торлағы булмаһа һәм залогта тормаһа) тартып алыу кеүек саралар ҡаралған. Шуға күрә район хал-ҡын финанс операциялар башҡарғанда иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ. Кредит һәм заём алғанда килешеүҙе иғтибарлап уҡығыҙ. Йыш ҡына микрокредит ойошмалары үҙ хоҡуҡтары менән артыҡ файҙалана һәм клиенттарын кәрәкмәгән хеҙмәттәр алырға мәжбүр итә, аҡсаны ҙур процент ставкалары менән бирәләр. Аҙ ғына сумма алған ҡайһы бер граждандарға үҙ иғтибарһыҙлыҡтары арҡаһында ҙур суммалар ҡайтарырға тура килә.
– Ниндәй осраҡта гражданға илдән ситкә сығыу тыйыла?
– Әгәр бурысығыҙ 30 мең һумдан артып китһә, суд приставы сит илгә сығыуығыҙҙы сикләргә хоҡуҡлы. Былтыр республика буйынса 265 мең гражданға ҡарата бындай тыйыу ҡулланылды.
Шул уҡ ваҡытта бурысты ике айҙан күберәк ваҡыт түләмәй йөрөһәгеҙ, 10 мең һум бурыс булғанда ла сит илгә сығыуҙы тыйыуҙары ихтимал. Әгәр алиментығыҙҙы түләмәһәгеҙ, был осраҡта шулай уҡ планка 10 мең һумға тиклем кәметелә.
Милеккә бәйле булмаған производстволар була (мәҫәлән, милекте һүтеп алыу, элекке тормош иптәшенә бала менән аралашырға рөхсәт биреү, мәжбүри башҡарыу эштәре булыу). был осраҡ- тарҙа ситкә сығыу суммаға ҡарамаҫтан тыйыла.
– Суд приставтарының профессиональ эшмәкәрлегенә шулай уҡ коллекторҙар эшен контролдә тотоу инә. Хоҡуҡтары боҙолған осраҡта граждандарға суд приставтары нисек ярҙам итә?
– Коллекторҙар хеҙмәте эшмәкәрлеген Федераль суд приставтары хеҙмәте күҙәтә. Әгәр коллекторҙар хоҡуғығыҙҙы боҙалар тип уйлаһағыҙ (шылтыратһалар, СМС-хәбәрҙәр килһә, йәки һеҙгә башҡа каналдар буйынса сыҡһалар һәм бурысығыҙҙы түләргә тәҡдим итһәләр), прис-тавтар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Коллекторҙар ғәмәлдәренә бәйле консультация алыу өсөн теләгән ваҡытта “Ҡыҙыу линия” телефонына (8-800-250-39-32) шылтырата, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә хеҙмәттең төркөмөндә яҙа алаһығыҙ, “Дәүләт хеҙмәттәре” берҙәм порталы аша белергә йәки ғариза менән хеҙмәттең бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ниндәй осраҡта ла приставтар хеҙмәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә ҡурҡмағыҙ. Ҡайһы ваҡыт суд приставтарының проблемағыҙҙы хәл иткәндә ҙур булмаған ғәмәлдәре лә уны бөтөрөргә ярҙам итә.
– Коллекторҙар ойошмалары хеҙмәткәрҙәре эшендә ниндәй сикләүҙәр бар?
– Закон менән шылтыратыуҙар һаны сикләнә: айына һигеҙ тапҡырҙан да күберәк түгел, СМС-хәбәрҙәр айына 16 тап-ҡырҙан артмаҫҡа тейеш. Телефон буйынса һөйләшеүҙәр ҙә регламентлана: шылтыратыусы үҙе менән таныштырырға тейеш, ниндәй һорау буйынса шылтыратыуын, ниндәй сумманы түләп бөтөрөргә кәрәклеген әйтергә бурыслы. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, ул һеҙгә бурысығыҙ булыуы тураһында белдерә һәм уны түләү варианттарын тәҡдим итә ала. Һеҙгә йоғонто яһауҙың башҡа ысулдары закон тарафынан ҡаралмаған.
Коллекторҙар менән әңгәмәне диктофонға йәки камераға яҙҙырыу яҡшыраҡ.
– Банктар, кредит ойошмалары һәм коллекторҙар тарафынан бындай хәлдәргә юлыҡҡан кешеләргә кәңәштәрегеҙ?
– Федераль суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына һеҙ түбәндәге ысулдар менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
телефон: 8 (347) 272-16-46 (белешмә алыу);
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөм: vk.com/news_fssprus_ru;
“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында шәхси кабинет;
почта адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95.