Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
20 Февраль 2019, 11:06

Һәр мәсетленең тыуған яғы һәм үҙенең сығышы менән ғорурланыуын теләйем

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән интервью

Районыбыҙҙың һәр эшмәкәрлек өлкәһендә сағыу ваҡиғаларға һәм ҡаҙаныштарға бай 2018 йыл тамамланды. Район Советының отчет сессияһы алдынан хакимиәттә тармаҡ йыйылыштары үтте: йомғаҡтар яһалды, һәр йүнәлеш буйынса проблемалар билдәләнде, киләсәккә пландар төҙөлдө. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Әнис Ҡасим улы, етәксе өсөн өс йыл ваҡыт – эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау өсөн яҡшы сәбәп. Ошо ваҡыт эсендә бик күп эштәр башҡарылған, район өсөн мөһим ваҡиғалар булған. Эшегеҙҙе нимәнән башланығыҙ? Нимәгә тәү сиратта иғтибар иттегеҙ?

– Мин тәүҙә эшләргә һәләтле команда төҙөргә, халыҡ менән бәйләнеш булдырырға ынтылдым.

– Эш башлағанда ауырлыҡтар осранымы?

– Мин был вазифаға белем һәм тәжрибә туплап килдем. Төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгәндә райондың төп проблемаларын белә инем инде. Халыҡты, тәү сиратта, йәшәү шарттары, юлдар, һыу, ут, газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре борсой. Быларҙы район бюджеты иҫәбенә генә хәл итеп булмай, сөнки беҙ – республиканың юғары дотациялы районы. Проблемаларҙы хәл итеү өсөн шәхси һәм бюджет инвестицияларын йәлеп итеү өҫтөндә эшләнек. “Урындағы башлан-ғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, халыҡтың үҙен дә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп иттек. Әгәр 2012 йылдан 2017-гә тиклем 5 йыл эсендә республика адреслы инвестициялар программаһы аша районға 96,8 млн һум йәлеп ителһә (бер кеше иҫәбенә – 4960 һум, республикала иң түбән күрһәткес), 2018 йылда республика Мәсетле районы үҫешенә 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.

– Ниндәй проектты ғәмәлгә ашырыуҙы иң һөҙөмтәле һәм мөһим тип иҫәпләйһегеҙ?

– Иң масштаблы проект – блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйып һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеү юлы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылында йылылыҡ системаһын үҙгәртеп ҡороу. Уны ғәмәлгә ашырыуға беҙ мәжбүр булдыҡ, сөнки газ селтәрҙәре 30 йыл элек һалынған һәм ремонт талап итәләр ине, ә йылылыҡ селтәрҙәре тулыһынса туҙған. Быйыл һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеүҙе тамамларға планлаштырабыҙ. Ҡыш ҡайһы бер ремонтланған фатир-ҙарҙа проблемалар булыуын күрһәтте, беҙ уларҙы теркәп барабыҙ һәм киләсәктә иҫәпкә аласаҡбыҙ. Йылытыу осоро тамамланыу менән барлыҡ етеш-һеҙлектәрҙе бөтөрәсәкбеҙ. Халыҡтың үҙ өлөштәрен ҡушып финанслауға аңлы ҡарауын һәм ярҙам итеүен һорайым.

– Проблемаларға килгәндә, һеҙ һыу тураһында телгә алып үткәйнегеҙ. Унһыҙ райондың тормошо мөмкин түгел. Һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бармы?

– Районды тотороҡло рәүештә һыу менән тәьмин итеү күп йылдар дауамында проблема булып ҡалды. Беҙ Мәләкәҫ һәм Әләгәҙ ауылдарында шәф-ҡәтлелек фонды аша һыу үткәргестәрен ремонтлауға ирештек. Адреслы республика инвестиция программаһы аша район үҙәгенең Көньяҡ микрорайонында һыу торбалары һалынды, быйыл яҙ халыҡҡа һыу бирә башлайбыҙ. Көнсығыш микрорайонында һыу үткәргесен проектлау буйынса эштәр алып барабыҙ. Ауыл биләмәләрендә ремонт буйынса программаларҙа ҡатнашыу өсөн һыу үткәргестәренә хоҡуҡты билдәләүсе документтар әҙерләнә. Был йәһәттән Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең ыңғай тәжрибәһе бар.

– Ә ауылдарға газ кертеү менән хәлдәр нисек тора?

– Быйыл Көнсығыш микрорайонында газ үткәреү эштәре тамамланасаҡ. Йонос – Әбдрәхим – Айып ҡасаба-ара газ үткәргесе һалыу буйынса проект эшләнә, унан һуң төҙөлөштө финанслауҙы республика адреслы инвестициялар программаһына индереү мәсьәләһен ҡараясаҡбыҙ. Район ауылдарында яңы һалынған өйҙәргә газ кертеүҙе финанслау сығанаҡтарын эҙләү һәм проекттарын әҙерләү буйынса ла әүҙем эш алып барыла.

– Районыбыҙ үҫешенә ауыл хужалығы эшсәндәре тос өлөш индерә.

– Эйе, ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтен телгә алмай үтергә ярамай. Райондың агросәнәғәт комплексында үҙ һөҙөмтәләребеҙ һәм ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Бер баш һыйырҙан һауымдың 375 килограмға артыуын мөһим күр-һәткес тип иҫәпләргә була. 2016 йылда ауыл хужалығы предприятиелары бер һыйырҙан 4902 кг һөт һауып алһа, 2018 йылда – 5277 кг. Һөҙөмтәлә һөттө тулайым етештереү 908 тоннаға артты. Һыйырҙар һанын һаҡлап ҡала алдыҡ: хәҙер улар 5327 баш тәшкил итә. Беҙҙең районда иген үҫтереү хәүефле тәбиғәт шарттарында бара, шунлыҡтан малсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереүгә баҫым яһарға кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, хөкүмәт ауыл хужалығын үҙ проблемаһы менән яңғыҙ ҡалдырмай. Йыл һайын бәләкәй хужалыҡтарға һәм кооперацияларға ярҙамды арттырып, яңы йүнәлештәр субсидиялана, гранттар бүленә. 2018 йылда был күрһәткес 118 млн һумға етте.

– Кеше һаулығы – мәңге һаҡлай торған ҡиммәт. Һеҙ үҙ граждандарығыҙҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күрәһегеҙме?

– Әлбиттә. Иң мөһиме, беҙ ФАП- тарҙың ябылыуына юл ҡуйманыҡ. 2018 йылда Яңы Мөслим һәм Октябрьск ауылдарында модулле ФАП-тар асылды. Радий Хәбировтың тамамланмаған төҙөлөштө республика адреслы инвестициялар проектына индерергә ҡушыуы мөһим мәл булды. Үкенескә күрә, медицина өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьә-ләләр күп әле. Шулар араһынан медицина кадрҙарының етешмәүе иң киҫкене булып ҡала. Нигеҙҙә пенсия алды һәм пенсия йәшендәге медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Бер яҡтан ҡарағанда, улар тәжрибәле кешеләр. Ләкин күсәгилешлек тураһында ла уйланырға кәрәк бит. Беҙҙең төп бурыс – йәштәр тыуған райондарына теләк менән ҡайт-һындар өсөн йәш белгестәрҙе йәлеп итеү.

– Һеҙҙе шатландырған, илһамландырған һәм эшкә дәртләндергән мәлдәр бармы?

– Хакимиәттә нәтижәле эшмәкәрлек өсөн көн һайын хеҙмәт итергә кәрәк. Юғары кимәлдә уҙғарылыусы район саралары мине ҡыуандыра. Күләмле “Берҙәмлек” – “Содружество” сараһы барыһының да иҫендә ҡалды, унда беҙ сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул иттек. “Мәсетле оҫтаханаһы”н уҙғарып, халыҡ кәсептәренә һәләттәребеҙҙе һәм оҫталығыбыҙҙы күрһәттек.

Виртуоз ҡумыҙсыларыбыҙ Роберт Заһретдинов һәм Минлеғәфүр Зәйнетдинов арҡаһында Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы районыбыҙҙың брендына әйләнде. Мине һәләтле балалар ҙа һөйөндөрә. Киләсәгебеҙ бит улар ҡулында. Балаларға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөп ята. Һалынған объект балалар баҡсаларында урындар етмәү проблемаһын хәл итәсәк. “Светлячок” балалар баҡсаһын реконструкциялау ҙа мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә ыңғай күренеш буласаҡ. Ауылдарҙа өҫтәмә ясле төркөмдәре асылыуына ҡыуанам.

– Мәсетле районының яҡты киләсәгенә ышанаһығыҙмы?

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Радий Хәбировтың тәү сиратта беҙҙең районға иғтибар итеүе районыбыҙҙың үҫешәсәгенә ышаныс бирә. Ул проблемалы участкаларҙы үҙ күҙе менән ҡарап йөрөп сыҡты һәм район мәнфәғәтенә йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Һәр мәсетленең тыуған яғы һәм үҙенең сығышы менән ғорурланыуын теләйем. Беҙҙең район һәр ваҡыт күренекле шәхестәре менән дан тотто һәм тота. Беҙ Башҡортостанда ғына түгел, ә башҡа төбәктәрҙә лә йәшәгән райондаштарыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Районыбыҙға ғәйәт ҙур ярҙамды тоябыҙ.

– Ә урындағы халыҡ менән аралашыу нисек бара?

– Беҙ халыҡҡа яҡыныраҡ торорға һәм халыҡ алдында мөмкин тиклем асыҡ булырға тырышабыҙ. Граждандар йыйылыштарында, районда йәшәүселәр менән туранан-тура осрашып, район Советы депутаттары менән йыл һайын халыҡ алдында отчет бирәбеҙ, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡтан-асыҡ тикшерәбеҙ. Аҙна һайын граждандарҙы шәхси ҡабул итәм, ауыл биләмәләренә сығам һәм социаль селтәрҙәр аша халыҡ менән аралашам. Әйтке килә, тик үҙ-ара аңлашыу, бер- ҙәм тырышлыҡ һәм үҙ тормошоңдо яҡшыртырға теләк булғанда ғына һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Артабан да хеҙмәттәшлеккә һәм берҙәмлеккә өмөт бағлайым.