Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
15 Апрель 2019, 14:04

Газ менән һаҡ булығыҙ!

Алтынсы апрелдә киске сәғәт туғыҙынсыла 86-сы янғын-ҡотҡарыу часына Оло Ыҡтамаҡ ауылының Совет урамындағы шәхси йортта көнкүреш газы шартлауы тураһында хәбәр итәләр. Шартлау һөҙөмтәһендә бер кеше зыян күргән.

Ошоноң менән бәйле беҙ “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәте начальнигы Ринат Ғарипов менән әңгәмәләштек.

– Ринат Зөфәр улы, торлаҡ йорт нилектән шартлаған? Шул хаҡта һөйләгеҙ әле.

– Көнкүреш газы – юғары хәүеф сығанағы. Газ ҡорамалдарын файҙаланыу йәки монтажлау ҡағиҙәләрен боҙоу фажиғәле эҙемтәләргә – яныу продукттары менән ағыуланып үлеүгә, термик бешеүгә, газлы һауаның тоҡанып китеүе арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалыуға, быуылыуға килтерә.

Яңыраҡ район үҙәгендә булған шартлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, өйҙө ҡараған ваҡытта йылытыу приборына газ биреү кранының асыҡ тороуы, газ плитаһы крандарының тотҡалары булмауы асыҡланды. Шартлау һөҙөмтәһендә өйҙөң бер стенаһы, түшәм өрлөктәре емерелгән, тәҙрәләре сығып осҡан. Бер кеше дауаханаға һалынған.

– Шундай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн ниндәй саралар күрелә?

– Өй эсе һәм фатир эсе газ ҡорамалдарын эксплуатациялау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса мотлаҡ талаптарҙы боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында торлаҡ контроле ойошмалары, Мәсетле районы буйынса эске эштәр органдары, йәмәғәт ойошмалары, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәте вәкилдәре, мейес эше белгестәре, янғын хеҙмәте ветерандары һәм ауылдар старосталары менән берлектә профилле рейдтар уҙғарыу ойошторолған.

Ундай сараларҙа кешеләргә газ менән файҙаланыуҙағы төп саралар аңлатыла, хәүефһеҙлек сараларын үтәү, газ һәм янғын сигнализаторҙарының торошо тикшерелә, газ һәм электр приборҙары, электр үткәргестәр һәм утын менән яғыла торған мейестәр ҡарап сығыла.

– Үҙҙәрен һәм тирә-йүндәгеләрҙе хәүефһеҙләндерер һәм бәхетһеҙлек осрағына юл ҡуймаҫ өсөн мәсетлеләргә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?

– Шәхси именлегегеҙ маҡсатында түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ: бәләкәй балаларға, иҫерек кешеләргә, шулай уҡ инструктаж үтмәгән һәм газ приборы ҡоролошон һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә газ прибор-ҙары менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ; эшләп торған газ приборҙарын ҡарау- һыҙ ҡалдырмағыҙ; вентиляция каналдарының рәшәткәләрен япмағыҙ; газ үткәргестәрҙең һәм газ приборҙарының газ сығарыу-сығармауын тикшереү өсөн ут ҡулланмағыҙ – был шартлауға һәм янғын сығыуға килтерергә мөмкин; төҙөк булмаған газ приборҙары менән файҙаланмағыҙ; газ приборҙары менән файҙаланғандан һуң баллондарҙың вентилдәрен, газ приборҙарындағы һәм уларға газ килгән торбаларҙағы крандарҙы асыҡ ҡалдырмағыҙ; газ приборҙарын үҙ аллы ремонтламағыҙ; газ сығымын иҫәпләү приборҙарындағы һәм газ приборҙарындағы пломбаларҙы өҙөү, шулай уҡ газ менән тәьмин итеүсе ойошма һүндереп киткәндән һуң газ приборҙарын рөхсәт-һеҙ тоташтырыу тыйыла.

Бинала газ еҫе булыуы асыҡланғанда газ плитаһы конфоркаларын һүндерергә, газ торбаһындағы кранды ябырға; электр ҡыңғырауы төймәһенә баҫмаҫҡа, ут ҡабыҙмаҫҡа, әгәр янып торһа, һүндермәҫкә (яндырып-һүндергән ваҡытта барлыҡҡа килгән осҡон шартлауға килтерәсәк); газ тулған бинаны елләтергә һәм газ хеҙмәтен саҡыртырға; әгәр газ сығыуын дауам итһә, бинанан кешеләрҙе мотлаҡ сығарырға, күршеләрҙең авария хеҙмәтен саҡырыуҙарын үтенергә йәки үҙегеҙгә саҡыртырға кәрәк.


Ашығыс хеҙмәттәр телефондары:

Берҙәм номер – 112;

“Газ-Сервис” авария-диспетчер хеҙмәте – 2-10-04;

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) – 2-01-01, 2-04-01.


Газ менән һаҡ булығыҙ! Һеҙҙең онотоусанлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла, күршеләргеҙгә лә күңелһеҙлектәр килтереүе ихтимал. Газ приборҙары менән белеп ҡулланыу һәм газ менән тотоноу ҡағиҙәләрен белеү генә фажиғәне булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.